Бөтә яңылыҡтар
25 Ғинуар 2011, 13:31

«Балам – бауыр ярам?..»

Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһында Башҡортостан Республикаһында балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова эш сәфәре менән булды.Сәфәренең башында Лилиә Салауат ҡыҙы Сибай ҡалаһында ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кризис үҙәген асыуҙа ҡатнашты. «Өмөт» тип аталған үҙәк ҡаланың халыҡты социаль яҡлау комплекслы үҙәгендәге бер бүлмәне алып тора һәм өс ҡатын-ҡыҙға ваҡытлыса торлаҡ булыуға иҫәпләнгән. Лилиә Салауат ҡыҙы бындай үҙәктең нимәгә кәрәклеген түбәндәгесә аңлатып үтте:

«Балам – бауыр ярам?..»
«Балам – бауыр ярам?..»
Ошолайтып, башҡа һыймаҫлыҡ ҡырағайлыҡты уртаға сығарып һалып хәл итеүгә барып еттек. Тотош Рәсәйҙә генә түгел, Башҡортостанда ла йә кемдәрҙер күмәкләп тәрбиәгә алған балаһын туҡмап үлтерә, йә атаһы, эсеп алйыған килеш, балаһын стенаға ҡуша һуғып йәнен ала… Ата-әсәләре эскелекте алға ҡуйып, балалары медицина ярҙамын күрмәй, аслы-туҡлы йәшәгән ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Ниндәй ауыр һуғыш йылдарында, аслыҡ-яланғаслыҡта ла халҡыбыҙ ғаиләлә генә түгел, тотош йәмғиәттә балаларҙы йылы һүҙ, мәрхәмәтлелек, ата-әсә һөйөүенән мәхрүм итмәгән. Матур тормош, эскелек, башҡа рухи ҡиммәттәр һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында бөгөн үҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙән нисегерәк яҡларға, ҡайҙа ҡасырырға тигән мәсьәләне тикшерергә мәжбүрбеҙ.
Киң матбуғат саралары, йәмәғәт ойошмалары, мәғариф һәм халыҡты социаль яҡлау бүлектәре вәкилдәре ҡатнашлығында уҙған «түңәрәк өҫтәл»дән һуң, Башҡортостан Республикаһында балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова граждандарҙы ҡабул итте.
Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.
Читайте нас: