-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
7 Декабрь 2010, 17:07

ШЫРШЫ ҠУПШЫ КЕЙЕНГӘН

Өфөлә – ысын шыршыларӨфө майҙандарында тәүге урман һылыу­ҡайҙары күренде. Улар өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да иң яратҡан байрамы — Яңы йыл етеп килеүе хаҡында ҡала халҡының хәтеренә төшөрә кеүек.

ШЫРШЫ ҠУПШЫ КЕЙЕНГӘН
Өфөлә – ысын шыршылар
Өфө майҙандарында тәүге урман һылыу­ҡайҙары күренде. Улар өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да иң яратҡан байрамы — Яңы йыл етеп килеүе хаҡында ҡала халҡының хәтеренә төшөрә кеүек.
Орджоникидзе районында С. Орджони­кидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы (әле ӨДНТУ-ның Йәштәр һарайы) алдында 30 метрҙан ашыу бейеклектәге тәүге шыршы урынлаштырылды. ҡупшыҡай Нуриман районынан килтерелгән. Бер нисә көн элек уға төрлө төҫтәге шарҙар эленде, улар төндә емелдәп яна. Ә бына боҙ ҡаласығын төҙөй башламағандар әле: бығаса көн торошо ирек бирмәне. Әммә ошо көндәр­ҙә башланған һыуыҡтар һәм яңы яуған йомшаҡ ҡар «боҙ эштәре» оҫталары күңелендә оптимизм уята.
Тәбиғи шыршылар шулай уҡ ҡала советы алдында В. Ленин исемендәге майҙанда, Конгресс-холл алдындағы майҙанда, Совет майҙанында һәм Калинин районында Моторҙар эшләүселәр мәҙәниәт һарайы алдында «үҫеп сыҡты». Йәшел һылыу­ҡайҙар ҡаланың балалар өсөн иртәлектәр үткәреү планлаштырылған ҙур мәҙәниәт учреждениелары алдына ла ҡуйыласаҡ. Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса Бесәй йәки ҡуян – Яңы йыл символы. Был йәнлектәр һындары йола буйынса боҙ ҡаласыҡтарын биҙәйәсәк. Бынан тыш, ихаталар­ҙа һырғалаҡтар эшләнәсәк һәм улар янында бәләкәй шыршылар ҡуйыласаҡ. Һәр ваҡыттағыса, декабрҙә иң яҡшы боҙ скульптураһына конкурс менән «Вьюговей» фестивале лә үтәсәк.

Т. АМАНОВ.