Бер күтәрелгәс, ҡабат төшөрмө икән?
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов социаль йүнәлешле тауарҙар һәм хеҙмәттәргә билдәләнгән хаҡтарҙы ныҡлы контролгә алырға ҡуштыЯңы йыл байрамы алдынан баш ҡаланың Затондағы күмәртәләп һатыу баҙарында картуфтың бер килограмы 32 һумға һатыла башланы. Әлбиттә, ошо сәбәпле магазиндарҙа, ябай баҙарҙарҙа 1 кг картуфтың хаҡы кәмендә 40 һум кимәлендә теркәлде. Әле лә «Социаль кәрзин» программаһында ҡатнашҡан супермаркеттар селтәрҙәрендә ваҡ ҡына картуфты ла 40 һумға һаталар. Башҡа йәшелсәләрҙең хаҡы ла һиҙелерлек күтәрелде. Мәҫәлән, сөгөлдөрҙөң хаҡы 40 һумға етте. Байрам алдынан эрерәк картуфтың хаҡы 55 – 60 һум тирәһе булды.