Бөтә яңылыҡтар
14 Декабрь 2010, 18:05

«Беҙ торлаҡ төҙөгәндә граждандарҙың социаль яҡланмаған категорияһын күҙ уңында тоттоҡ»

йәки «Үҙ йортом» программаһы булмаһа, аҙ тәьмин ителгән граждандар фатирға өмөт итә алыр инеме?«Үҙ йортом» республика маҡсатлы программаһы асылып, дөйөм ятаҡтарҙа, кеше фа­тирҙарында йәшәгән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә республика етәкселеге иң тәү башлап Өфө эргәһендәге Шамонин ауылында йорт төҙөтөүгә сертификат тапшырғас, беҙҙең гәзит «Мөғжизәгә ышан» тигән мәҡәлә баҫтырып сығарғайны. Мәҡәләнең исеме хеҙмәткәрҙәребеҙҙең көтмәгәндә «күктән килеп төшкән» бындай бәхеттән шатлыҡтары эстәренә һыймауын сағылдырғайны.

«Беҙ торлаҡ төҙөгәндә граждандарҙың социаль яҡланмаған категорияһын күҙ уңында тоттоҡ»
«Беҙ торлаҡ төҙөгәндә граждандарҙың социаль яҡланмаған категорияһын күҙ уңында тоттоҡ»
йәки «Үҙ йортом» программаһы булмаһа, аҙ тәьмин ителгән граждандар фатирға өмөт итә алыр инеме?
Әйткәндәй, «Үҙ йортом» программаһы рәсми рәүештә 31 декабргә тиклем генә ошо программа рәүешендә дауам итәсәк. 2011 – 2020 йылдарға яңы торлаҡ төҙөлөшө программаһының бер өлөшө «Аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө» тип аталасаҡ – уға «Үҙ йортом» прог­раммаһы принцибын һәм тупланған тәжрибәне индерҙек, һәм әле ул Төбәк үҫеше министрлығында һөйләшеп килешеү стадияһында. Республика башлығы раҫлаһа, программаға старт биреләсәк. Айырма тик шунда: йорт хаҡына эске инженер-коммуникация селтәре лә индереләсәк, һөҙөмтәлә торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы 18000 – 19000 мең һумға барып төшәсәк, уның ҡарауы, заказсылар үҙ йорттарына шунда уҡ инеп, йәшәп китә аласаҡ. Әле беҙҙең программа буйынса иһә төҙөлгән 1500 йорт файҙаланыу­ға тапшырылһа ла, уларҙа 300 генә ғаилә йәшәй, сөнки күптәр эске селтәрҙәрҙе үткәреү, ремонт эшләү мөмкинлегенә эйә түгел, кемдер икешәр кредит түләй. Шунлыҡтан киләһе йылдан төҙөләсәк йорттарға электр, газ, ҡаҙанлыҡ үткәреләсәк, стеналары штукатурланасаҡ, иҙәндәре тигеҙләнәсәк. Эйе, йорттар урынына еткерелеп тапшырыласаҡ, әммә... йорт төҙөтөүселәр һаны, әлбиттә, ҡырҡа кәмейәсәк. Йәғни беҙ хәҙер әҙ тәьмин ителгән граждандар сегментынан эконом-класс сегментына күсәбеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, район хакимиәттәрендә ипотека торлағына сиратта торғандарға программала ҡатнашыу форсаты биреләсәк. Социаль ипотеканың шарттарын үҙегеҙ беләһегеҙ: тәүҙә 30 процент иғәнә индерергә кәрәк, ә торлаҡ майҙанының бер квадрат метрының хаҡы 26000 – 28000 мең һум тора.

– Был, «Үҙ йортом» программаһына ингән, әммә кеҫәһе таҡырлыҡтан ағымдағы йылда йорт төҙөтә алмағандар өсөн артабан юл ябыла, тигәнде аңлатамы инде? Тимәк, әҙ тәьмин ителгән халыҡ тағы ла ситтә тороп ҡаласаҡ. Ә ниңә ҡулдарында йорт төҙөтөүгә сертификаты булғандарға һис юғында ерен хосусилаштырыу мөмкинлеген бирмәҫкә?
– Үкенескә күрә, «Үҙ йортом» программаһы буйынса ер участкаһы әҙер йорт менән бергә бирелергә тейеш. Шунлыҡтан кем Өфө эргәһендәге ҡасабаларҙа йорт төҙөтә алмаған, улар шул уҡ документтары менән пропискала торған районында ер участкаһы ала.
Яңыраҡ Нуғай ҡасабаһы төҙөлөшө буйынса Өфө ҡала хакимиәте менән берлектә эш башланды. Сөнки унда социаль ипотека буйынса мәғлүмәттәр базаһы бар. Иң тәүҙә нәҡ социаль ипотека программаһы буйынса сиратта тороусыларға йорт төҙөтөү мөмкинлеге биреләсәк.

