Бөтә яңылыҡтар
15 Ғинуар 2011, 20:01

Был аҙнала беҙҙе...

Германияның Рейн йылғаһында 2,4 тонна көкөрт кислотаһы тейәгән танкер һыуға батҡан. Сант-Гоарсхаузен ҡалаһынан алыҫ түгел була был хәл. Людвигсхавен ҡалаһынан сыҡҡан танкер Бельгияның Антверпен ҡалаһына юл тотҡан була. Полиция хәбәр итеүенсә, команданың ике ағзаһы хәбәрһеҙ юғалған. Суднолағы тағы ике кешене ҡотҡарыу­сылар ҡотҡарып өлгөргән. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, юғалған кешеләрҙе эҙ­ләү өсөн вертолеттар һәм йылы тойоусы махсус ҡорамалдар файҙаланыла. Авария һөҙөмтәһендә кислота һыуға түгелгәнме, юҡмы – әлегә билдәһеҙ.

Читайте нас: