-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
21 Декабрь 2010, 14:33

Студенттың үлемендә кем ғәйепле?

йәки Ата-әсәләр балаларын юғары уҡыу йортона үлер өсөн ебәрмәйI курс студенты, бәлиғ булып та өлгөрмәгән Илнур Буранбаевтың үлеме бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Егеттең ниндәй шарттарҙа яҡты донъя менән хушлашыуы һаман да аныҡ ҡына билдәле түгел.Бәлиғ булмаған кеше, тимәк, үҫмер, үлтерелә, йә булмаһа, үҙ-үҙенә ҡул һалыу хәленә еткерелә икән, был ҡот осҡос. Ғәйеплеләр мотлаҡ асыҡланыр­ға һәм язаһын алырға тейеш. Шуға ла йәмәғәтселектең, Илнур үлтерелгәнме, йә булмаһа, үҙ-үҙенә ҡул һалғанмы, тип баш ватыуы әллә ни аңлашылып та бөтмәй.

Студенттың үлемендә кем ғәйепле?
йәки Ата-әсәләр балаларын юғары уҡыу йортона үлер өсөн ебәрмәй
I курс студенты, бәлиғ булып та өлгөрмәгән Илнур Буранбаевтың үлеме бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Егеттең ниндәй шарттарҙа яҡты донъя менән хушлашыуы һаман да аныҡ ҡына билдәле түгел.
Бәлиғ булмаған кеше, тимәк, үҫмер, үлтерелә, йә булмаһа, үҙ-үҙенә ҡул һалыу хәленә еткерелә икән, был ҡот осҡос. Ғәйеплеләр мотлаҡ асыҡланыр­ға һәм язаһын алырға тейеш. Шуға ла йәмәғәтселектең, Илнур үлтерелгәнме, йә булмаһа, үҙ-үҙенә ҡул һалғанмы, тип баш ватыуы әллә ни аңлашылып та бөтмәй.
Бала ғына тип әйтерлек егетте үлем хәленә еткереү менән үлтереүҙең әллә ни айырмаһы ла юҡтыр. Һәр хәлдә, бөгөн Илнур Буранбаев һалҡын ҡәбер ҡосағына һалынған. Бөгөн уның ата-әсәһе, яҡындары ҡайғыһынан бөгөлөп төшкән. Бөгөн студенттар ятаҡтарҙа йәшәргә ҡурҡа. Бөгөн балаларын ҡалаға уҡырға ебәргән ата-әсәләрҙең ҡото осоп йәшәй. Бөгөн теләһә ниндәй әҙәм аҡтыҡтары студенттар йәшәгән ятаҡҡа үтеп инеп, төнө буйы уларҙы тәҙрә аша араҡыға, һыраға ебәрергә мәжбүр итеп булғанлығын белә һәм ошо ысулды рәхәтләнеп ҡуллана. Ана шул турала уйланырға кәрәк!
Был ҡыҙғаныс хәлдең сәбәптәре асыҡланыр, йәштәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары бәлиғ булмаған Илнурҙың ниндәй шарттарҙа яҡты донъя менән хушлашыуын тикшерер, асыҡлар, тип ышанғы килә. «Йәшлек» гәзите лә был фажиғәгә битараф түгел. Беҙҙең сайтта Илнур Буранбаев менән ятаҡта бер бүлмәлә йәшәгән егет ошо ҡәһәрле төн хаҡында һөйләгән видеояҙма бар. Студент төнө буйы йүнләп йоҡлай ҙа алмай, ятаҡҡа ситтән килеп ингән әҙәм өсөн һыра, сигарет ташыу­ҙары хаҡында хәбәр итә. Сайттың адресы: www.ye02.ru. Унда һәр берегеҙ инеп, видеоны ҡарай, комментарийҙар ҡалдыра ала. Беҙҙең сайтта ошо хәл буйынса мәғлүмәттәр тупланмаһы буласаҡ, үҙебеҙҙең тикшереүҙәр, сайтта һеҙ ҡалдырған мәғлүмәттәр буйынса мәҡәлә яҙыласаҡ. Шуға ла бөтәгеҙҙе лә әүҙем булырға саҡырабыҙ.
