-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2011, 14:01

Һырғалаҡта... мөхәббәтеңде лә табырға була!

Ялыңды һырғалаҡта үткәреү, дуҫтарың менән тап боҙ майҙанында осрашыу һәм күңел асыу – бөгөнгө замандың матур бер күренеше. Конькиҙа йөрөүҙе хатта мода менән йәнәш атлау тип тә әйтеп булыр ине. Нимә генә булһа ла, был – бик матур күңел асыу һәм әүҙем ял итеү сараһы.

Һырғалаҡта... мөхәббәтеңде лә табырға була!
Ялыңды һырғалаҡта үткәреү, дуҫтарың менән тап боҙ майҙанында осрашыу һәм күңел асыу – бөгөнгө замандың матур бер күренеше. Конькиҙа йөрөүҙе хатта мода менән йәнәш атлау тип тә әйтеп булыр ине. Нимә генә булһа ла, был – бик матур күңел асыу һәм әүҙем ял итеү сараһы.
Хәҙер Башҡортостандың бөтә ҡалаларында ла әллә күпме һырғалаҡ эшләй. Район үҙәктәре, ҙурыраҡ ауылдар ҙа халыҡты боҙ майҙандарына саҡыра. Һырғалаҡта бигерәк күңелле шул: музыка уйнай, бала-саға, йәштәр, хатта ололар ҙа, коньки кейеп, боҙға сыға. Был ял итеү сараһын ҡыштың бер биҙәге тип әйтеү ҙә яҙыҡ булмаҫ.
Баш ҡалабыҙҙа һырғалаҡтар күп, уларҙың ҙурҙары ла, бәләкәй генәләре лә бар. Әлбиттә, халыҡ күпләп йөрөгән үҙәктәрҙә урынлашҡандарына аҡса тү­ләп йөрөргә тура килә. Өфөнөң «Нур» театры янындағы Салауат Юлаев исемендәге спорт-һауыҡтырыу комплексындағы, «ҡаш­­ҡа­ҙан»дағы, Якутов һәм Ғафури исемдәрендәге парк­тар­­ҙа­ғы, «Каруанһарай» сауҙа-эш комплексы янындағы һырғалаҡтар өфөләр араһында бик популяр. Улар­ҙың бөтәһе лә түләүле. Хаҡтары, дө­йөм алғанда, ололар өсөн 50 – 120, балалар өсөн 40 – 80 һум тирәһе. Үҙеңдең конькиҙарың булмаһа, прокатҡа алырға мөмкин.
Әлбиттә, бәләкәйерәк һырғалаҡтар ҙа байтаҡ. Уларҙы, башлыса, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралыҡтары ойоштора. Тик шуныһы – был һырғалаҡтар тәүҙә һәйбәт кенә эшләһә лә, тора-бара, соҡор-саҡырлыға әйләнә. ҡыҫҡаһы, уларҙы даими рәүештә ҡарап, таҙартып тормайҙар. Беҙ ҙә бер бәләкәй генә һырғалаҡ эргәһенә барып ҡараныҡ, унда кескәй генә балалар­ҙан башҡа бер кем дә юҡ тиерлек. Артем менән Камила исемле бәләкәй «фигуристар» менән һөйләшәбеҙ.
– Әсәй конькиҙы яратмай, боҙҙа шыуыуыбыҙға ҡаршы төшөп йонсота. Әле бына беҙ илағас ҡына риза булды. Ә атайҙың музыка уйнап торған ҙур һырғалаҡҡа алып барыр­ға ваҡыты юҡ. Тик беҙгә бында ла оҡшай, хәҙер Ильяс та шыуырға сығасаҡ, – ти улар.
Был бәләкәстәрҙең әсәһе әйтеүенсә, бушлай эшләгән һырғалаҡтарҙың бөтөнләй йүне юҡ. Унда шыуыуы ла ҡурҡыныс. Иң һәйбәте – һирәгерәк булһа ла, аҡса түләп, ҙур һырғалаҡтарға йөрөү.
Әйткәндәй, хәҙер спорт тауарҙары магазиндарында конькиҙарҙың ниндәйе генә һатылмай. Уларҙың профессионал булмағандар өсөн тәғәйенләнгәндәрен 700 – 2000 һумға алырға мөмкин. Әлбиттә, үҙеңдең конькиҙарың менән шыуыу күпкә һәйбәтерәк. Юҡһа, боҙ майҙаны янында үҙеңдең үлсәмдәге конькиҙар­ҙың бушағанын көтөп, йә булмаһа, еүеш коньки кейеп күңел төшә. «ҡашҡаҙан» паркында, мәҫәлән, прокатҡа бирелгән конькиҙар­ҙың хаҡы аяҡ үлсәменә ҡарап билдәләнә, етмәһә, паспортыңды күрһәтеп, йәшәү урының Өфөлә теркәлеүен дә иҫбатларға тура килә. Бер нәмәгә лә ҡарамай, Сипайловола йәшәүселәр был парктағы һырғалаҡты ныҡ ярата, боҙо һәйбәт, тигән фекерҙәләр.
Шулай ҙа беҙ ҡараған иң күңелле һырғалаҡтарҙың береһе итеп «Нур» театры янындағыһын атар инек. Унда халыҡ та күп, дәртле музыка уйнай, сервис та һәйбәт тойола. Боҙға сығыу, прокатҡа коньки алыу өсөн дә Өфөлә билдәләнгән уртаса хаҡтарҙы түләйһең. Боҙҙоң сифаты ла яҡшы күренә. Һәр хәлдә, һырғалаҡҡа барып етеү менән күңелдә дәрт уяна, конькиға баҫа беләһеңме-юҡмы – боҙға сығып, ниндәйҙер матур хәрәкәттәр яһап шыуғы килә башлай.
– Аҙна һайын киләбеҙ! Ниндәйҙер клубтарҙа ял итеүгә ҡарағанда, бында саф һауала, рәхәтләнеп конькиҙа шыуыу күпкә шәберәк! Беҙҙеңсә, боҙҙа ял итеү, дуҫтар менән осрашыу, аралашыу уңайлы һәм күңелле, – ти бер төркөм йәштәр.
– Бында мөхәббәтеңде лә табыр­ға була – йүнләп шыуа белмәгән булып ҡыланһаң, хәҙер берәй егет килеп ярҙам итәсәк! – ти исемен сер итеп ҡалдырырға теләгән ҡыҙ.
Ысынлап та, йөҙҙәре алһыулан­ған, бер-береһен шыуырға өйрәтеп маташҡан, йылмайып йөрөгән йәштәргә ҡарап, ҡыуанырға ғына ҡала. Етмәһә, һырғалаҡтар – кешеләр бер-береһе менән аралашһын, ә иң мөһиме, йәштәр танышһын өсөн бик шәп урын!

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.