-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
18 Ғинуар 2011, 13:58

Ерҙе теркәү ваҡыты оҙайтылды

Башҡортостан Респуб­ли­каһы парламенты яңы йыл алдынан ғына уҙғарылған ултырышында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе, башҡа ер участкаларын бушлай хосусилаштырыу кампанияһын 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтырға ҡарар итте. Быны башҡарып сығыу өсөн Башҡортостан Республика­һының ер мөнсәбәттәрен көйләүсе төп законына үҙгәрештәр индерелде.

Башҡортостан Респуб­ли­каһы парламенты яңы йыл алдынан ғына уҙғарылған ултырышында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе, башҡа ер участкаларын бушлай хосусилаштырыу кампанияһын 2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем оҙайтырға ҡарар итте. Быны башҡарып сығыу өсөн Башҡортостан Республика­һының ер мөнсәбәттәрен көйләүсе төп законына үҙгәрештәр индерелде.
Әлбиттә, был мөһим эште башҡарыу ваҡыты юҡҡа ғына оҙайтылмай. Төп сәбәп шунда: бөтә ер хужалары ла милеккә хоҡуғын закон буйынса быға тиклем билдәләнгән ваҡытта рәсми теркәп өлгөрмәне. Башҡор­тостан Республика­һының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Юлай Ильясов депутаттар алдында сығыш яһағанда ошондай мәғлүмәттәрҙе еткерҙе – 2006 йылдың 1 ғинуарынан 2010 йылдың 1 ғинуарына тиклемге арауыҡта Башҡортостанда ергә хоҡуғы менән 350 меңдән ашыу граждан файҙаланған. Улар, дөйөм алғанда, ике миллион гектар тирәһе ергә хужа булған. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер райондарҙа граждандар төрлө сәбәптәр арҡаһында ер участкаларын хосусилаштырып өлгөрмәгән. Бындай хәлгә кешеләр үҙҙәре генә ғәйепле түгел, ҡайһы бер мәсьәләләрҙең килеп тыуыуында ергә хоҡуҡты теркәүсе орган­дар­ҙың да өлөшө бар. Шуға ла ер пайҙарына хоҡуҡты теркәү ваҡытын рәсми рәүештә оҙайтыу бик урынлы һәм кәрәкле сара.
Ер алырға хоҡуғы булып та, «бәхетлеләр» исемлегенә инмәй ҡалған кешеләр ҙә асыҡланды. Үрҙә билдәләнгән йылдар арауығында яҡынса 1500 кешене ер участкаларын алырға хоҡуғы булғандар исемлегенә өҫтәп индерҙеләр. Тик тейешле органдар был кешеләргә лә бушлай ер биреү хаҡында тейешле ҡарарҙар ҡабул итмәгән. Йә булмаһа, ҡабул итеп өлгөрмәгән.
Бөтә ошо ваҡиғаларҙы ла күҙ уңында тотоп, ер пайҙарына хоҡуҡты рәсми теркәү ваҡыты тағы ла оҙайтылды. Тик бөтә кешеләр ҙә шуны аңлаһын ине – башҡарырға тейешле эштәрҙе, ни тиклем генә һуҙып йөрөһәң дә, ҡасан да булһа еренә еткереп ҡуйырға кәрәк. Иң тәү сиратта ергә хоҡуҡты рәсми теркәп ҡуйыу зарур. Бынан һуң ер участкаһын ниндәй юлдар менән эшкәртеү, ҡулланыу хаҡында уйларға кәрәк. Кемгә лә булһа ерҙең кәрәкмәгәнлегенә, артыҡ булыуына ышаныуы ауыр. Шуға ла ерҙе алырҙан алда уҡ, был пай өсөн нисек һалым түләрмен, нисек итеп эшкәртермен, тигән пессимистик һорауҙар­ға күмелеп, кәрәкле документтарҙы йыймай йөрөү – ялҡаулыҡ һәм мәғәнәһеҙлек.
Ни тиһәң дә, ер үҙен яратҡан, эшкәрткәндәргә рәхмәтле. Әл­биттә, ерҙә эшләү, уны эшләтеү һәм файҙа күреү өсөн ете ҡат тиреңде түгергә тура киләсәк. Әммә тупраҡҡа, ергә тиң байлыҡ юҡ. Шуға ла ошоғаса ер пайҙарына хоҡуғын теркәп өлгөрмәүселәргә был эште тиҙерәк башҡа­рыр­ға кәңәш итергә генә ҡала.
Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер пайҙарын алып, уға хоҡуғын рәсми теркәп, ерҙәрен файҙалана башлаған граждандар ҙа күп. Әлбиттә, был эш бөтә ерҙә лә шыма ғына бармай. Мәҫәлән, ҡайһы бер райондарҙа граждандарға ер пайҙарын тимер юлына яҡын ғына майҙандарҙан бүлгәндәр. Быныһы бер бәлә булһа, бүленгән майҙандың яртыһының тиерлек тимер юлы ойошмаларының милке булып рәсми рәүештә теркәлеүе – икенсе проблема. Ни өсөн ерҙәрҙең тимер юлын төҙөүселәргә һатылыу факты закон буйынса теркәлеп тә, ошо уҡ ерҙәр­ҙе бушлай хосусилаштырыу өсөн халыҡҡа биреп проблемалар тыуҙырыуҙары һис аңлашылмай.
ҡыҫҡаһы, ер пайҙарына ҡағылышлы мәсьәләләрҙең бер йәки ике йыл эсендә генә хәл итеп бөтөлмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Был үҙе үк ерҙең халыҡҡа ни тиклем кәрәкле һәм ҡәҙерле ҡиммәт булыуын дәлилләй. Ошо байлыҡҡа хоҡуғың бар икән, уны ҡулдан ысҡындырыу енәйәткә тиң.

Лилиә СИРАЕВА.