-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
27 Ноябрь 2010, 17:42

Хаслыҡ ниңә дуҫлыҡтан өҫтөн?

Октябрь инҡилабының юлбашсыһы Ленин бабай: «Йәмғиәттә йәшәп тә, йәмғиәттән азат булыу мөмкин түгел», – тигән. Бик хаҡ был һүҙҙәр. Әгәр кешелек донъяһын тотош бер ижтимағи-иҡтисади берекмә итеп ҡарағанда, уның ниндәйҙер бер өлөшө үҙе генә айырым йәшәй алмай. Кешелектең үҫеше уның төрлө ҡитғаларҙа йәшәүсе, төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе, үҙ аллаларына табыныусы, үҙҙәренә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәр булдырған халыҡ­тарҙы бер-береһенә бәйләй. Был процестың сәбәптәре күренеп тора. Ниндәйҙер дәүләт биләмәләрендә, тәбиғәт, ландшафттың форсат биреүенә ҡарап, иген игеү ҡулай, икенселәрендә – еләк-емеш – шулай әллә күпме дауам итергә була.

Октябрь инҡилабының юлбашсыһы Ленин бабай: «Йәмғиәттә йәшәп тә, йәмғиәттән азат булыу мөмкин түгел», – тигән. Бик хаҡ был һүҙҙәр. Әгәр кешелек донъяһын тотош бер ижтимағи-иҡтисади берекмә итеп ҡарағанда, уның ниндәйҙер бер өлөшө үҙе генә айырым йәшәй алмай. Кешелектең үҫеше уның төрлө ҡитғаларҙа йәшәүсе, төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе, үҙ аллаларына табыныусы, үҙҙәренә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәр булдырған халыҡ­тарҙы бер-береһенә бәйләй. Был процестың сәбәптәре күренеп тора. Ниндәйҙер дәүләт биләмәләрендә, тәбиғәт, ландшафттың форсат биреүенә ҡарап, иген игеү ҡулай, икенселәрендә – еләк-емеш – шулай әллә күпме дауам итергә була. ҡайһы бер халыҡтар ер ҡуйыны тулы нефть, газ, алтын-көмөш, төрлө мәғдәндәр булған урында йәшәй. Ер йөҙөнөң икенсе тарафтарында үлән дә үҫмәй, эсәр һыу ҙа юҡ. Шул уҡ ваҡытта ерҙә, ни ҡәҙәр һуғыш­тарға, аслыҡ-афәттәргә ҡарамаҫтан, халыҡ арта ғына бара. Бер заман, мәңгелек туңлыҡ, ҡом менән ҡатҡан сүллек тип тормай, бөгөн йәшәү өсөн яраҡһыҙ һаналған урындарҙа ла халыҡ мыжғып йәшәп ятыр әле. Ғалим-фантастар нисек кенә хыялланмаһын, кешеләрҙең, Ерҙе ташлап, Айға йә иһә бүтән планеталарға күсеп китеү мөмкинлеге юҡ. Еребеҙ – берәү генә, һәм ошо йортта һыйышып, бер ғаилә булып йәшәргә генә ҡала.
Кешелек йәмғиәтендә айырым төркөм­дәрҙең байлыҡ һәм хакимлыҡ өсөн самаһыҙ ҡанығыуы булмаһа, Ерҙең тәбиғи хазиналары һәм әҙәм аҡылы менән тыуҙырылған байлыҡтар уны мәңге йәшәтеү өсөн етер ине. Ябай аҡыл менән уйлап ҡарағанда, тәбиғәт хазиналары, кешеләр уны ҡомһоҙланып талай башлағанға тиклем, осһоҙ-ҡырыйһыҙ булған бит. Ер ҡуйынында диңгеҙгә бәрәбәр нефть, үлсәүҙәргә һыймаҫ газ, таш күмер, тимер мәғдәндәре, тау-тау алтын ятҡан. Ә урмандар? Ундағы ағас, кейек, еләк-емеш, урмандар тыуҙырған һәм ҡурсалаған миллиондарса шишмә-инештәр. ҡара тупраҡ. Кешеләрҙең иң оло хазинаһы, һыуҙан ҡала, бәлки, шулдыр.
Ғәҙел генә уртаҡлашып, татыу ғына килешеп йәшәгән хәлдә ғаләмдең Ер шары тип аталған кескәй генә мөйөшөндә лә миллиардтарса кеше нужа күрмәҫ ине. Сөнки ябай бер кешенең ихтыяжы шул ҡәҙәр байлыҡтар һәм аҡыл, хеҙмәт тыуҙырған емештәр фонында – сүп кенә. Өҫтәүенә, кеше булып донъяға килгән һәр кем үҙе матди байлыҡ булдыра. Һәр хәлдә, шулай эшләргә тейеш.
«Йәшлек»те уҡыусылар:«Эй, фантазер был автор. Хыялый. Боронғо утопистар кеүек фекер йөрөтә», – тип көлөмһөрәйҙер, әлбиттә. Ләкин, дуҫтар, көндәлек ыҙғыш, үлтереш, мөлкәт һәм хакимлыҡ өсөн талаш-тартыштан арыған йөрәк тормошҡа ашмаҫ хыялдарға үҙенән-үҙе тартыла башлай. Фантазиялар күңел талпыныуын айырыуса ихласлыҡ менән сағылдыра ул. Кеше лә бит, ана, был донъяла тормош хаҡында йышыраҡ уйлана, унда рәхәтләнеп йәшәү өмөтө уға бөгөн көс өҫтәгәндәй.
Алдараҡ әйтелгән фекергә әйләнеп ҡайт­ҡанда, ниндәй генә сәйәси, дини йәки бүтән сәбәптәр айырмаһын, илдәр һәм халыҡтар бер-береһенән башҡа йәшәй алмай. Ошо тәбиғи процесты Америка ҡушма Штаттары донъяла Көнбайыш стандарттарын мәжбүри индереү һәм, ахыр сиктә, Америка етәкселегендә Донъя хөкүмәте булдырыу менән алмаштырмаҡсы. Был идея әлегә рәсми доктрина рәүешен алмаған, әммә ваҡиғаларҙың үҫеш логикаһы шул маҡсатты асыҡ төҫмөрләтә.
Кешелек йәмғиәтендәге бөгөнгө үҙгәрештәргә бер төрлө генә аңлатма биреү ауыр. Ул процестар ҡатмарлы, сәбәптәре – тәрән һәм күп осраҡта улар ниндәйҙер логика сиктәренә һыймай. Тарихсылар элегерәк, сәйәси-иҡтисади үҙгәрештәрҙең тамырында бөйөк дәүләттәрҙең донъяны үҙҙәренсә бүлгеләүе ята, тип аңлата торғайны. Быны аңларға мөмкин. Ләкин донъяны ҡабат-ҡабат бүлгеләргә сәбәп булырлыҡ һуғыштар ҙа үтте, ҡапма-ҡаршы тороусы ике системаның береһе юҡ инде. Тағы нимә бүлгеләргә, нимәгә ынтылырға? Ер йөҙөнөң һәммә байлығына хужа булып, артта ҡалған, фәҡир, наҙан халыҡтарҙы, бәлки, көслөләр, байҙар ҡанаты аҫтына алып йәшәргә кәрәктер? Әммә колония хужаһы колония хәленә ҡалған халыҡты һис ҡасан да тиң күрмәйәсәк.
Таныйбыҙмы, юҡмы, егерменсе быуаттың ахыры һәм егерме беренсе быуаттың тәүге тиҫтә йылы донъяны ҡайтанан үҙгәртеп ҡороу осоро булып күҙ алдына баҫа. Әммә был глобаль процеста ике яҡлап ҡаршы тороу, фронт асыу юҡ. Уның сценарийын да бер кеше яҙған. Режиссер ҙа шул уҡ. Хатта музыка авторы ла билдәле. Америка ҡушма Штаттарының көс-ҡеүәттәре һәм донъяла йоғонтоһо ҙур. Уға ҡаршы тороу түгел, аҙға ғына һыуындырыр әмәл дә юҡ. Ғөмүмән, илдәр араһындағы мәсьәләләрҙе көскә таянып хәл итергә маташыу – өмөтһөҙ һәм ҡурҡыныслы юл. Иң яҡшыһы – бөгөн дошман тип һаналғанды ла үҙеңә юлдаш итергә, арҡаҙаш булып бергә йәшәргә тырышыу. Дошманлашыу өсөн аҡыл кәрәкмәй, хеҙмәттәшлек итеү – ысын ирҙәр эше.
