-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
22 Ғинуар 2011, 20:11

Был аҙнала беҙҙе...

Хәүефләндерҙе...Донецк өлкәһендә шартлау ойоштороусы билдәһеҙ кешеләр яңы теракт менән янай. Эске эштәр министры урынбаҫары Василий Фаринник үҙәк матбуғат журналистарына хәбәр итеүенсә, шартлау ойоштороусылар «үҙҙәрен тынысландырыу өсөн» бик ҙур күләмдә аҡса талап итә. Уның суммаһы аныҡ ҡына билдәләнмәй. Шулай ҙа, министрлыҡ вәкиленең һүҙҙәренән күренеүенсә, аҙ суммалағы аҡса тураһында һүҙ бармай.

Хәүефләндерҙе...
Донецк өлкәһендә шартлау ойоштороусы билдәһеҙ кешеләр яңы теракт менән янай. Эске эштәр министры урынбаҫары Василий Фаринник үҙәк матбуғат журналистарына хәбәр итеүенсә, шартлау ойоштороусылар «үҙҙәрен тынысландырыу өсөн» бик ҙур күләмдә аҡса талап итә. Уның суммаһы аныҡ ҡына билдәләнмәй. Шулай ҙа, министрлыҡ вәкиленең һүҙҙәренән күренеүенсә, аҙ суммалағы аҡса тураһында һүҙ бармай.
Билдәле булыуынса, Донецк өлкәһендә ошо аҙнала ике шартлау яңғыраны. Шөкөр, унда яраланыусылар йәки һәләк булыусылар юҡ. Был шартлауҙарҙың теракт икәнлеге асыҡланған.
Терактты ойоштороусылар, уларға аҡса бирмәгән осраҡта, шартлауҙар артабан да буласаҡ, тип янай.

Аптыратты...
Рәсәйҙең хәрби комиссариаттары көҙгө саҡырылыш буйынса планды тулыһынса үтәгән. Әлеге саҡырылышта әрме сафтарына 278 мең һалдат алынған.
Тик шулай ҙа әрменән ҡасып йөрөүселәр һаны бөтөнләй кәмемәй. Генштаб башлығы Василий Смирнов хәбәр итеүенсә, 200 мең тирәһе егет, төрлө юлдар табып, әрмегә барыуҙан ҡасып йөрөй. Ә военкоматтар уларҙы аҡылға ултыртыу, Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәргә мәжбүр итеү өсөн аныҡ ҡына саралар планы әҙерләй алмай. Шул уҡ ваҡытта мәсьә­ләгә нөктә ҡуйыу өсөн төрлө кәңәшмәләр ҙә үткәреп ҡарайҙар. Тик уларҙың һөҙөмтәһе генә әллә ни күренмәй – һәр саҡырылыш һайын әрменән ҡасып йөрөүселәр мәсьә­ләһе ҡалҡып сыға.

Тетрәндерҙе...
Бер яҡтан ҡараһаң, егеттәрҙең әрмегә барырға атлығып тормауында хәрби етәкселәрҙең дә ғәйебе юҡ түгел. Силәбе өлкәһендә хеҙмәт иткән бер төркөм һалдаттың «пневмония» диагнозы менән госпиталгә эләгеүе Рәсәй халҡында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Сирләп киткән һалдаттарға ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтелмәгән. Үкенескә күрә, уларҙың береһе яҡты донъя менән хушлашҡан.
Хәҙер был егеттәр хеҙмәт иткән хәрби гарнизондағы етәкселәргә ҡарата ике енәйәт эше асылған. Уларҙы, эштәренә яуапһыҙ ҡарауҙан тыш, һалдаттарға йәшәү һәм хеҙмәт итеү өсөн шарттар тыуҙырмауҙа ла ғәйепләйҙәр. Хеҙмәт итеүселәр, казармаларҙа һыуыҡ булғанлыҡтан, бушлаттарҙа йоҡларға мәжбүр булған.

Уйландырҙы...
Һәр совет кешеһе ҡасан да булһа мавзолейға барып, легендар юлбашсы Владимир Ильич Лениндың кәүҙәһен күрергә хыялланғандыр. Тик хәҙер уның кәүҙәһен күреү өсөн көндәр буйы сиратта торорға теләүселәр юҡ. Ленин бабайҙы ерләү кәрәклеге тураһындағы мәсьәләне йыш күтәрәләр. Белгестәр әйтеүенсә, кәүҙәнең 10 проценты ғына ҡалған, башҡа өлөштәре алмаштырылған һәм алып ташланған.
Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре Лениндың кәүҙәһен тиҙ арала мавзолейҙан сығарып, ерләүҙе талап итә башланы. Әйт­кәндәй, Владимир Ильич үлгәндән һуң ниндәй­ҙер мавзолейҙа ятырға теләмәгән. Уның туғандары ла Ленинды башҡа кешеләр кеүек үк ерләү яҡлы булған.
Был аҙнала юлбашсыны ерләргә кәрәклеге тураһындағы мәсьәләне ҡабаттан күтәреү юҡтан түгел – Ленин бынан 87 йыл элек, 21 ғинуарҙа үлгән.