Башымдан үткәндәрҙе һеҙгә һөйләргә булдым. Бәлки, хатымды уҡығандан һуң ирҙәр уйланыр, йөрөмтәл ҡатындар әҙерәк тыйылыр.
шле ғаиләлә етенсе бала булып тыуҙым. Иҫ белгәндә атайым юҡ ине инде. Ауырып үлгән. Атайһыҙ үҫһәм дә, етемлекте тойманым. Атай ҡайһылай була икән, тип кенә уйлай инем. Сөнки үҙемдән ҙур ағай, апайҙарым иркәләп, наҙлап ҡына үҫтерҙе. Өйҙә тауыш-тын булманы, әсәй көнө буйы эштә. Бәләкәйҙән һәр беребеҙ эшкә өйрәнеп, тырыш булып үҫтек. Күмәкләшеп самауыр тирәләй сәй эскән, бесән сапҡан мәлдәрҙе әле булһа һағынып иҫкә алам. Хәҙер уйлаһам, әсәйемдең иңендә ниндәй ҙур яуаплылыҡ ятҡанын балалыҡ менән генә аңламағанбыҙ икән. 42 генә йәшеңдә тол ҡалып, туғанһыҙ-ниһеҙ донъя көтөп ҡара әле?! Урынлы ерҙә эшләһә лә, өй аша торған бер туған ҡайнағаһынан да файҙа булманы. Шулай ҙа бер ваҡытта ла әсәйемдең тормошҡа зарланғанын ишетмәнек.
Мәктәпте уңышлы ғына тамамлап, ҡалаға киттем. Уҡырға индем. Йөҙгә сибәр, үҙем бигерәк йыуаш инем. Бер ялға ҡайтҡанда клубта үҙебеҙҙең ауыл егетен осраттым. Уның армиянан ҡайтҡан ғына сағы. Шундай һылыу, мыҡты, үткер егет. Ул да мине күреп, иҫе киткәндәй булды. Һине һуңғы күргәндә, бәләкәс кенә инең, ҡайһылай матур булып үҫеп киткәнһең, тип һоҡланыуын да йәшермәне. Егет үҙемә лә бик оҡшаны, уның йөҙ-ҡиәфәте, йүгерә-атлай йөрөүҙәре һаман күҙ алдымда. Егетем күңелемде күрә белде, байрамдарҙа бүләктәрен дә йәлләмәне. Аҙна һайын оҙатып, станциянан ҡаршы килеп алыр ине. ҡыҫҡаһы, үлеп ғашиҡ булдым.
Әсәйем генә риза булманы. Һөйөүебеҙҙе ишетеп, күҙ йәше менән илап, мине әрләне. Атаһы – ауылдың беренсе эскесеһе, ҡатынын ғүмер буйы туҡманы, уның өсөн ҡыҙ үҫтермәнем, зинһар, ташла, тип ялбарҙы. Ә мин, әсәкәйем, мин бит атаһын түгел, улын яратам, тип иланым. «Эй, балаҡайым, терһәгеңде тешләрҙәй булырһың, тик һуң булыр», – тине ул, бошоноп. Ғәзиз әсәйемдең ошо һүҙҙәре әле булһа ҡолағымда яңғырай.
Ваҡыт уҙҙы. Мин егетемә кейәүгә сыҡтым. Алдынғы малсы, тип беҙгә фатир бирҙеләр. Тормошобоҙ етеш, матур ғына йәшәп киттек кеүек. Малайыбыҙ тыуҙы, ә ирем эсеүгә һабышты. Ә мин һыр бирмәй йәшәргә тырыштым, хәлемде әсәйгә һөйләмәнем, кешегә белдермәнем.
Әллә ҡайҙа йөрөп, таңға ҡайтыр ҙа, ишекте емерә тибеп асып килеп инер ине. Һин ҡайҙа булдың, тип һорарға ла ҡурҡып ята торғайным. Йәшәй башлаған ғына мәлдә, эсеп ҡайтып, бысраҡ һүҙҙәр әйтеп бәйләнгәндә, таңға тиклем иланым, ғәрләндем. Был хәтлем әшәке һүҙҙәрҙе тәүгә ишетеүем ине. Эскән һайын миңә теләһә кемде ҡушып ыҙалатыр ине. Бәлки, ҡыҙғаналыр, тип, сит ирҙәр менән һөйләшеү түгел, күҙ күтәреп ҡарарға ла ҡурҡа инем. ҡунаҡтарҙан һуң сәбәпһеҙгә туҡмала торғайным. Шуға күберәге кеше менән аралашмай, өйҙә генә ултырҙым.