Аңлашылалыр ки, ҡушма Штаттар иҡтисады саманан тыш үҫеүҙән тонсоға һәм ауыр көрсөккә юлыҡмай тороп ул бөгөнгө тәкәбберлеген юймаясаҡ. Уҙып барған көрсөк был тезис­ты раҫланы ла кеүек. Әммә американдар әлегә донъяла үҙҙәрен, ҡасандыр ҡырағай Көнбайышты яулағандағыса, ковбойҙарса тота. Глобаль маҡсаттар­ҙы тормошҡа ашы­рыуҙа хәҙер Америка дипломатияһы традицион әҙәплелекте лә һанламай. Президент Барак Обама һәм, уның артынса, дәүләт сәркәтибе Хиллари Клинтон ханым Америка демократияһының беренсе сираттағы иғтибар үҙәгендә тороусы илдәрҙе йәшермәй атай. Тимәк, теҙген дә, ауыҙлыҡ та юҡ. Күҙ тонған. Джон Даллес, Збигнев Бже­зинский доктриналары үҙгәрешһеҙ. Ошондай шарттарҙа үҙ мәртәбәһен һаҡлап ҡалыу өсөн донъя халҡының башҡа халыҡтарына ныҡлыҡ, үҙҙәренең милли баһаһын белеү кәрәк. Диндәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, тотош илдәрҙе һәм халыҡтарҙы террорсылар тип иғлан итеү һәм донъя халҡының күҙ алдында эҙәрлекләү – элек бындай сәйәсәтте гегемонтистик сәйәсәт тип атарҙар ине. Бөгөн ул асыҡтан-асыҡ шовинизмды хәтерләтә.
Ислам динен, мосолман донъяһын кешелектең икенсе яғына ҡаршы ҡуйыу сәйәсәте ниндәйҙер юғары ғәҙеллек идеялары менән бәйләнмәгән. Ислам дине – толерантлыҡ, мәрхәмәтлелек ҡанундарын алға ҡуйыусы дин. Уға агрессив төҫ бирергә маташыу һәм террорлыҡты Ислам һәм мосолман донъяһы менән бергә бәйләү – хәүефле сәйәсәт. Бындай сәйәсәт егерме миллионлы Рәсәй мосолмандарын да хафаға һала.
Кешелек тарихына күҙ һалһаң, иҫең китерлек. Меңдәрсә йыл буйы кешеләр бер-береһе менән тартҡылашып, һуғышып йәшәгән бит. Өсөнсө мең йыллыҡты ла башлап ебәрҙек, әммә тынмайбыҙ, аҡыл һаман инмәй. Дуҫтар булырҙай кешеләр араһынан һаман дошман эҙләйбеҙ. Әле булһа беҙгә мал-мөлкәт етмәй. Йәшәгән Еребеҙ тар, Йыһан төпкөлдәренән ниҙер эҙләйбеҙ. Хаслыҡ, элеккесә, дуҫлыҡтан өҫтөн сыға килә. Холоҡһоҙлоҡҡа ҡомһоҙлоҡ өҫтәлә. Ни хәл итеп йәшәргә, нимәгә ышаныр­ға, кемгә таянырға?
Университеттағы уҡытыусым, атаҡлы төркиәтсе һәм яҙыусы, профессор Йәлил ағай Кейекбаевтың хистәре нескәргән саҡта һуҙып ебәрә торған бер йыры бар ине.
Турысай ҙа атҡай, ник ҡурҡаһың
Юл буйында ятҡан ҡасҡардин?
Мин ҡурҡмайым ятдин, хас дошмандан,
Мин ҡурҡамын яман дуслардин...

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.