-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2010, 18:36

Йондоҙнамә 6-12 декабрь

Ылаҡ (22. 12 – 20. 01) Шишәмбелә ниндәйҙер мөһим эштә мотлаҡ уңырһы­ғыҙ. Яңы өмөтлө бәйләнештәр ҙә урынлаштыра алырһығыҙ һы­маҡ. Кесе йомала сәйер кешеләр, шикле хәлдәрҙән мөмкин тиклем алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ.

Ылаҡ (22. 12 – 20. 01)
Шишәмбелә ниндәйҙер мөһим эштә мотлаҡ уңырһы­ғыҙ. Яңы өмөтлө бәйләнештәр ҙә урынлаштыра алырһығыҙ һы­маҡ. Кесе йомала сәйер кешеләр, шикле хәлдәрҙән мөмкин тиклем алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ.
Һыуғояр (21. 01 – 19. 02)

Һеҙҙе бигүк тыныс булмаған осор көтә. Эргә-тирәгеҙҙәге кешеләр менән һүҙгә килешеү осраҡтары йышайып ките­үе ихтимал. Үҙегеҙгә ҡаршы йү­нәл­телгән аҫтыртын эшмәкәрлектең көсәйеүе бар. Дөйөм хәлегеҙ йомаға ҡарай яйланыр.
Балыҡ (20. 02 – 20. 03)

Төп эшегеҙҙә шишәмбелә көсөргәнешлек һиҙелер. Өйҙәге мәшәҡәттәр ҙә йыш ҡына борсор, моғайын. Шар­шам­была осраҡлы ғына рәүештә нин­дәй­ҙер сетерекле мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ.
ҡуҙы (21. 03 – 20. 04)

Был арала үҙегеҙ өсөн мөһим булған ваҡиғаларҙы көтөгөҙ. Әйткәндәй, уларҙы тиҙ­лә­теү өсөн күп көс һалдығыҙ. Шар­шамбынан һуң ҡапыл төрлө ҡаршылыҡтар күбәйер. Йома һәм шәмбелә бөтә эштәрҙә лә ашыҡмауығыҙ хәйерле.
Буға (21. 04 – 21. 05)

Тормошоғоҙ тәртипкә һалыныр кеүек. Яҡын киләсәккә алдығыҙға яңы маҡсаттар ҙа ҡуйырһығыҙ, моғайын. Шар­шам­бынан һуң икеле хәлдәр йышайыр. Һеҙҙе өмөтләндергән кешеләр һүҙендә тормаҫ.
Игеҙәктәр (22. 05 – 21. 06)

Аҙна барышында кешеләр менән күпкә еңелерәк аралашырһығыҙ. Бурысҡа аҡ­са алыу ҙа бер ни тормаҫ. Иң бәхетле көнөгөҙ кесе йома булыр – бү­ләк йәки ниндәйҙер отош алыуы­ғыҙ бик ихтимал. Матди хәлегеҙ ҡапыл яҡшырыр.
ҡыҫала (22. 06 – 23. 07)

Уңышлы осор. Был ара­ла ниндәйҙер файҙалы һәм ҡиммәтле әйбер һа­тып алыу мөмкинлеге тыуыр. Дө­йөм алғанда, бар эштәрегеҙ ың­ғай яҡ­ҡа үҙгәрергә тейеш. Ши­шәм­белә ниндәйҙер өмөтлө осрашыу булыуы ихтимал.
Арыҫлан (24. 07 – 23. 08)

Аҙна һаулығығыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. Был арала насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу күпкә еңеләйер. Аб­руйы­ғыҙ ҙа мотлаҡ артыр, кешеләргә кәрәк булыуығыҙҙы тағы ла асығыраҡ күрерһегеҙ.
ҡыҙ (24. 08 – 23. 09)

Аҙна барышында уңыш­тар­ға өлгәшеү ихтималлығы юғары буласаҡ. Икенсе яҡ­тан, эске кисерештәр, борсо­лоу­ҙар ҙа артыр кеүек. Шаршам­была ашыҡмауығыҙ хәйерле. ҡат­мар­лы саҡтарҙа аҡыллы кеше менән кәңәшләшеп алыу яҡшы булыр.
Үлсәү (24. 09 – 23. 10)

Төп эшегеҙҙә һеҙҙең өсөн мөһим ваҡиғалар көтөлә. Йыш ҡына кеше араһында булырға тура килер. Һүҙегеҙ үтемле булыр, абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Файҙалы эштәр­ҙе башҡарып ҡалырға тырышығыҙ.
Саян (24. 10 – 22. 11)

Яҡшы ваҡиғалар киреләре менән сиратлашыр. Шу­лай ҙа ыңғай хәлдәр күберәк булыр. Шишәмбелә уйламаған ерҙән кәрәкле аҡсаны табыуығыҙ ихтимал. ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыу мөмкинлеге тыуыр.
Уҡсы (23. 11 – 21. 12)

Шишәмбелә ишеткән тәҡдимдәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә. Һәр хәлдә, уларға тиҙ генә ризалыҡ бирергә ашыҡмағыҙ. Кесе йо­ма­лағы ваҡиғалар ҡайһы бер пландарығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итер.