– Шамонин ауылында йәшәүселәр коммуналь хеҙмәттәрҙең, яҡтылыҡ өсөн хаҡтарҙың ҡиммәт булыуына зарлана...
– Яңы төҙөлгән ҡасабаны тулыһынса эксплуатациялау өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләргә кәрәк бит. Ә 1500 ғаиләнән 300-ө генә йәшәгәндә һәм түләгәндә ҡасабаға киткән бөтә сығымдар ҙа идара итеүсе компания елкәһенә төшә. Бөтә проблемалар ҙа шул арҡала килеп сыға ла инде. Ә бит ҡасабала урамдар, юлдар даими таҙартылып тора, электр уты, һыу, газ бар. Ошолар менән тәьмин итеүселәргә эш хаҡы ла түләргә, техниканы заправкаларға һәм башҡа сығымдар ҙа бар. Уйлап ҡараһаң, 1200 йортта йәшәмәүселәр ял һайын йәки йәй буйы йорто менән булышты һәм булыша, улар электр уты, һыу менән файҙалана, йорттарға счетчиктар ҡуйылмаған, ә контролләү өсөн энергетиктар уларҙың йорттарына эләгә алмай – ишектәре һәр ваҡыт бикле. Һөҙөмтәлә баш энергетика компанияһы күпме энергия тотонолоуы тураһындағы күрһәткестәрҙе ҡасабаны электр менән хеҙмәтләндереүсе компанияның счетчигынан ала ла, кешеләр түләмәгән хаҡты былар елкәһенә сәпәй. Үкенескә күрә, ҡышын электр уты тотоноу күпкә артып китә. Сөнки күптәр өйҙәрен электр менән йылыта.

– Шамониндағы инфраструктура төҙөлөшө нисегерәк? Асфальт юлдарға өмөт итеп буламы?
– Мәктәп төҙөлдө һәм быйыл 1 сентябргә асылды. Тағы ла 1200 ғаилә үҙ өйҙәренә күсһә, мәктәптә уҡыусылар һаны артасаҡ. Шунлыҡтан мәктәпте тиҙерәк асыу ниәтендә булдыҡ – уға ихтыяж бар.
Балалар баҡсаһы бөтә документтар юлланып бөткәс тә асыласаҡ. Улар Өфө районының муниципаль милке булып һаналасаҡ. Ошо статусты алғас ҡына балалар баҡсаһы эшләү һәләтенә эйә буласаҡ. Сөнки уны асыу өсөн иң элек балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Тик был процедура бик оҙайлы.
Жуков ауылында – балалар баҡсаһы, Дорогинда ла мәктәп һәм балалар баҡсаһы проектлана. Шамонинда янғын часы проектланды, подрядсы билдәләнде. Яҡын арала ул төҙөлә башлаясаҡ. 100 урынлыҡ амбулаторияны проектлау шулай уҡ тамамланды, документтар эшен юллау ҡалды.
Генплан буйынса Жуков ҡасабаһында мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла ҡаралған булһа ла, әлегә унда мәктәп бар һәм яңы мәктәп төҙөүҙең әллә ни кәрәге юҡ. 160 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөү ҡаралған.
Дорогинда мәктәп төҙөү ихтыяжы, ысынлап та, ҙур. Ғәмәлдәге мәктәп авария хәлендә. Шунлыҡтан Өфө районы хакимиәте беҙҙең менән берлектә был мәсьәлә өҫтөндә ныҡлы эшләй – мәктәп менән балалар баҡсаһы бергә төҙөлә башлаясаҡ.
Юлдарҙы асфальтлауға килгәндә, ҡасабалар тулыһынса төҙөлөп, кешеләр үҙ өйҙәренә инженер-коммуникация селтәрен индереп бөтмәйенсә был эш башҡарылмаясаҡ. Шамонинда, мәҫәлән, әлеге көндә яҡынса 600 – 650 йорт ҡына инженер селтәрҙәренә тоташтырылған. Асфальт һалһаң, уны ошо эштәрҙе башҡарғанда барыбер емерәсәктәр. Шуға бер аҙ көтөргә тура киләсәк.
– Әгәр ҙә ошо «Үҙ йортом» программаһы килеп сыҡмаған булһа, беҙҙең «Йәшлек»тәр һаман да йортһоҙ-ерһеҙ булыр ине. Шуға күрә беҙ уның инициаторҙарына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙҙең күңелдәрҙә яҡшы һәм яҡты киләсәккә өмөт уятҡанығыҙ, беҙҙең килеп сыҡҡан һәр сетерекле мәсьәләне хәл итешкәнегеҙ өсөн һеҙгә, Валерий Витальевич, шәхси рәүештә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Р. МӘХИЙӘНОВА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Читайте нас: