-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
28 Декабрь 2010, 13:46

һүҙ – “ҡуян”ға

Урал Ураҡсин, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, БР Архитекторҙар союзы рәйесе:– Әсәйем мәктәп йылдарында уҡ: «Һин ҡуян йылында тыуҙың. ҡуян, ғәҙәттә, ҡурҡаҡ була, ә һин бигерәк батыр-батмаҡайһың. Бер кемдән дә, бер нәмәнән дә ҡурҡмай­һың, бигерәк тура һүҙлеһең», – ти торғайны. Ғүмерем буйына шулай булып ҡалдым: дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте яраттым. Әсәйемдең икенсе һүҙе: «Бер ҡасан да кешегә насар йөҙ менән ҡарама, хатта дошманыңа ла йылмай, яҡшылыҡ телә». Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәнем һәм йәшәйем.

һүҙ – “ҡуян”ға
Урал Ураҡсин, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары, БР Архитекторҙар союзы рәйесе:
– Әсәйем мәктәп йылдарында уҡ: «Һин ҡуян йылында тыуҙың. ҡуян, ғәҙәттә, ҡурҡаҡ була, ә һин бигерәк батыр-батмаҡайһың. Бер кемдән дә, бер нәмәнән дә ҡурҡмай­һың, бигерәк тура һүҙлеһең», – ти торғайны. Ғүмерем буйына шулай булып ҡалдым: дөрөҫлөктө, ғәҙеллекте яраттым. Әсәйемдең икенсе һүҙе: «Бер ҡасан да кешегә насар йөҙ менән ҡарама, хатта дошманыңа ла йылмай, яҡшылыҡ телә». Ошо ҡағиҙә буйынса йәшәнем һәм йәшәйем.
Ғөмүмән, тормошомдан уңдым. ҡылған эштәрем – тик изгелек һәм яҡшылыҡ. Мин төҙөгән йорттарҙа кешеләрҙең рәхәтләнеп, йәм табып йәшәүен, мәҙәниәт, мәғариф һәм башҡа йүнәлештәге объекттарҙың әлеге көндә шау-гөр килеп эшләп, халыҡҡа хеҙмәт итеүен күреү – үҙе бәхет. Ә архитектура өлкәһендә эшләү йылдарында минең көс-тырышлығым һалып төҙөлгән объекттар бихисап. Сибай ҡалаһын ғына алһаҡ та, унда егерме йыл эшләүем дәүерендә проекттарым буйынса байтаҡ торлаҡ йорт, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт һарайы һәм башҡалар төҙөлдө. Минең хеҙмәтем менән йөҙәрләгән-меңәрләгән кеше файҙалана – был үҙе шатлыҡ түгелме ни?! Күп кенә ҡала һәм ауылдарҙың генпландарына ла аҡыл көсөм һәм ҡулым тейгән. Ә баш ҡалабыҙ Өфө тураһында әйтәһе лә түгел. Әйткәндәй, киләһе йылға һәм алдағы йылдарға беҙҙең архитекторҙар һәм төҙөүселәр өсөн эш фронты сикһеҙ, яңы проекттар, генпландар өҫтөндә эшләргә лә эшләргә әле. Өфөлә, мәҫәлән, сабыйҙарға балалар баҡсалары етмәй – ошо проект өҫтөндә ныҡлап эш башланыҡ һәм уны яҡын киләсәктә атҡарыр­ға тейешбеҙ. Тағы ла дәүләт ки­мәлендә кисектергеһеҙ хәл ителергә тейешле мәсьәлә – торлаҡ. Баш өҫ­төндә үҙ ҡыйығы булған кешенең шәхси тормошонда ла, эшендә лә, башҡа юҫыҡта ла бөтә эш-ғәмәлдәре уң килә. Был бигерәк тә йәштәргә ҡағыла. Беҙ уларҙы торлаҡлы итергә тейеш. Халыҡҡа уңайлы йәшәү-эшләү шарттарын булдырып, уларҙың рәхмәтен ишетеү күңелде үҫтереп, дәртләндереп ебәрә.
... Артҡа боролоп ҡараһаң, күпме изге эш башҡарылған – ялан булып йәйрәп ятҡан ерҙәрҙә бейек-бейек йорттар ҡалҡып, күпме көс һалынып, яңы ҡалалар, ауылдар үҫеп сыҡҡан. Был ерҙә нисәмә быуын алмашынған – ә йорттар һаман йәшәй, улар һаман кешеләргә тоғро хеҙмәт итә. Ә ул матур-матур, мәғрур йорттар минең дә тырышлығым менән төҙөлгән. Ошо үҙе бәхет бит, тип тағы һәм тағы ҡабатлағы килә. Һәм нәҡ шулай тип ҡабатлайым да.
Быйыл, Алла бирһә, 60 йәшемде билдәләйем. Йәш барһа ла, күңел һаман йәп-йәш. Заман мөмкинлектәрен файҙаланып, ижад итәһе лә итәһе ине. Йәштәргә матур итеп көнләшергә ҡала – улар алдында ниндәй форсаттар асыла бара! Иренмәй эшлә, ижад ит, тырыш ҡына. Ысынлап та, тырыштар күп бит. Тап ошондай кешеләрҙең тырышлығы менән илебеҙҙең сәскә атыуына ышанам.