-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
4 Декабрь 2010, 16:52

Был аҙнала беҙҙе...

...ХӘҮЕФЛӘНДЕРҘЕМысырҙың Шәрм-әл-Шәйех курортында өс турисҡа акула ташланған. Шөкөр, бөтә туристар ҙа тере ҡалған. Әммә ял итергә килгән халыҡтың ни тиклем ҡурҡыуға төшкәнлеген бер һүҙ менән генә аңлатыуы ла ауыр. Был көндәрҙә урындағы пляждар эшләмәй, ял итергә килгән халыҡ отелдәрҙә һәм кафе-дискотекаларҙа ғына күңел асырға мәжбүр.Акула бер ҡатындың арҡаһын, аяғын зәғифләгән, бер турист бөтөнләй ҡулһыҙ ҡалған – уны йыртҡыс өҙөп алған. Туристарға бер үк акула ташланған, тигән фараз бар.Йыртҡыс акулаларҙың ниндәй төргә ҡарағанлығын алдан уҡ билдәләгәйнеләр. ҡағиҙә булараҡ, «оҙон ҡанатлы» акулалар пляждарҙа ял иткән халыҡҡа теймәй. Сөнки ярға яҡын килеүҙән ҡурҡа. Ни өсөн Мысырҙа бындай ҡурҡыныс хәлдең килеп сығыуын тиҙ арала асыҡларға тура киләсәк. Әле ике акуланы тотҡандар. Әммә турис­тарға тап ошо йыртҡыстар һөжүм иткәнме – билдәһеҙ.

...ХӘҮЕФЛӘНДЕРҘЕ
Мысырҙың Шәрм-әл-Шәйех курортында өс турисҡа акула ташланған. Шөкөр, бөтә туристар ҙа тере ҡалған. Әммә ял итергә килгән халыҡтың ни тиклем ҡурҡыуға төшкәнлеген бер һүҙ менән генә аңлатыуы ла ауыр. Был көндәрҙә урындағы пляждар эшләмәй, ял итергә килгән халыҡ отелдәрҙә һәм кафе-дискотекаларҙа ғына күңел асырға мәжбүр.
Акула бер ҡатындың арҡаһын, аяғын зәғифләгән, бер турист бөтөнләй ҡулһыҙ ҡалған – уны йыртҡыс өҙөп алған. Туристарға бер үк акула ташланған, тигән фараз бар.
Йыртҡыс акулаларҙың ниндәй төргә ҡарағанлығын алдан уҡ билдәләгәйнеләр. ҡағиҙә булараҡ, «оҙон ҡанатлы» акулалар пляждарҙа ял иткән халыҡҡа теймәй. Сөнки ярға яҡын килеүҙән ҡурҡа. Ни өсөн Мысырҙа бындай ҡурҡыныс хәлдең килеп сығыуын тиҙ арала асыҡларға тура киләсәк.
Әле ике акуланы тотҡандар. Әммә турис­тарға тап ошо йыртҡыстар һөжүм иткәнме – билдәһеҙ.

...ӨМӨТЛӘНДЕРҘЕ
Ағымдағы аҙнала донъяның белгестәре автомобиль тығындары менән көрәшеү юлдарын барланы. Кемдер һыу таксийын булдырырға, икенселәр халыҡты велосипедтарҙа йөрөргә мәжбүр итергә, өсөнсөләр ҡалаларҙа күберәк трамвайҙар ебәрергә тәҡдим итә. Әйткәндәй, «мөхәббәт ҡалаһы» – Париж трамвайҙарҙы күпләп ҡулланыуы менән генә тығындарҙан ҡотола. Француздарҙа велосипедтарҙы ҡуртым­ға биреү эше лә киң йәйелдерелгән. Ә Швейцария велосипедтар буйынса бөтөнләй алға киткән – унда ҙур компаниялар ҙа, бәләкәй генә конторалар ҙа хеҙмәткәрҙәренә бушлай велосипед бирә.
Мадридта халыҡ мото-такси ҡуллана. Ә Германияла ҡайһы юлда күпме машина булғанлығын күрһәткән таблолар теҙелгән.
Һәр хәлдә, Рәсәй ҙә башҡа илдәрҙән өлгө алыр, автомобиль юлдарын бушатыу өсөн Европа илдәренең тәжрибәһен ҡулланыр, тип ышанғы килә.

...ҡЫУАНДЫРҘЫ
Венесуэла Президенты Уго Чавес бәләгә ҡалған ватандаштарын ваҡытлыса Президент һарайында урынлаштырыу хаҡында ҡарар сығарған. ҡайһы бер илдәрҙә етәкселәр өсөн «ҡыйыҡ»һыҙ ҡалған кешеләрҙе палаткалар менән тәьмин итеү үҙе бер проблема булһа, Уго Чавес ябай халыҡты үҙенең «хан һарайы»нда йәшәтергә лә күп уйлап тормаған.
Әлбиттә, Венесуэлала көслө ямғыр арҡаһында йортһоҙ ҡалған халыҡ Президент һарайына ғына һыйып бөтмәй. Ил башлығы министрлыҡтарҙы, ҙур йорттарҙа йәшәүсе хәлле кешеләрҙе лә ватандаштарына ярҙам итергә саҡыра.

...АПТЫРАТТЫ
Бөтә ил халҡын тетрәндергән – бер юлы 12 кешене, шул иҫәптән балаларҙы ла, үлтереү факты буйынса асылған енәйәт эше барышында асыҡланған факттар башҡа һыймаҫлыҡ.
Хәҙер нисәмә йыл буйы урындағы халыҡтың ҡотон алып шашынған банданың башлығы ла тотолған. Сергей Цапок исемле енәйәтсе тикшереү органдары менән хеҙмәттәшлек итергә булған. Ул үҙенең бандаһына ингән әшнәләре тураһында ентекләп һөйләй, енәйәттәре хаҡында мәғлүмәт еткерә. Аҙна эсендә генә Цапок биргән мәғлүмәттәр буйынса ике енәйәт эше асыҡланған. Һәр хәлдә, банда башлығының үҙен аҡларға тырышыуы асыҡ. Цапок биргән мәғлүмәттәр буйынса, ул аҡтан-аҡ, һыуҙан пак килеп сыға.