-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
22 Ғинуар 2011, 20:29

ТОТОРОҠЛО ХӘЛ ҺАҠЛАНА

БР буйынса Эске эштәр министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы. Тәртип һәм хоҡуҡ һағында тороусылар коллегия ултырышы алдынан тактик-махсус күнекмәләрҙе ҡараны, үҙҙәренең бүлексәләренә өр-яңы автомобиль асҡыстарын алды, бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса тотоу үҙәге хеҙмәткәрҙәре яңы өй туйланы.

ТОТОРОҠЛО ХӘЛ ҺАҠЛАНА
БР буйынса Эске эштәр министрлығы йыл йомғаҡтарын барланы. Тәртип һәм хоҡуҡ һағында тороусылар коллегия ултырышы алдынан тактик-махсус күнекмәләрҙе ҡараны, үҙҙәренең бүлексәләренә өр-яңы автомобиль асҡыстарын алды, бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса тотоу үҙәге хеҙмәткәрҙәре яңы өй туйланы.
Тактик-махсус күнекмәләрҙең республика масштабында үткәрелеүе юҡҡа түгел. Декабрь аҙағында Мәскәүҙең Манеж майҙанында күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы тәртипһеҙлектәр милицияның һәр ғәҙәттән тыш хәлгә әҙер торорға кәрәклеген күрһәтте. Өфөнөң Зинин ҡасабаһында ОМОН, спецназ, авиация отряды, баш ҡаланың эске эштәр идаралығы, атлы милиция, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы, «Альфа», «Волкодав» шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәт­кәр­ҙәре был көндө стадионда «футбол фанаттары» ойошторған «бола»ла ваҡиғалар киҫкен төҫ алмаһын, зыян күреүселәр булмаһын өсөн барыһын да эшләне. «Хулигандар»ҙы тынысландырыу өсөн төтөн шашкалары, махсус техника, төрлө оператив алымдар ҡулланылды.
БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин­дың һүҙҙәренсә, милиция һәр нәмәгә әҙер булырға тейеш. «Беҙҙең көйәрмәндәр үҙҙәрен тәртипле тотһа ла, сит өлкәләрҙән ниндәй кешеләр килеүен белмәйбеҙ. Әле был уҡыуҙарҙы беҙ етәкселәргә күрһәтһәк, киләсәктә эске эштәр идаралыҡтары начальниктары ҡала-район кимәлендә үҙҙәре үткәрәсәк», – тине ул.
Бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар менән эшләү ҙә милицияның иғтибар үҙәгендә. Оҙайлы реконструкциянан һуң баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар­ҙы ваҡытлыса тотоу үҙәге үҙ ишектәрен асты. Был ике ҡатлы бинаны төҙөкләндереү өсөн «Рәсәй балалары» федераль программаһы буйынса 29 миллион һум аҡса бүленгән. 30 балаға иҫәпләнгән үҙәктә балалар өсөн йылы, яҡты йоҡо, синыф бүлмәләре, тренажерҙар залы булдырылған, психолог эшләй. Үҫмерҙәр өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар. Ауыр тормош хәлендә ҡалған, хоҡуҡ боҙған үҫмер­ҙәр 30 көнгә үҙәккә килтерелә, психолог ярҙамын ала. «Тайғаҡ юлға баҫҡан балалар менән эшләү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Тик беҙгә килеүселәр барыбер аҙыраҡ булһын ине», – тигән теләктә үҙәк хеҙмәткәрҙәре.
Эске эштәр министрлығы паркы өр-яңы махсус техника менән тулыланды. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы өсөн тәғәйенләнгән юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡаршы көрәштә ҡулланылған бөтә махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған «Форд-Фокус» автомобилдәре үҙ хужаларын табасаҡ. Енәйәтселәрҙе йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән махсус машина ла конвой хеҙмәтенә тапшырылды.
Йыл йомғаҡтарына арналған коллегияның киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан милицияһының эше ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланды. БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин республикала ҡылынған енәйәттәр һанының артмауын, тотороҡло хәл һаҡланыуын билдәләне. Былтыр теркәлгән енәйәттәрҙең 40 меңе асылған, енәйәт ҡылыусылар һанының кәмеүе лә күҙәтелә. Министр ойошҡан енәйәтселеккә, коррупцияға ҡаршы көрәшкә етдиерәк иғтибар бүлергә саҡырҙы. Дознание үткәргәндә граждандарҙың хоҡуҡтары боҙолоуын, ғәйеплеләрҙе асыҡлап булмау арҡаһында күп енәйәт эштәренең ябылыуын да тәнҡитләне. Коллегия ултырышында ҡатнашҡан РФ Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты начальнигы урынбаҫары Станислав Трушин, ведомство эшендә тотороҡло ыңғай динамика күҙәтелеүен билдәләп, милиционерҙарҙы һөйөнөслө яңылыҡ менән дә ҡыуандырҙы. Рәсәйҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен социаль торлаҡ менән тәьмин итеү (төҙөлөш, фатир алыу) маҡсатында федераль маҡсатлы программа булдырылған. 2011 – 2012 йылдарға ошо маҡсатҡа – 5 миллиард, 2013 йылда 6 миллиард һум аҡса бүлеү күҙаллана. Тимәк, был ведомство хеҙмәткәрҙәренең, ниһайәт, торлаҡлы буласағына өмөт бар.

З. ХӘСӘНОВА.
В. КАРАБАНОВ фотоһы.