Йәмәғәтселек, журналистар Илнур Буранбаевтың фажиғәһе буйынса үҙ һүҙен әйтәсәк. Әле бик күп урында йыйылыштар, кәңәшләшеүҙәр бара. Өфөлә уҡып йөрөүсе бөтә республика студент-активистары ла үткән аҙнаның йомаһында ошо аяныслы хәл тураһында бергәләп ултырып һөйләшеү, кәңәшләшеү өсөн йыйылды. Улар, килеп тыуған хәлде ныҡлап тикшереүҙе, ғәйеплеләр­ҙе асыҡлауҙы һорап, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовҡа, Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса эске эштәр министры Игорь Алешинға асыҡ хат әҙерләне. Шул хаттан өҙөк килтерәбеҙ (ул йәмәғәт ойошмаларының асыҡ хаты булараҡ яҙылған):
«Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының I курсы студенты, беҙҙең активист, 1993 йылда тыуған Буранбаев Илнур Сәйет улының йыртҡыстарса үлтерелеүе беҙҙе шаңҡытты.
Беҙ уны тормошто яратҡан, шат күңелле һәм ярҙамсыл егет булараҡ беләбеҙ. Тәүҙә үткәрелгән экспертиза буйынса, Илнур үлер алдынан туҡмал­ған һәм быуылған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер кешеләр, Илнур Буранбаев үҙ-үҙен үлтерергә бирелеүсән (һәләтле – авт.) булған, тип күрһәтергә тырыша. Был беҙҙең ҡарамаҡҡа – ялған.
Беҙ үлтереүселәрҙе язаға тарттырыу­ҙы талап итәбеҙ.
Беҙ енәйәтте булдырыуға юл ҡуйған кешеләрҙе язаға тарттырыу­ҙы талап итәбеҙ».
«Йәшлек» гәзитенең сайтында, Башҡорт форумдарында, беҙҙең редакция журналистарының шәхси тикшереүҙәренән һуң асыҡланыуынса, күпселек фажиғәлә ошондай хәлгә алып барып еткергән ятаҡтағы тәртипһеҙлектәрҙе ғәйепләй. 13 декабрҙә, әжәленән бер көн генә алда, Илнур Буранбаев үҙ-үҙенә ҡул һалырға йыйынмаған да булған. Улай ғына ла түгел, ул КВН-да Бөрйән районы студенттары командаһының капитаны булырға әҙерләнеп йөрөгән. ҡыҫҡаһы, егет тормошто ярат­ҡан ғына түгел, әүҙем, ҡыҙыҡлы һәм тулы ҡанлы тормош алып барған. Уны белгән бөтә кеше лә, күңелсән, аҡыллы, туғандарын, дуҫтарын яратҡан яп-ябай башҡорт егете, тип билдәләй.
Йәштәр, студенттар, ниндәйҙер башҡа төркөм кешеләре төрлө ойошмаларға берләшә, бергәләп байрамдар, һабантуйҙар үткәрә. Илнур Буранбаев та, I курс студенты ғына булыуына ҡарамаҫтан, ошондай ойошмалар эшенең уртаһында ҡайнап йөрөгән. Шуға ла ярҙам кәрәк булған ваҡытта Илнурҙың япа-яңғыҙ ҡалыуы аяныслы. Бер нисә иҫерек кешегә бер үҫмер ҡаршы тора аламы ни? Илнурҙың ни өсөн ярҙам һорап башҡаларға мөрәжәғәт итмәүе лә аңлашыла – тимәк, ярҙам өмөт итерлек кешеһе булмаған. Тимәк, әле беҙҙә эшләгән ойошмалар шул байрамдар ойоштороуҙан ары китә алмай. Үкенесле...
Йәштәр, студенттар йәшәгән урындар­ҙа имен тормош алып барыу өсөн шарттар юҡ – ошо проблема мотлаҡ күтәрелергә тейеш. Кешеләр балаларын сит ҡалаларға белем алыу өсөн ышанып ебәрә, табутта алып ҡайтып ерләү өсөн түгел! Һәм уларҙың ошо именлекте тәьмин итеүҙе талап итергә хаҡы бар.
Илнур Буранбаевтың ата-әсәһе улдарының ни өсөн үлеүен асыҡлар өсөн яңынан экспертиза үткәреп ҡарарға ла ниәтләгәйне. Тик әлегә был теләктәре бойомға ашманы, урындарҙа, баш ҡалала үткәрелгән экспертизанан уҙып, әллә ни эш башҡара алмайҙар. Шулай ҙа эш былай ғына тамамланмаҫ. Студенттар ятағы теләһә ниндәй әтрәгәләмдәр инеп, юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгәндәр өсөн «имтихандар» ойоштороу урыны булырға тейеш түгел!

Лилиә СИРАЕВА.