Ваҡыт уҙҙы. Ирем үҙе донъя көтөүгә шәп булды. Кеше менән тиҙ уртаҡ тел тапты, мал тотто, донъя йыйҙы. Бесән юҡ, утын бөтә, тип ҡайғырманым, бөтәһен дә тапты. Эсмәһә, оҙаҡ ҡына эсмәй йөрөп ала торғайны. Был саҡта мин ҡыуанып, бәлки, иремә аҡыл ултыралыр, ир уртаһы етеп килә бит инде, тип уйлап ала инем. ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Иптәшем шул тиклем ҡыуанды, атҡа менгәндәй булды. «ҡыҙым бар, улым үҫә, донъям теүәлләнде бит, кәләш», – тип, әллә кем булды. Шулай йәшәп ятҡанда, аҡса түләмәй башланылар, фермалар ҡороно. Башҡа ирҙәр кеүек, минеке лә ҡырға эшкә китте. Эштән ҡайтыуына, балалар менән гел генә өйҙәге эштәрҙе бөтөрөп, донъяны таҙалап, урам-ихатаға тиклем ҡырып-һепереп ҡуябыҙ. Мунса яғып, аш бешереп көтәбеҙ аталарын. Йәнәһе, ул арып, эштән йонсоп ҡайта. ҡайтһа, шул хәтлем һағынып балаларын иркәләй, ҡыҙын алдынан төшөрмәй, миңә лә наҙҙы йәлләмәй. Тик маңлай күҙе бөтәһен дә күрмәй икән шул.
Бер ваҡыт, атайығыҙ эштән ҡайта, тип мунса тоҡандырып инеп килһәм, ҡобараһы осоп бер апай килеп инде: «Һинең ирең машинаһы менән түңкәрелгән, дауаханаға алып киттеләр, һауығыр, илама», – тип сығып та йүгерҙе. Һау ғына булһын, ҡалай ғына булһа ла, мин уны ташламайым, тип иланым. Бер заман өйгә кеше йыйыла башланы. Бөтәһе лә килеп хәлемде белеп сығыу яғын ҡарай. Кискә иремде алып ҡайттылар, ә ул үлгән булған. Минең уны өҙөлөп һөйөүемде, түгелеп илауымды күреп, берәүҙең дә әйтергә теле әйләнмәгән.
Шулай 40-ҡа ла етмәй тол ҡалдым. Ярты йыл үткәс, машина менән әйләнгәндә яңғыҙ булмаған, эргәһендә һөйәркәһе лә булған икән, тигән хәбәр килеп ишетелде. Эргәһендәге ҡатынға бер нәмә лә булмаған, уны торма бында, тай бынан, тип авария урынына барған, бер ағайым ҡыуып ебәргән. Милиция килмәҫ борон, тип, теге ҡатын ҡасҡан. Ул ҡатындың күҙенә ҡарап: «Нишләп ҡастың, яратманыңмы, әллә ҡурҡтыңмы?» – тип һорағым килә. Ярты йылдан һуң йөрәгем яралары уңалып барғанда был хәлде ишетеүе ауыр булды, ғәрләндем, өҫтөмә бысраҡ һыу ҡойҙолармы ни?! Ә ирем ул мәлдә ҡайтып та килмәгән, ауыл осондағы әсәһенә һөйәркәһен күрһәтергә алып китеп барған икән. Үҙенән үҙе ҡасып китеп барған... Балаларынан, ҡатынынан.
Бына шулай минең тормошом. Хәҙер инде был хәлде яйлап онотоп барам, ни тиһәң дә, алты йыл ваҡыт үтте. Әле улым армияла, ҡыҙым уҡып йөрөй. Мин хәҙер балаларымды ғына көтәм. Ә ирҙәргә күңелем ҡалған. Бөтәһенә лә...
Зилә апайығыҙ.