Бөтә яңылыҡтар
18 Декабрь 2010, 17:36

Тормош барыбер матур ул...

Ғәҙәттә, рубрикабыҙҙы гел генә илдә барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата йәмәғәтселектең фекерен белдереүгә арнайбыҙ. Хатта көнүҙәк проблемалар, төрлө мәсьәләләр менән күмелеп тә китәбеҙ кеүек. Ә ябай кеше күңелен борсоған, шатландырған йәки, киреһенсә, ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ тыуҙырған һорауҙарға иғтибар итеп еткермәйбеҙ кеүек. Улар онотолоп, хатта баҫылып та ҡалыусан. Гәзиттә түгел, төптә – күңелдә... Бөгөнгө һорауыбыҙ ябай. Тормошта нимәне үҙгәртергә теләйһегеҙ?

Ғәҙәттә, рубрикабыҙҙы гел генә илдә барған хәл-ваҡиғаларға ҡарата йәмәғәтселектең фекерен белдереүгә арнайбыҙ. Хатта көнүҙәк проблемалар, төрлө мәсьәләләр менән күмелеп тә китәбеҙ кеүек. Ә ябай кеше күңелен борсоған, шатландырған йәки, киреһенсә, ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ тыуҙырған һорауҙарға иғтибар итеп еткермәйбеҙ кеүек. Улар онотолоп, хатта баҫылып та ҡалыусан. Гәзиттә түгел, төптә – күңелдә... Бөгөнгө һорауыбыҙ ябай. Тормошта нимәне үҙгәртергә теләйһегеҙ?
Эльмира ЮЛДАШЕВА, Хөсә­йен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисткаһы:
– Өс балаға әсәй булғас, тормош, тәрбиә, донъя көтөү тураһында уйланмау мөмкин түгел. Моғайын, һәр ата-әсә үҙенә, балаларымды бәхетле итер өсөн нимә эшләй һәм нимәне үҙгәртә алам, тигән һорауҙы йыш бирәлер. Уны мин дә үҙ-үҙемә беренсе тапҡыр бирмәйем. Был турала ҡырҡ тапҡыр уйланғаным бар. Мин закондарҙы үҙгәртеп, уларҙы камиллаштырыр, бюрократизмды, формализмды бөтөрөр инем. Юғиһә, ҡайҙа барһаң да, күмәк балалы ғаилә икәнеңде раҫлаусы белешмә, документтар талап итәләр. Бәләкәй генә балалар пособиеһы өсөн дә, юҡ ваҡытыңды бар итеп, туҙға яҙмаған справка юллап йөрөргә мәжбүрһең. Ошо ҡатмарлы системаны ябайлаштырыр инем. Закондар камил булып, өҫтәүенә, барыһы ла үтәлһә, донъябыҙ түңәрәк, тормош етеш булыр ине. Ошондай ваҡлыҡтарҙан арындырыр инем кешеләрҙе. Сөнки һәр кем етеш донъяға лайыҡлы.

Әхәт МОРТАЗИН, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Теләгең булһа, тормошта күп нәмәне үҙгәртергә була. Холҡоңдо, эшеңде, йәшәүгә мөнәсәбәтеңде, донъя көтөүгә һәләтеңде. Мин үҙем тәрбиәгә, әхлаҡҡа мөнәсәбәтте үҙгәртер инем. Донъялағы бар ҡиммәттәр ошо ике төшөнсәгә бәйле. Тәрбиәле, әхлаҡи ҡиммәттәргә буйһонған кеше тура юлдан яҙмаясаҡ, алдына маҡсат ҡуйып йәшәйәсәк. Ундайҙар бәхеткә, уңышҡа ирешеүсән, күңелдәре лә бөтөн була. Шуға күрә мин тәрбиәне үҙгәртеү яҡлымын. Идеология булһын ул.

Илшат ҮТӘЕВ, БР Хәрби дан музейы директоры:
– Бер нәмәне лә үҙгәртмәҫ инем. Тормош былай ҙа матур. Ул хатта төрлөлөгө – күңелле һәм үкенесле, ябай һәм ҡатмарлы булыуы менән ҡыҙыҡлы ла. Үткәндәрҙе, тарихты онотмаһаҡ, аманатыбыҙға, иманыбыҙға тоғро ҡалһаҡ, рухыбыҙҙы, телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлаһаҡ – шул етә. Бары тик күңелдәге ошо ҡиммәттәр юйылмаһын ине. Мин үҙем тарихты боҙоп, үҙгәртергә тырышыусыларға ла ҡаршымын.

Сулпан АСҡАРОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы:
– Бәләкәйҙән ғәҙелһеҙлекте, көнләшеүҙе, ике йөҙлөлөктө, тупаҫлыҡты һәм алйотлоҡто яратмайым. ҡулымдан килһә, ошондай йәмһеҙ ғәҙәттәрҙе холҡона һеңдергән кешеләрҙе үҙгәртер инем. Әлбиттә, ыңғай яҡҡа. Аҡыллы кеше иғтибар ғына итмәй, донъяла бит аҙым һайын ғәҙелһеҙлеккә тарырға, ике йөҙлөлөккә шаһит булырға тура килә. ҡыҙғанысҡа ҡаршы... Барыбыҙ ҙа ғәҙел, изге уйлы булһаҡ, ҡайһылай шәп булыр ине... Һәр кемде ғәҙел, изге уйлы, асыҡ йөҙлө булырға саҡырам. Күңел менән һәр саҡ аҡыл идара итергә тейеш.

Сәүиә САБИТОВА, тәрбиәсе:
– Тормошто үҙгәртеп буламы ни ул? Был бары тик ҙур етәкселәр эше, миллиондар яҙмышы менән улар идара итә. Улар ниндәй закон ҡабул итә, шуға буйһоноп йәшәйбеҙ. Бары тик тырышлыҡ ҡына кәрәк, барыһы ла үҙеңдән тора. Үҙең тырышмаһаң, уңышҡа ла, лайыҡлы тормошҡа ла өлгәшеп булмай.
Мин ысынлап та тормошто үҙгәртә алһам, эскелекте, хыянатты, ғәйбәтте бөтөрөр инем. Кешене һәләк итеүсе, ғаиләләрҙе тарҡатыусы яуызлыҡтар – ошолар. Шунан азат булайыҡ.
Читайте нас: