«Йәшлек» гәзите үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Ә шулай ҙа сәхнәне бер итеп ноутбук тотоп йөрөгән замана бабайы (Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры актеры Нәғим Нурғәлин) ни ти, имеш, гәзиттең көнө бөттө, хәҙер гәзиткә ҡалған көн юҡ, хәҙер ҡулда – йә телефон, йә «кәмпитер». Эскәмйәгә түшәп ултырҙы үҙе баҫмабыҙҙы. Янында, үҙе әйтмешләй, «баҙарға сығарып туғыҙ тапҡыр һатып, ун тапҡыр ҡасып ҡайтҡан Аҡбайы». Ярай әле, эргәһенә кеҫә телефонына ауыҙын терәп туҡталмай һөйләшкән ҡыҙ (Мостай Кәрим исемендәге республика Милли йәштәр театры актрисаһы Гүзәл Әйүпова) килеп сығып, ҡолаҡтарына алып барыусыларҙан «Йәшлек» һүҙе эләгеп кенә һөйләшеү шул юҫыҡҡа әйләнеп китте. Шаян ҡыҙыҡай бабайҙы, урамда 1990 йыл, тип алдап та ҡуйҙы. Һуң, өлкәндәр бындай ваҡытта ни эшләй? Хәтирәләргә бирелә инде. Ысынлап та, нимә булды һуң ул йылда? Был сыуалышлы ла, милли үҙаң уянған данлы ла осор ине ул. Тағы ла «Йәшлек»тең тыуыуы, уның «ай-тай» тороуы, ҡайсаҡта имгәкләүе лә, ныҡлы аҙымдар менән атлап китеүе ошо йылдарға барып тоташа бит. Бабайҙы, этен һатып булһа ла, «Йәшлек»кә яҙылырға өндәгән ҡыҙ уйлап тапты барыбер әмәлен – гәзиткә мәҡәлә яҙа ла, гонорарына бабай ярты йыл буйы баҫманы уҡып ҡыуана! Бына бит нисек ябай ул был эш. Оҙон-оҙаҡ уйлап тормай бабай, ултырып мәҡәлә яҙа, уны баҫтырып та сығаралар, һәм, рәхим ит, гәзиткә яҙыл, уҡы, яҙыш.
Аңлағанға ишара был, йәмәғәт, гәзит менән дуҫлашыу шарт, унан инде уны сығарыуға ла өлөш индерәһең, мәҡәләләрең, хәтирәләрең донъя күрә, гәзиткә яҙылырға аҡсаң да табыла.
Байрам концерты бына ошондай тамаша менән үрелеп барҙы. Гәзитебеҙҙең дуҫтары ла күп икән! Залдың лыҡа тулы булыуы, йырсыларҙың ихлас күңелдән сығыш яһауы, ҡунаҡтарыбыҙҙың йомартлығы быны дәлилләй.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев билдәләүенсә, йыл әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булды. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы, яңы Башҡортостандың 20 йыллығы, шулай уҡ «Йәшлек»кә лә – 20 йыл. Ошо ике 20 йыллыҡтың тап килеүе юҡҡа ғына түгел. Гәзит республиканы яңы кимәлгә күтәреүҙә иҫ киткес ҙур роль уйнаны.
– «Йәшлек»тең тәүге битендә бөйөк шәхесебеҙ Шәйехзада Бабичтың «Ал да нур сәс халҡыңа!» тигән һүҙҙәре яҙылған. Баҫма инде хәҙер егерме йыл буйына халҡыбыҙға нур сәсеп, йәштәрҙе бергә туплап, алға әйҙәп йәшәй. Был оло бәхет, – тине Рауил Төхвәт улы. – Һәр кемдең йәшлеге үҙенсә ҡәҙерле, үҙенсә матур. Бөгөнгө йәштәрҙеке икеләтә матур, сөнки һеҙҙең «Йәшлек» гәзите бар. Беҙ әҙәбиәткә килгәндә, 50-се йылдар аҙағында, 60-сы йылдар башында «Ленинец» гәзитенең башҡортса дубляжы ғына сыға ине. Айырым баҫма булдырыу өсөн беҙ күпме көрәштек! Туҡһанынсы йылда ғына халҡыбыҙҙың, уҡыусыларҙың хыялы тормошҡа ашты. Ошо бәхетте һеҙ, йәштәр, ҡәҙерләгеҙ.
БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов та, сығыш яһап, гәзитебеҙҙең дуҫтары артыуын, коллективҡа уңыштар теләне. Редакция хеҙмәткәрҙәре – верстка буйынса оператор Альбина Исмәғилева һәм журналист Алһыу Ишемғолова уның ҡулынан Маҡтау грамоталары алды.
Байрам тағы ла нимәһе менән иҫтә ҡаласаҡ һуң? Концерт һуңынан тамашасыларҙың рәхмәт һүҙҙәрен күп ишеттек. «Был тиклем һәләтле, сағыу йырсыларҙы, бейеүселәрҙе нисек бергә туплай алдығыҙ?» – тигән һорауҙар ҙа булды. Эйе шул, алдан хәбәр итеүебеҙсә, «Ант» төркөмөн, танылған йырсылар Фәрүәз Урманшин, Хәсән Усманов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Гөлсөм Бикбулатованы, Заһир Байыҡты тамашасы нисек алҡышламаһын ти?! Ә һуң ҡурайыбыҙҙы бар донъяға танытып йөрөгән Роберт Юлдашевтың сығышын нисек хәтерҙә ҡалдырмайһың?! Янбулат Мөхәмәтдинов, Дияна Ишниязовабыҙ ҙа үҙебеҙҙең таланттар бит. «Гәлсәр һандуғас» телефестивале асҡан исемдәрҙе генә алайыҡ – Юнир Һағынбаев, Гүзәл Аҫылбаева, апайлы-һеңлеле Алһыу һәм Зилиә Бәхтиевалар, Иҙел Нурғәлин, Айрат Зиннәтов, Раян Абдуллин кемдән кәм? Пародист Илнур Юламанов үҙе генә лә бер вагон «йондоҙ» алып килгән. Концертта мәктәп уҡыусыларының да сығыш яһауы гәзиттең киләсәге бар икәнен аңғартты. Ана бит, Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһының «Аҡйондоҙ» ансамбле бейеүселәре тамашасыны нисек дәртләндерҙе! «Байыҡ» фестиваленең гран-прийын яулаусы Рәфис Иҙрисов та ошо уҡыу йортонан. Егеттәрсә өҙҙөрөп бейеүе залдағы күп кенә үҫмер ҡыҙҙың йөрәген елкендергәндер әле.
Республика башҡорт лицей-интернатының «Башҡорттар.ру» КВН командаһын йәштәр, әлбиттә, яҡшы белә. Егеттәр йыл һайын «Шаяниум» фестивалендә алдынғы урындарҙа килә. Уларҙың «Йәшлек»кә арналған көлкөлө миниатюраларын киләһе уйындарҙа ла күрербеҙ әле. Был юлы квн-сылар шуға башланғыс һалып та ҡуйҙы. Афарин, егеттәр!
Гәзиттең дуҫтары бөтә республикаға таралған. Байрамға ҡайҙан ғына килмәгәйнеләр! Әбйәлилдәр айырым рәхмәткә лайыҡ. Хатта иң оҫта таҡмаҡсыларыбыҙ ҙа ошо төбәктән. Буранғол ауылынан Ләлә Ғүмәрова менән Фәнүзә Биктимерова таҡмаҡ әйтеп (баянда – Фәһим Тоҡомбәтов), күңелде күтәрҙе, үҙҙәре, «Таҡмаҡтар» конкурсын алып барыусы бүлек мөхәррире Мөнир ҡунафин вәғәҙәләүенсә, бүләк тулы таслы ла булды.
Тағы бер ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ: байрам тамашаһында, республика матбуғаты тарихында тәүге тапҡыр «Йәшлек»тең гимны яңғыраны. Уны талантлы йәш йырсы, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт колледжы студенты, Белорет егете Салауат Әйүпов башҡарҙы. Элекке хеҙмәттәшебеҙ, шағир Дамир Шәрәфетдинов һүҙҙәренә яҙылған гимндың көйөн композитор Айрат Ғайсин ижад итте. Киләсәктә был йыр йыш ҡына яңғырар, баҫмабыҙ дуҫтары уны яттан белер, тигән ышаныстабыҙ.
«20 йыл – йәшлектең сәскә сағы, гәзиттең йөҙйәшәр булыуын теләйбеҙ!» – тине бер тауыштан байрамға килеүселәр ҡайтыр юлға сыҡҡанда.
Сая, рухлы, тос фекерле булып,
киләсәккә атлаһын «Йәшлек!
Концерт башланырҙан алда «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеү ҙә ойошторолдо. Бында «Йәшлек»тә эшләп киткән ветерандар, әле башҡа баҫмаларҙа эшләүсе журналистар, республика гәзит-журналдары мөхәррирҙәре, район-ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, бер һүҙ менән әйткәндә, гәзитте ихтирам итеүсе дуҫтарыбыҙ саҡырылғайны. Әлбиттә, байрамда матур теләктәр күп яңғырай, теләк-тәҡдимдәр әйтелә. Был юлы ла һүҙ баҫмабыҙ тарихынан башланып китеп, бөгөнгө мәсьәләләргә ҡағылышлы ла булды. Үҙ ваҡытында, заманына ҡарап, «Йәшлек» һәр саҡ халыҡ йәшәйешен яҡтыртты, хәстәрләне, матбуғат абруйына ярашлы «йәшәне». Шундай бер мәл дә булды – гәзит халыҡ ярҙамына мохтаж ине. Һәм халыҡ уны ташламаны. Бына ошондай саҡтарҙы телгә алды «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар.
Бөгөн дә проблемалар юҡ түгел. Милли баҫмаларға «туп атыусы»лар ҙа табылыр бынау реформалар заманында. Матбуғатты алдырып уҡыусылар көндән-көн кәмегән, шул ваҡытта ниндәйҙер яҡшы яңылыҡтарға һыуһаған замандаштар артҡан саҡта «Йәшлек» кеүек гәзиттәр булыуы ҙур роль уйнай, тигән фекерҙәр ҙә яңғыраны. Нисек кенә булмаһын, милли баҫмалар – халыҡҡа изгелек таратыусы, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыусы, әйләнә-тирәне уратып алған негатив мәғлүмәттәргә ҡаршы позитив таратыусы ла ул.