«Пятерочка» һәм башҡа магазин селтәрҙәрендә «Топленое молоко» печеньеһы, «Коровка» кәнфиттәре төрөлгән ҡаптарҙың тышындағы сағыу төҫтәге «Автомобиль – к чаю» тип яҙылған реклама менән ҡыҙыҡһынып, шартта күрһәтелгәнсә, ун логотип йыйҙым да, яҙылған адрес буйынса Киров ҡалаһына ебәрҙем. Һәм, беләһегеҙме, «балыҡ ҡапты» бит. Бер ай ҙа үтмәне, Кировтан хат килеп төштө: мин, шартта әйтелгәнсә, «Рено» автомобилен отмаһам да, 3200 һумлыҡ «Нокиа» кеҫә телефонын отҡанмын! Телефонды ҡулыма төшөрөү өсөн паспортым менән ИНН-дың күсермәләрен ебәрергә кәрәк икән. Хат махсус бланкыла ла түгел, мисәттәре лә юҡ. Шикләндем дә (минең исемдән кредит алып ҡуйыуҙары йәки башҡа махинация ҡылыуҙары бар бит!), уларҙы ебәрмәнем. Ярты ай тигәндә тағы ла икенсе хат килеп төштө. Үҙемдең шигем тураһында уларҙың электрон почтаһына яҙып ебәрҙем, әммә бер ниндәй ҙә яуап булманы. Тимәк, шигем раҫлана түгелме?! Ысынлап та, бушлай сыр тәпелә генә буламы?
Бушлай сыр ашарға теләүселәрҙең беҙҙең арала булыуы эсте бошора. Шулай булмай ни, көтмәгәндә 9,5 миллион долларҙың күктән яуырына ышанып, миллион һумға яҡын аҡсаһынан яҙған Салауат ҡалаһында йәшәүсе 39 йәшлек ир тураһында нимә әйтәһең инде? Имеш, уның Африкала йәшәгән ниндәйҙер туғаны баҡыйлыҡҡа күскән дә, ҙур мираҫ – банк иҫәбендә байтаҡ аҡсаһы ҡалған. Африкала вариҫтары табылмағас, имеш, вафат булған кешенең ғаилә адвокаты, уның тамырҙары Башҡортостандан булыуын асыҡлап, туғандарын беҙҙең республикала эҙләй башлаған һәм... уны Салауат ҡалаһында тапҡан! «Бәхетле вариҫ» был хәлдең ысынлығына ышанһын өсөн хәйләкәр «адвокат» «клиент»ының «үлеме» тураһындағы танытманың, аҡсаһы һаҡланған банк сертификатының күсермәләрен электрон почта аша ебәргән.
Кешенең шул тиклем дә бер ҡатлы булыуына хайран ҡалырлыҡ: шундай «бәхет»тән һушы киткән «вариҫ», бер ҡасан да Африкала берәй туғаны йәшәүе тураһында ишетмәгән булһа ла, «мираҫ»ты үҙенең исеменә юллау өсөн «адвокат» һораған сумманы – мираҫтың 0,3 процентын күрһәтелгән иҫәпкә күсерә. Ул сумма беҙҙең аҡса менән яҡынса 855 мең (!) һум тәшкил итә...
Күктән төшкән мираҫ тураһында, үкенескә күрә, башҡаса ләм-мим. Егет теге «адвокат»ҡа сәбәбен һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. «Адвокат» иһә был мәсьәләне тиҙләтеү өсөн тағы ла 38 мең доллар талап ителгәне тураһында белдерә. Һөҙөмтәлә «вариҫ», шикләнеп, милицияға мөрәжәғәт итә. Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәрҙәре был мутлыҡ буйынса Интерполға сыға һәм әле шул кимәлдә тикшереү эштәре алып барыла.
Эйе, мутлашыусыларҙың фантазияһының сиге юҡ. Уларҙың кешене ышандыра белеүен әйт әле. Һуҡырҙың теләгәне – ике күҙ, тигәндәй, беҙҙең кеүек ябай халыҡтың иң ауыртҡан еренән эләктереп алалар бит әле: рәсәйҙәрҙең кемеһе генә күп аҡса һәм етеш йәшәү тураһында хыялланмай икән?! Салауат егетен аңларға була – әҙәмсә йәшәгеһе килгән инде...
Әйткәндәй, ана бит, МММ хужаһы Мавроди тағы ла башын күтәрә башлаған. Абай булайыҡ, йәмәғәт!
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.