-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
1 Февраль 2011, 15:00

Милиция ла күҙәтеү аҫтында

Эске эштәр органдарында үткәрелгән реформаларға бәйле, Башҡортостан милицияһының һаны былтыр 12,7 процентҡа ҡыҫҡартылһа, быйыл тағы ла 10 процентҡа кәметелеүе көтөлә. Иң беренсе сиратта вакантлы тип һаналған вазифалар бөтөрөлһә, һуңғыһында үҙенең эшендә закон боҙған хеҙмәткәрҙәр эшен юғалтҡан.

Эске эштәр органдарында үткәрелгән реформаларға бәйле, Башҡортостан милицияһының һаны былтыр 12,7 процентҡа ҡыҫҡартылһа, быйыл тағы ла 10 процентҡа кәметелеүе көтөлә. Иң беренсе сиратта вакантлы тип һаналған вазифалар бөтөрөлһә, һуңғыһында үҙенең эшендә закон боҙған хеҙмәткәрҙәр эшен юғалтҡан.
«Ришүәт алған, законды һанламаған милиционерҙарға эске эштәр органдарында урын юҡ. Былтыр беҙҙең идаралыҡта милиционерҙар­ҙың хоҡуҡ боҙоуы тураһында 2438 мөрәжәғәт ҡабул ителгәйне. Шуларҙан 280 осраҡта факттар раҫланып,109 хеҙмәткәр эшенән бушатылды», – тип белдерҙе журналистар менән осрашыуҙа БР буйынса Эске эштәр министрлығының Шәхси хәүефһеҙлек идаралығы начальнигы, милиция полковнигы Виктор Фоминых. Уның һүҙҙәренсә, айырыу­са дознание, тикшереү подразделениелары хеҙмәткәрҙәре енәйәт эштәрен тикшергәндә, милицияның участка уполномоченныйҙары административ материалдар йыйғанда закон боҙоуға юл ҡуя. Былтыр Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығында, дежур часта, енәйәти эҙләү, ведомствонан тыш һаҡ өлкәһендә эшләгән 84 хеҙмәткәр енәйәт яуаплылығына тарттырылған. Коррупция йүнәлешендә 60 енәйәт асыҡланған.
«Шәхси хәүефһеҙлек идаралығы етәксе вазифаларға тәғәйенләнгән кандидаттарҙың эшлеклелек һәм әхлаҡи сифаттарына ла талапты арттырҙы. Былтыр беҙ 5000 кешене тикшерҙек, шуларҙың 128-е генә етәксе органдарға тәҡдим ителде», – тине, үҙҙәренең эшенә анализ яһап В. Фоминых.
Идаралыҡ федераль миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәрен дә контролдә тота. Алдап, үҙҙәрен милиционер итеп танытҡан граждандар ҙа идаралыҡтың күҙәтеүе аҫтында. Былтыр май айында, милицияла эшләйем, тип мутлашып, енәйәт эшен туҡтатыу өсөн 450 мең һум аҡса талап иткән бер ҡайҙа ла эшләмәүсе Сафин ҡулға алына. Ул быға тиклем 1 млн 200 мең һум аҡса алған була. Әгәр ҙә зыян күреүсе Эске эштәр министрлығының Шәхси хәүефһеҙлек идаралығына мөрәжәғәт итмәһә, енәйәтсе әле лә шул юл менән аҡса эшләп йөрөгән булыр ине.

З. ЙӘҺҮҘИНА.