-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
30 Ноябрь 2010, 16:25

Тырыш хеҙмәт – бәхет нигеҙе

Бәхетте нисек табырға? Был һорау күптәрҙе борсой. Кем тормошта үҙ йәшәү рәүешен нисек булдыра, үҙен шулай бәхетле һанай. Кемдәрҙер алыҫҡа китеп, күп аҡса эшләп, тормошон алға ебәрә. Ә бәғзе берәүҙәр үҙ тыуған йортонда, үҙ хужалығында эшләп кенә бәхет таба. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Исламғәлиевтар ғаиләһе лә бәхетте үҙ төйәгендә тапҡан ғаиләләрҙең береһе.

Тырыш хеҙмәт – бәхет нигеҙе
Бәхетте нисек табырға? Был һорау күптәрҙе борсой. Кем тормошта үҙ йәшәү рәүешен нисек булдыра, үҙен шулай бәхетле һанай. Кемдәрҙер алыҫҡа китеп, күп аҡса эшләп, тормошон алға ебәрә. Ә бәғзе берәүҙәр үҙ тыуған йортонда, үҙ хужалығында эшләп кенә бәхет таба. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Исламғәлиевтар ғаиләһе лә бәхетте үҙ төйәгендә тапҡан ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың хужалыҡтары менән таныша башлаһаң, бер ғаиләнең генә шул ҡәҙәре эште башҡарып сығыуы таң ҡалдыра. Исламғәлиевтар 1997 йылдан алып эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Халыҡтан ит йыйыу менән шөғөлләнеп, табыш алып йәшәүсе ғаилә яңы микрорайондан ер һатып ала. Ә инде шәхси эшҡыуарҙарға хужалыҡтарын ҙурайтыу өсөн субсидиялар бирелә башлағас, улар район программаһы буйынса аҡса алыуға ирешә. Тырыш ғаилә ошо мөмкинлектән файҙаланып, туғыҙ мең себеш алып үҫтергән. Уларҙы аҫрау өсөн бөтә уңайлыҡтары булған мини-ферма төҙөгәндәр. Шулай уҡ быйыл «Таң» магазинын асып ебәргәндәр. Әлеге көндә бәләкәй пекарня төҙөү ниәте менән яналар.
– Барлыҡ ҡорамалдарҙы ла һатып алдыҡ инде. Әле документтар йыйып йөрөйбөҙ, – ти ғаилә башлығы. Бындай ғаиләлә тыуған балалар ҙа тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Әлфиә менән Олег ата-әсәһенең төп ярҙамсылары булып тора. Хужалыҡты алып барыу өсөн ике ГАЗель, ВАЗ – 21093, ДЭУ- МАТИЗ автомашиналары бар.
Әлеге көндә Исламғәлиевтар үҙҙәре төҙөгән йортта йәшәй. Йорт һалғанда дуҫтары, туғандары ярҙамлашҡан. Яңы ерҙәренә тағы ла бер йорт һалырға ниәтләйҙәр.
– Үҙебеҙҙең эшебеҙ, үҙ хужалығыбыҙ булыу – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ошо эштәрҙе башлап ебәргәндә ярҙам иткәне өсөн район хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – ти Хәҙисә.
Ауыл тормошон яратҡан, ерҙә эшләп, хеҙмәтенән йәм, тәм табып йәшәгән уңғандарыбыҙ булыуы – дәүләтебеҙҙең ҙур байлығы ул. Исламғәлиевтар киләсәктә эштәрен тағы ла үҫтереү теләге менән йәшәй. Эштәрендә уңыштар насип булһын уларға.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.