Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2010, 18:43

Күңел зәғиф булмаһын

– Аҡса ла, хатта иң камил закон да мөмкинлектәре сикләнгән балалар­ҙың проблемаһын тулыһынса хәл итә алмай. Иң мөһиме – уларға ҡарата дөйөм ҡарашты, мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк. Бының өсөн иң элек кешелек ҡиммәттәре культын булдырыу зарур. Инвалид балаларҙы тиң күреп аралашыу кәрәк, – тип билдәләне Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Лилиә Ғүмәрова. Ошо темаға арналған «түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙә министрлыҡтар, ведомстволар, реабилитация һәм социаль-психологик үҙәк, ижтимағи ойошмалар, мәрхәмәтлек фонды вәкилдәре, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары һәм студенттары, инвалид бала тәрбиәләгән әсәләр ҡатнашты.

Статистикаға күҙ һалһаҡ, бөгөн республикала 13 меңдән ашыу инвалид бала иҫәпләнә, уларҙың 20 проценты самаһы махсус интернаттарҙа тәрбиәләнә. Иң аяныслыһы – йыш ҡына әсәләр ауырыу бала менән яңғыҙ ҡала. Атайҙарҙың 50 проценты балаға ҡурҡыныс диагноз ҡуйылыуын белеү менән ғаиләһен ташлай. Ә 30 проценты баланы тәрбиәләшеү хаҡында уйлап та ҡарамай икән.
Ошондай яуапһыҙлыҡ арҡаһында атай-әсәйле килеш тә яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған сабыйҙар­ҙың ҡайһы берҙәре балалар йортонда үҫергә мәжбүр. Ә сирле баланы ҡарау дәүләткә биш-алты тапҡырға ҡиммәтерәккә төшә. Шулай ҙа инвалид баланан баш тартмаған, матур тәрбиә бирергә тырышҡан ғаиләләр барыбер күберәк.
Инвалидлыҡтан кәмһенергә ярамай, иң мөһиме, күңел зәғиф булмаһын, тине «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар. Сара барышында инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләр осраған проблемалар ҙа тикшерелде. Шуларҙың иң мәғәнәһеҙе – дауалауҙа, документ юллауҙа, һөнәр үҙләштереүҙә, эшкә урынлашыуҙа килеп тыуған иҫәпһеҙ-хисапһыҙ кәртәләр. Әлбиттә, дәүләт һанап үтелгән проблемаларҙы хәл итергә тырышһа ла, әлегә камиллыҡҡа өлгәшеүе ауыр. Ә бындай сабыйҙар тормошҡа яраҡлашып үҫһен өсөн бигерәк тә бәләкәй саҡта көс һалыу зарур. Һөйләшеүҙә был төп фекер итеп үткәрелде. Физик кәмселеге булған бала ҡәҙимге мәктәптә белем алырға хоҡуҡлы булһа ла, мәктәп программаһын ауыр үҙләштергән осраҡта, уны махсус учреждениела уҡытыу хәйерле. Сөнки махсус белгестәрҙән алған тәрбиә менән белем улар өсөн бөтөнләй башҡа. Әйткәндәй, кадрҙар проблемаһы ла юҡ түгел. Шулай уҡ университет вәкилдәре зәғиф балалар өсөн декоратив биҙәү сәнғәте, дизайн буйынса махсус курстар ойоштора алыуҙарын белдерҙе. Башҡа урынлы тәҡдимдәр ҙә булды. «Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар дәүләт кимәлендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға патронаж системаһы программаһын булдырырға кәрәклеген билдәләне. Был имен булмаған хәүефле ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе инвалид балаларҙың мәғлүмәт банкыһын булдырыуға ла ярҙам итер ине. Сөнки балаларҙың яҙмышын, сәләмәтлеген даими күҙәтеп барыу талап ителә.
Инвалид бала тәрбиәләгән әсәләр өсөн проблемаларҙың иң ҡырҡыуы – медицина тикшереүе үтеү. Ысынлап та, был йүнәлештә эште ябайлаштырыу талап ителә һәм ауырыу балаға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡыйынлыҡтар тыуырға тейеш түгел.

Р. КҮСЕМХАНОВА.
Читайте нас: