-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
28 Декабрь 2010, 13:56

Ғинуар 2011 йыл

Иҫтәлекле даталар, байрамдар1 – Яңы йыл байрамы.7 – Раштыуа байрамы.11 – Бөтә Рәсәй ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө.– Бөтә донъя рәхмәт көнө.

Ғинуар 2011 йыл
Иҫтәлекле даталар, байрамдар

1 – Яңы йыл байрамы.
7 – Раштыуа байрамы.
11 – Бөтә Рәсәй ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө.
– Бөтә донъя рәхмәт көнө.
12 – РФ прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
13 – Рәсәй матбуғаты көнө.
21 – РФ Инженер ғәскәр­ҙәре көнө.
25 – Рәсәй студенттары көнө.
27 – Бөтә донъя таможня көнө.

Юбилейҙар

1 – яҙыусы Марсель ИСКӘНДӘРОВТЫҢ тыуыуына – 50 йыл (1961 – 2004).
5 – физика-математика фәндәре докторы, профессор Хәйрулла МОРТАЗИНҒА – 70 йәш (1941).
16 – билдәле шағир һәм публицист Мөнир ВАФИНҒА – 50 йәш (1961).
18 – шағир Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына – 100 йыл (1911–1939).
21 – РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәлимә ҒИРФАНОВАНЫҢ тыуыуына – 110 йыл (1901–1957).
27 – Халыҡ-ара информатика академияһы академигы, техник фәндәр кандидаты Раян Вахитовҡа – 75 йәш (1936).
– Башҡортостандың данлыҡлы спортсыһы, мотоспорт буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Ғабдрахман ҡАДИРОВТЫҢ тыуыуына – 70 йыл (1941–1993).
30 – танылған журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы Камил ЯЙЫҡБАЕВТЫҢ тыуыуына – 75 йыл (1936 – 2004).