Был тест ир-егеттең тоғролоғон һынауға ҡоролған ябай ғына һорауҙарҙан тора. Әгәр һынамышты йәшерен үткәрәбеҙ тиһәгеҙ ҙә, ул бер ни һиҙмәйәсәк, уның ҡарауы, яуабынан шундуҡ «тоторға» мөмкин.
1. Ирегеҙгә ниндәй төҫ нығыраҡ оҡшай?
а) ҡыҙыл – 10
б) йәшел – 5
в) күк, зәңгәр – 3
г) ҡара – 1
2. ҡайһы геометрик һынды һайлар?
а) түңәрәк – 1
б) квадрат – 5
в) өсмөйөш – 10
г) трапеция –15
3. ҡайһы төр музыка ҡоралын тәүге урынға ҡуйыр?
а) ҡыллы (скрипка, виолончель) – 15
б) клавишалы (орган, фортепиано) – 1
в) һуҡма (барабан, литавра) – 3
г) тынлы (флейта, саксофон, тромбон) – 7
4. Ниндәй миҙгелгә өҫтөнлөк бирә?
а) ҡыш – 1
б) яҙ – 10
в) йәй – 7
г) көҙ – 3
5. Ниндәйерәк биҙәкте оҡшата (мәҫәлән, кейем һатып алғанда ниндәй биҙәк төшкәнен һайлай)?
а) геометрик – 15
б) йәнлек-ҡоштар төшөрөлгәнен – 5
в) үҫемлекле – 1
г) төрлөһөн – 10
6. Кафе йә ресторанда, ҡунаҡта ҡайһы ризыҡты яратып ашай?
а) үҙенә таныш булғанын – 6
б) экзотик аш-һыуҙы – 15
в) өйҙә яратып ашағанын – 1
г) һайланып тормай – 10
7. Ялын ҡайҙа үткәргеһе килә?
а) баҡсала – 10
б) курортта – 3
в) тәбиғәттә – 15
г) өйҙә, диванда – 1
Ә хәҙер мәрәйҙәрҙе ҡушығыҙ. Һан ҙурыраҡ булған һайын хәүефкә урын бар.
Әгәр йыйған мәрәй 11–ҙән артмай икән, барыһы ла яҡшы, ул һеҙгә хыянат тураһында уйламай ҙа.
12 – 51 – был да һәйбәт күрһәткес. Ирегеҙҙең тәртибе сигенән сыҡмай.
52 – 71 – һаҡ булығыҙ – арҡа терәр хәләлегеҙ ситтә ғишыҡ уйыны уйнауҙан баш тартмай.
71-ҙән дә күберәк мәрәй йыйылһа, эш харап. Был ир-егеттә тоғролоҡ төшөнсәһе бөтөнләй ят.
Әйткәндәй
Хыянаттың 10 билдәһе
1. Ирегеҙ ҡапыл имиджын үҙгәртә. Уның өсөн аҡса йәлләмәй.
2. Эштә тотҡарлана.
3. Телефондан башҡаларҙан «ҡасып» һөйләшә.
4. Һиңә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрә – йә ситләшә, йә, киреһенсә, артыҡ «яратып» китә.
5. Күҙен йәшерә.
6. ҡапыл спорт менән шөғөлләнә башлай.
7. Кисен өйгә ҡайтҡас, ашамай, туҡ булыуын белдерә, йә ризыҡ төрләндерә башлай.
8. Кейеменән сит ҡатын-ҡыҙ хушбуйы еҫе аңҡый.
9. Һеҙгә тиктомалдан бүләк ала.
10. Һөйәркәгә аҡса ла китә. Шуға күрә ирегеҙҙең янсығын контролләү ҡамасауламаҫ.
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.