-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2010, 18:56

Мәрхәмәтлек күрһәтеү батырлыҡмы?

Земфира һәм Ғиззәр Байбулатовтар асарбаҡҡа әйләнгән ирҙе тормош төпкөлөнән тартып сығарғанДауахананың бер палатаһында аяҡтарынан яҙған ике ауырыу ятҡан. Тәҙрәнән алыҫ ултырған карауатта ятҡан ауырыу зәңгәр күкте, ҡояшты, тирә-яҡтағы йәшеллекте, кешеләрҙе һағынып, уны күрә алмауына зарланған.

Мәрхәмәтлек күрһәтеү батырлыҡмы?
Земфира һәм Ғиззәр Байбулатовтар асарбаҡҡа әйләнгән ирҙе тормош төпкөлөнән тартып сығарған
Дауахананың бер палатаһында аяҡтарынан яҙған ике ауырыу ятҡан. Тәҙрәнән алыҫ ултырған карауатта ятҡан ауырыу зәңгәр күкте, ҡояшты, тирә-яҡтағы йәшеллекте, кешеләрҙе һағынып, уны күрә алмауына зарланған.
Тәҙрә төбөндә ятҡан ауырыу көн һайын яҡында ғына ағып ятҡан йылға, йәшел ялан, кәмәлә йөҙгән егет менән ҡыҙ, кистәрен шул яланға килеп йүгереп уйнаған балалар тураһында һөйләп, күршеһен йыуатҡан. Шул рәүешле көндәр, айҙар үткән. Бер көндө тәҙрә янында ятҡан ауырыуҙың хәле насарланып китә һәм ул тиҙҙән йән бирә. Ишек янында ятҡан ауырыуҙы тәҙрә төбөндәге карауатҡа күсерәләр. Күр­шеһе көн дә матур итеп тасуирлаған күренештәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күрәйем тип, ашҡынып, ауырыу тәҙрәгә күҙ һала һәм... аптырап ҡала: уның алдында кирбес стена булып сыға. Шәфҡәт туташы баҡыйлыҡҡа киткән ауырыу­ҙың һуҡыр булыуы тураһында һөйләп бирә – ул тома һуҡыр көйө күршеһенең күңелен табырға, күтәрергә тырышҡан, ә үҙе, бисара, теге донъяға китеп барған.
Бик кинәйәле риүәйәт, эйе бит?! Һау-сәләмәт килеш тормошҡа зарланған, әҙ генә ауырлыҡты ла күтәрә алмай, бөгөлөп төшкән, урамда хәйер һорап ултырған ғәрип-ғорабаға һуҡыр тинебеҙҙе лә йәлләгән, ташландыҡ бесәй-эттәргә битараф ҡараған саҡтарыбыҙ әҙме ни? Ә бына Өфөлә йәшәүсе Ғиззәр һәм Земфира Байбулатовтар ауыр хәлдә ҡалған ете ят кешене үҙ ҡанаттары аҫтына һыйындырып, ярҙам итеп, ҙур сауап алған.
Саңғысы-биатлонсы Рафаэль Сәхәпов һигеҙ йылдан ашыуыраҡ РТИ заводында һаулыҡ өсөн зарарлы производствола, аҙаҡ төҙөлөштә эшләгән. Бәхетһеҙлек арҡаһында ике аяғынан да яҙғас, уның киләсәккә өмөтө ҡалмай. Астан үлмәҫ өсөн ер аҫты юлына төшөп, хәйер һорарға мәжбүр була. Үҙәк баҙарҙа оҙаҡ ҡына йылдар урам һепереүсе булып эшләгән Земфира ғәрип кешене көн дә осратып тора. Көндәр һыуыта башлағас, ҡатын иренә ул кеше тураһында һөйләп бирә һәм, өйгә алып ҡайтайыҡ, тигән теләген белдерә. Ғиззәр оҙаҡ уйлап тормай, ризалығын бирә.
– Күңел тарлығы булмаһа, өйҙә урын табыла ул. Рафаэлды алып ҡайтып, тәрбиәләп алдыҡ. Уның пропискаһы ла, паспорты ла юҡ ине. Дауаханалар, тейешле органдар тупһаһын тапай башланыҡ. Шуныһы ҡыйыныраҡ булды: уға инвалидлыҡ юллағанда ВТЭК-ҡа бишенсе ҡатҡа күтәреп алып менергә тура килде, сөнки лифт эшләмәй ине. Әммә һәр ерҙә лә кешеләр беҙгә аңлап ҡараны, кабинеттарға сиратһыҙ индерҙе, – тип һөйләй Ғиззәр.
– Был кешеләр минең күңелемдә өмөт сатҡыһы уятты. Хәҙер артабан нисек йәшәү, эшкә урынлашыу тураһында уйлайым, – ти Рафаэль үҙе.
Әле Рафаэль өсөн дә, Байбулатовтар өсөн дә бар ауырлыҡтар ҙа артта ҡалған. Земфира менән Ғиззәрҙең ярҙамы, хәстәре арҡаһында Рафаэль тейешле документтарын, беренсе төркөм инвалидлыҡ юллап алған. Бөгөн ул социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә йәшәй. Уның һүҙҙәренсә, үҙәктә йәшәү шарттары яҡшы.
Мәрхәмәтлек. Миһырбанлыҡ. Бөгөн, йәмғиәтебеҙҙә был төшөнсәләр онотолоп барған ваҡытта, урамда ҡалған кешене үҙҙәренә эскерһеҙ һыйындырыусы ғаиләне республика халҡы киң мәғлүмәт саралары аша әллә ниндәй батырлыҡ ҡылған ғаилә кеүек итеп ҡабул итте. Телевидениела күрһәттек, гәзиттәрҙә яҙҙыҡ, хатта Президентыбыҙ, уларҙы Республика йортона саҡырып, рәхмәтен дә белдерҙе. Эйе, геройлыҡ тип ҡабул иттек. Сөнки беҙҙең йәмғиәт хәҙер ысын мәғәнәһендә бүреләр законы буйынса йәшәй. Совет заманынан ҡалған, кеше кешегә дуҫ, тигән лозунг юҡҡа сығып бара. Бына ошоһо ҡурҡыныс һәм аяныс.

Йәнбикә БАЙЫШЕВА.