Гөлдәр ИШҡЫУАТОВА, йырсы, композитор, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты:
– Аҡ уйҙар, яҡты теләктәр менән ҡуян йылына аяҡ баҫам. Яңы йыл байрамын ифрат яратам. Үҙем «ҡуян» булғанғамылыр, быйылғыһын айырыуса, мөғжизә көткәндәй, көтәм. Уңыштарым да бар кеүек. Күптән түгел Нефтселәр мәҙәниәт һарайын шаулатып, ижадташ дуҫтарым менән тыуған көнөмдө үткәрҙек. Үҙем дә, тамашасы ла ҡәнәғәт ҡалғандыр, тип уйлайым. Юбилейым өр-яңы йылға, башланғыстарға дәрт биреүсе, дарман өҫтәүсе баҫҡыс кеүек булды.
Теләк тигәндән, бер мәҫәл иҫкә төштө. Хужа Насретдин юлда бер даға табып алған. Эй, ҡыуанған... Тағы өс даға, ишәк табып алһам, бер ҡасан да йәйәү йөрөмәҫ инем, ти икән был. Шуның кеүек, бәләкәй генә табыштың да ҙур уңышҡа килтереүенә ихлас ышанып, булғанына шөкөр итеп йәшәйек. Яңы йылда бөтөн кешеләргә лә һаулыҡ, донъябыҙға именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем. Һөйкөмлө булып ҡалайыҡ, матурлыҡҡа матурлыҡ тартыла, изгелеккә яҡшылыҡ яғыла. ҡуян йылы барыбыҙға ла мәрхәмәт һәм бәхет алып килһен, көткән өмөттәр аҡланһын. Байрамға балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратҡан ризыҡ тәҡдим итәм. Эремсеккә ҡырғыстан үткәрелгән кишер, алма һәм шәкәр ҡушып бутайбыҙ. Шул тиклем тәмле килеп сыға. Мин үҙем Яңы йыл табынына кәбеҫтәнән бәлеш бешермәксемен.