-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2010, 17:40

Юлдарҙа – боҙлауыҡ!

Шишәмбе иртәнсәк баш ҡаланың төп магистралдәре генә түгел, тотош ер өҫтө яп-ялтыр һырғалаҡҡа әйләнде тиерһең. Декабрь уртаһында ямғыр яуһын әле! Урамда атларлыҡ түгел. Юл-транспорт фажиғәләре артты. Быға тиклем, йәғни бер көн элек, баш ҡалала ун өс юл-транспорт фажиғәһе теркәлһә, шишәмбелә – 240! Был уртаса күрһәткестәрҙән өс тапҡырға юғары. Айырыуса Салауат Юлаев һәм Октябрь проспекттарында фажиғәләр күп. Уларҙа, башлыса, автотранспорт зыян күргән.

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтенә йә имгәнеү, йә һыныу буйынса мөрәжәғәттәр күп. Шунлыҡтан табиптар көсөргәнешле режимда эшләргә мәжбүр. Әйтәйек, баш­ҡа көндәрҙә, им­гәнеүҙән ярҙам һорап, уртаса алтмышлап кеше мөрәжәғәт итһә, бөгөн уларҙың һаны яҡынса йөҙ кешегә етә.
Алдағы көндәрҙә лә көн торошо ҡыуанырлыҡ түгел. Һауа температураһы яҡынса ике-өс градус тирәһе буласаҡ. Көндөҙ хатта нуль градус, ә төндә әҙ генә һыуытыуын иҫәпкә алһаң, тайғаҡ һаҡлана, тигән һүҙ. Әҙләп кенә яуып алған ҡар ҙа тәбиғәттең әлеге көйһөҙлөгөн еңә алмай. Шунлыҡтан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығы води­телдәр­ҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә берҙәй иғтибарлы булырға саҡыра.
Ярай әле юлдарға көнө-төнө ҡом һибәләр. Өфө ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Дмитрюк хәбәр итеүенсә, ҡом һипкес машиналар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Тайғаҡҡа ҡаршы бөтәһе ике йөҙҙән ашыу техника берәмеге көрәшә, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле эш режимына күсерелгән.

Р. КҮСЕМХАНОВА.