-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2011, 14:39

Ир бирмәк – йән бирмәк

йәки Хыянат һалған яраЙәш ҡыҙҙарға һәм ҡатындарға һабаҡ булһын өсөн үҙем кисергән бер хәл-ваҡиға тураһында яҙмаҡсы булдым. Алдан уҡ әйтеп ҡуям: был ирен яманлап, үҙен аҡларға теләй, тип уйлай күрмәгеҙ. Тор­мош шул тиклем һикәлтәле, һәм әҙәм балаһының, ошо һикәлтәләрҙе лайыҡлы үтә, артылыштар­ҙы артыла алмайынса, яҙа юлдан китеүе лә бар. Ғаилә тормошонда ошо яҙа һәм яҙыҡ юлдарҙың булмауы, хәҙер инде иманым камил, күп осраҡта ҡатындарға бәйле икән. Мин һөйләгән ғибрәтле хәл ҡабатланмаһын ине йәш ғаиләләр­ҙең тормошонда.

Ир бирмәк – йән бирмәк
йәки Хыянат һалған яра
Йәш ҡыҙҙарға һәм ҡатындарға һабаҡ булһын өсөн үҙем кисергән бер хәл-ваҡиға тураһында яҙмаҡсы булдым. Алдан уҡ әйтеп ҡуям: был ирен яманлап, үҙен аҡларға теләй, тип уйлай күрмәгеҙ. Тор­мош шул тиклем һикәлтәле, һәм әҙәм балаһының, ошо һикәлтәләрҙе лайыҡлы үтә, артылыштар­ҙы артыла алмайынса, яҙа юлдан китеүе лә бар. Ғаилә тормошонда ошо яҙа һәм яҙыҡ юлдарҙың булмауы, хәҙер инде иманым камил, күп осраҡта ҡатындарға бәйле икән. Мин һөйләгән ғибрәтле хәл ҡабатланмаһын ине йәш ғаиләләр­ҙең тормошонда.
Яҙмыш беҙҙе хәрби гарнизонда осраштырҙы һәм ҡауыштыр­ҙы. Ул – йәш офицер, ә мин гарнизон китапханаһында эшләй инем. Бер байрам кисәһендә ул мине вальсҡа саҡырҙы. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, офицер кителендәге уҫлаптай ҡулдары менән үҙ ҡосағына алды ла, ҡурсаҡ урынына өйрөлтә генә. Үҙе минән күҙҙәрен алмай. Уның ҡарашынан ҡыҙарып, шыбыр тиргә баттым. ҡаушауымдан аяҡтарымда көскә баҫып торам. Дөрөҫөрәге, ул, минең аяҡтарымды ергә лә тейҙермәй, өйрөлтә лә өйрөлтә. Музыка тынмаҫ элек уның ҡулдарынан ысҡындым да залдан йүгереп сығып киттем. Сөнки йөрәгем дарҫлап тибә, һауа етмәй башлағайны. Битемде еләҫ йәйге елгә ҡуйып, тәрән итеп тын алам. Әммә битем яныуынан туҡтаманы...
Бер ваҡыт яныма бер кеше килеп туҡтағанға башымды күтәреп ҡараһам... ул!
– Ниңә ҡастығыҙ? – тип һүҙ башланы.
– ҡасманымсы, саф һауа һуларға сыҡтым, – тип яуаплаған булдым.
– Ысынлап та, бында рәхәт икән...
– Рәхәт шул...
Артабан да һүҙҙәребеҙҙең рәте булманы. Әммә ул эргәмдә тора бирҙе.
– Матур бейейһегеҙ – һеҙҙең менән өйрөлөүе бик еңел, – тип һүҙҙе ялғаны кителле егет. – Берәй ерҙә махсус өйрәндегеҙме әллә?
– Ул һеҙҙең ҡулығыҙҙа шулай өйрөләмдер, – тинем, ярым шаяртып.
– Тимәк, беҙҙән яҡшы бейеүселәр пары сыға, – тип көлөмһөрәп, ул күҙҙәремә текләп ҡараны.
ҡарашын күтәрә алмайынса, күҙҙәремде аҫҡа төбәнем.
– Әйткәндәй, минең исемем – Марат. Ә һеҙҙең?
– Әлмира.
– Матур исем. Үҙегеҙ кеүек.
– ...
– Әйҙәгеҙ, инеп, тағы ла бер аҙ әйләнеп алайыҡ, – тип тәҡдим итте әңгәмәсем.
Кисәнән һуң ул мине өйөмә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Шул төндә үк, уның тураһында уйлап, йоҡонан яҙҙым. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, мин дә уның башынан сыҡмағанмын икән. Был беҙҙең мөхәббәттең башы ине. Ике ялҡынлы йәш йөрәк никахыбыҙҙан һуң бер булып тибә башланы. Мөхәббәтебеҙ емеше булып ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ер йөҙөндә минән дә бәхетлерәк кеше юҡ ине.
ҡыҙыбыҙға дүрт йәш ине. Йәйен ирем менән отпуск алдыҡ та, уның тыуған яғына ҡайттыҡ. Әсәһе, туғандары матур итеп ҡаршы алды, ҡунаҡ итте. Ирем, кис етһә, ҡустыһы менән балыҡҡа барабыҙ тип, көн дә сығып китә башланы. Тыуған яғында иркенләп ял итһен тип, уны бер ҡаршылыҡһыҙ сығарып ебәрәм. Отпускыбыҙҙың яртыһы шулай үтеп тә китте.
– Отпускыбыҙҙың ҡалған яртыһын мине­келәр­ҙә үткәрәйек инде, – тигән теләгемде белдереүемә Маратым үҙгәреп китте.
– Нисәмә йылға бер ҡайтып, тыуған өйөмдә рәхәтләнеп ял итергә тейешменме мин, әллә юҡмы? – тип ҡәтғи яуап биргәс, уның үҙһүҙлелеген беләм бит инде, ипләп кенә әйберҙәремде төйнәнем дә, мине автобусҡа илтеп ҡуйыуын үтендем. Ризаһыҙлыҡ белдерер, әрләшер тип уйлағайным, был хатта йөҙөн дә сирманы, ҡыуанып, машина ҡабыҙҙы ла, автобусҡа ултыртып, оҙатып ҡалды. Берәр аҙнанан һуң барыбер килер был яныма, тип уйлауым юҡҡа булған – ул килмәне. Атай-әсәйем, әллә, балам, йәшәүегеҙҙең рәте юҡмы, тип борсолдо. Кем белгән инде шул саҡта уларҙың урынлы борсолоуын. Ни тиһәң дә, йәшәп, донъя күргән ололарҙың йөрәге һиҙгер булалыр инде – артабанғы хәл-ваҡиғалар яҡындарымдың шиген дөрөҫләне. Отпуск аҙағына яҡынлашып килгәндә ирем была тип шылтыратты.
– Мине көтмә, эшеңә бара тор. һуңғараҡ килермен, – тиеүенең сәбәбен аңлатып та торманы.

Мин дә артыҡ ныҡышманым. ҡыҙым менән хәрби гарнизонға юлландыҡ. Эшемде башланым. Бер аҙна, икенсеһе үтте, ә Марат һаман юҡ. Шылтыратһам, төрлө һылтау тапҡан була, отпускыһын һаман оҙайта. Ә бер көндө миңә шундай телеграмма килеп төштө: «Прости, меня не жди».
Йөрәгем терт итеп ҡалды. Эштең тиктәҫкә түгеллеген аңланым. Шылтыратһам, телефонын алмай. Аптырағас, еңгәй тейешле кешегә шылтыраттым. Ул тәүҙә миңә тынысланырға ҡушты, аҙаҡ дөрөҫөн ярып һалды: «Аптырама ла, ҡайғырма ла, ул бында берәүгә әүрәп йөрөй. Ғишыҡ уттан ҡыҙыу, б..тан һаҫыҡ, тигәндәр. Һыуыныр, аҡылына килер әле. Тик һин генә ҡыҙыу баштан эште боҙоп ҡуйма. ҡайһы ғына ҡатындың башынан үтмәгән ундай хәл, түҙ», – тигән кәңәш бирҙе.
Бик ауыр булды. ҡулыма – эш, ауыҙыма аш барманы. Хеҙмәттәштәрем әйтмешләй, һурығып киттем. Әхирәттәрем үҙенсә кәңәшен бирҙе: «Ул йөрөгәнде, нимә һин ауыҙыңды асып ултырырға тейеш. Илап-һыҡтап ултырғансы, үс ал – һин дә һөйәр тап. Төшөп ҡалғандарҙанһыңмы ни? Бынау хәтлем һылыулығың менән әллә кемде ҡаратыр­һың...»
Юҡ, үҙемдә көс тә, теләк тә тапманым мин бындай аҙымға барыр өсөн. Көйөнөүҙән, кәмһенеүҙән башымды элмәккә тығыр­ҙай булдым, әммә балам ғына тотто бындай хәтәр ҡылыҡтан.
Ә Марат... Уны етәкселеге саҡыртып алды. ҡайтыуына әйберҙәрен төйнәп ҡуйғайным инде. Фатирға килеп инеүе менән сумаҙанының ишек төбөндә әҙер ултырғанын күргәс, ғорурлығын еңә алманы, ыҡ-мыҡ итте лә сығып китте. Йөрәгем ярылырҙай булып һыҙлаһа ла, түҙҙем, кире борманым.
Берәр ай ваҡыт үттеме икән, юҡмы, әммә шундай хәбәр килеп етте: Марат дауаханала икән. Насар сир йоҡторған. Үсәһәм дә, эстән генә һыҙам: ир бирмәк – йән бирмәк, тигәндәре дөрөҫтөр инде, ғорурлығым үҙенекен итһә лә, уны һаман яратыуымдан ыҙа сиктем. ҡыҙым да атаһын һорап йөҙәтә. Шулай ҙа хәл белешергә янына инмәнем. Ояты ни тора. Бөтә гарнизон беләлер инде уның сире тураһында!
... Бер кис ишек шаҡынылар. Барып асһам, ишек төбөндә ҡыҙымдың атаһы баҫып тора. Күҙҙәремә тоғро эттәй ҡарап тороуы шул тиклем ытырғандырҙы – уның танауы төбөндә генә ишекте шап итеп яптым. Үҙемдең бәғер һыҙлай. Икеләнеү тойғоһо күңелде өйкәй: индермәйенсә дөрөҫ эшләнемме икән?
Мараттың был килеүе һуңғыһы булманы. Йөҙ тапҡыр ғәфү үтенгәндер. Яйлап күңелдәге боҙ ҙа ирене. Һәм беҙ бергә йәшәй башланыҡ. Әммә, ул нисек кенә тырышмаһын, күңел яраһы уңалһа ла, тупаҫ йөйө ҡалды. Был хәл иҫкә төшкәндә, үҙен белдереп, һаман һулҡылдап ҡуя.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң күпме йылдар үтеп, үҙебеҙ өлкәнәйә төшһәк тә, мине шундай һорауҙар борсой: нимә өсөн, ниндәй ғәйебем өсөн ул миңә хыянат итте икән? Шуныһы бигерәк тә үкенесле: уның һайлағаны минән яҡшыраҡ һәм өҫтөнөрәк булған булһа – бер хәл. Иремә насар енси ауырыу йоҡторған бисә арҡаһында беҙҙең саф мөхәббәткә тап төшөргә тейеш инеме? Ә, ғәҙәти булараҡ, ҡатындарының өҫтөнән йөрөгән ирҙәр башлыса үҙҙәренең хәләл ефеттәренән күпкә йәмһеҙерәк тә, түбәнерәк тә ҡатындарҙы һайлай бит әле. Был парадоксмы?

Әлмира.