Бөтә яңылыҡтар
5 Февраль 2011, 14:38

Был аҙнала беҙҙе...

һағайтты...Мәскәү дауаханаларына мөрәжәғәт итеүселәрҙең 40 процентында «сусҡа киҙеүе» табылған. ҡаланың баш педиатры Александр Румянцев, ауырыуҙан һуң иммунитетты тергеҙеү өсөн кәмендә 3 – 5 аҙна китәсәк, тип билдәләй.Сирлеләрҙә, А(Н1N1) вирусынан тыш, аденовирус инфекцияһы менән парагрипп та табылған. Уҙған аҙнала пандемик киҙеү 17 йәшкә тиклемгеләрҙең – 42,5, 64 йәштән үткәндәрҙең 56 процентында асыҡланған. Сир илдең 70 субъектында таралып та өлгөргән. Иң күп осраҡ Алтай крайында, Нижегородка, Калуга өлкәләрендә, Санкт-Петербургта күҙәтелә.

һағайтты...
Мәскәү дауаханаларына мөрәжәғәт итеүселәрҙең 40 процентында «сусҡа киҙеүе» табылған.
ҡаланың баш педиатры Александр Румянцев, ауырыуҙан һуң иммунитетты тергеҙеү өсөн кәмендә 3 – 5 аҙна китәсәк, тип билдәләй.
Сирлеләрҙә, А(Н1N1) вирусынан тыш, аденовирус инфекцияһы менән парагрипп та табылған. Уҙған аҙнала пандемик киҙеү 17 йәшкә тиклемгеләрҙең – 42,5, 64 йәштән үткәндәрҙең 56 процентында асыҡланған. Сир илдең 70 субъектында таралып та өлгөргән. Иң күп осраҡ Алтай крайында, Нижегородка, Калуга өлкәләрендә, Санкт-Петербургта күҙәтелә.

һөйөндөрҙө...
РФ ҡораллы Көстәрендә офицерҙар һаны артасаҡ.
Хәрбиҙәрҙең эш хаҡы реформаһында был иҫәпкә алынырға тейеш, тип белдерҙе хәрбиҙәр­ҙең һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының аҡса довольствиеһы структураларын реформалау буйынса кәңәшмәлә РФ Пре­зиденты Дмитрий Мед­ведев. 2012 йылдың ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк система буйынса вазифа һәм звание буйынса окладтарҙы, хәрбиҙәрҙең пенсияһын арттырыу күҙ уңында тотола. Ил етәксеһе фекеренсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм хәрбиҙәрҙе социаль яҡлау – дәүләт кимәлендәге мөһим мәсьәлә.

Уйландырҙы...
РФ Энергетика министрлығы хөкүмәткә транспорт яғыулығын һәм мазут етештереүҙең нормаларын билдәләгән техник регламентҡа үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проектын тәҡдим иткән.
Был яңы документ АИ – 92 маркалы бензинды етештереүҙе тағы ла ике йылға оҙайтыу мөмкинлеге бирә. Яғыулыҡ әйләнештән быйыл уҡ сығарылырға тейеш ине. Ләкин баҙар уға әҙер түгел.
Әлеге көндә Рәсәйҙәге автомобилдәрҙең 60 проценты АИ – 92 бензинын ҡуллана. Юғары экологик класлы двигателдәрҙә әлеге яғыулыҡты ҡулланыу зарарлы ҡалдыҡтар бүлеүҙе тотҡарламай, тип белдергән Нефть һәм газ эшкәртеү департаменты директоры П. Дегтярев.
Яңы закон проекты төрлө ведомстволар менән берлектә уйланылған. Уға төҙәтмәләр индереү федераль бюджеттан сығымдар талап итмәй.

Иғтибар йәлеп итте...
Илебеҙҙең «Мәғариф тураһында»ғы законына үҙгәрештәр индерелде.
Яңы документ буйынса, берҙәм дәүләт имтихандары, вуздарға ҡабул итеү имтихандары тапшыр­ғанда, олимпиадаларҙа кеҫә телефондары ҡулланыу бөтөнләй тыйыла. Закон физика, математика кеүек теүәл фәндәрҙән һынау тотҡанда ғына калькулятор ҡулланырға рөхсәт итә. Документ шулай уҡ уҡыусыларҙың дәүләт йыллыҡ аттестацияһын үткәргәндә йәмәғәт күҙәтеүселәренең статусын да асыҡ билдәләгән. Улар дәүләт имтихандарындағы етешһеҙлектәр тураһында имтихан комиссияһына һәм төбәк мәғариф министрлыҡтарына еткерә ала. Үҙгәрештәргә ярашлы, балаһы имтихан биргәндә, ата-әсәһе йәмәғәт күҙәтеүсеһе була алмай. Тестарҙағы мәғлүмәттәрҙе әйтеүселәргә административ яуаплылыҡ ҡаралған.
Читайте нас: