-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
27 Ноябрь 2010, 21:29

Был аҙнала беҙҙе...

...ӨмөтһөҙләндерҙеЯңы Зеландияның «Пайк-Ривер» шахтаһындағы шартлауҙа ике тиҫтәнән ашыу кеше емереклектәр аҫтында ҡалғайны. Таусыларҙың иң йәшенә – 17, иң олоһона – 62 йәш. Тәүҙә шахтерҙарҙы роботтар ярҙамында ҡотҡарырға маташып ҡараһалар ҙа, операция уңышһыҙ тамамлана. Ә 24 ноябрҙә яңғыраған икенсе шартлау кемдеңдер тере ҡалыуына өмөттө бөтөнләй һүндерә. Шулай ҙа ҡотҡарыусылар ҙур тырышлыҡ менән һәләк булған 29 таусының кәүҙәһен ер өҫтөнә сығарыуға ирешә. Ә операциянан һуң бер сәғәт үткәс, өсөнсө шартлау яңғырай. Шахта рәйесе Джон Доу хәбәр итеүенсә, шартлау ҡорбандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс ҡабатлана һәм егерме секунд тирәһе дауам итә. Тимәк, ер аҫтында ҡалыусыларҙың иҫән булыуына бөтөнләй өмөт юҡ. Авария сәбәптәрен тикшереүҙе хөкүмәт үҙ контроленә алған.

...Өмөтһөҙләндерҙе
Яңы Зеландияның «Пайк-Ривер» шахтаһындағы шартлауҙа ике тиҫтәнән ашыу кеше емереклектәр аҫтында ҡалғайны. Таусыларҙың иң йәшенә – 17, иң олоһона – 62 йәш. Тәүҙә шахтерҙарҙы роботтар ярҙамында ҡотҡарырға маташып ҡараһалар ҙа, операция уңышһыҙ тамамлана. Ә 24 ноябрҙә яңғыраған икенсе шартлау кемдеңдер тере ҡалыуына өмөттө бөтөнләй һүндерә. Шулай ҙа ҡотҡарыусылар ҙур тырышлыҡ менән һәләк булған 29 таусының кәүҙәһен ер өҫтөнә сығарыуға ирешә. Ә операциянан һуң бер сәғәт үткәс, өсөнсө шартлау яңғырай. Шахта рәйесе Джон Доу хәбәр итеүенсә, шартлау ҡорбандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс ҡабатлана һәм егерме секунд тирәһе дауам итә. Тимәк, ер аҫтында ҡалыусыларҙың иҫән булыуына бөтөнләй өмөт юҡ. Авария сәбәптәрен тикшереүҙе хөкүмәт үҙ контроленә алған.

...Аптыратты
Калининград ҡалаһы суды транспорттың даими һуңлауы өсөн автобус компанияһын компенсация түләргә мәжбүр итте. Баҡтиһәң, бер пассажир, маршрут автобустарының даими һуңлауына ризаһыҙлыҡ белдереп, уны судҡа биргән. Андрей Ковалев, үҙ хоҡуғын яҡлап, хужалығым ҙур, ҡош-ҡортто, малымды ҡарарға кәрәк, ә мин баҡсамдан ҡайтҡан саҡта сәғәттәр буйы транспорт көтөп, ҡәҙерле ваҡытымды әрәм итергә мәжбүрмен, тип судлаша. Кәрәкле маршрутты көтөп ала алмағас, ул аҡса түгеп, ике, хатта өс автобусты алмаштырып, көскә ҡайтып етә икән. Пенсионер үҙенең артроз менән сирләүен дәлил итеп килтерергә лә онотмаған. Суд иһә транспорт предприятиеһы етәкселегенән пенсионерға мең ярым һум күләмендә компенсация түләтеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Әммә предприятие вәкилдәре, быға ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, һуңлауҙы юлдағы тығындар менән аңлата. Шулай ҙа был хәл ҡалала шау-шыу ҡуптарған. Әлеге ваҡытта ҡала етәкселеге нисек итеп юлдағы тығындарҙан ҡотолоп, транспорт системаһын өҙөклөктәрһеҙ эшләтеү тураһында баш вата. Күпселек, мәсьәләне хәл итеүҙә махсус навигация системалары беркетеү ярҙам итер, тигән фекер белдерә. Һөҙөмтәлә йыл аҙағына тиклем һәр автобусҡа ошо система ҡуйыласаҡ.

...һөйөндөрҙө
Тымыҡ океандың Фиджи утрауы эргәһендә өс үҫмер ҡотҡарылды. Улар ай ярым буйы тулҡын өҫтөндә тирбәлергә мәжбүр булған. Ныҡ ябығыуҙарына, ҡояшта яныу­ҙарына ҡарамаҫтан, улар юғалып ҡалмаған, күңелдәрен төшөрмәгән, ҡасан да булһа берәй ярға килеп төртөлөрҙәренә өмөттәрен өҙмәгән. Үҫмер малайҙарҙың кәмәһе спорт ярыштары ваҡытында көслө дауыл арҡаһында океанға йүнәлеш ала. Илле көн буйы улар тоҙло һыу эсеп көн күргән, ә ризыҡтары тәүге ике көндә үк бөткән. Быға тиклем һыу өҫ­төндә юғалған малайҙарҙы, бәхетһеҙ осраҡҡа та­рып, һәләк булдылар, тип иҫәпләгәндәр. Шулай ҙа был тарих матур тамамланған.

...һағайтты
Кисә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы яңы мәғлүмәт еткерҙе. Баҡтиһәң, донъя­ла йыл һайын 600 мең кеше пассив тәмәке тартыуҙан һәләк була икән. Был би­ге­рәк тә балалар өсөн хәүефле. Донъя­ла 165 мең сабыйҙың нәҡ ошо сәбәптән вафат булыуы асыҡланған. Үлемдең күпселеге, йәғни 60 проценты Африка, Азия илдәренә тура килә. Белгестәр фекеренсә, әлеге хәлде тик ҡаты закондар ғына төҙәтә ала. Әлеге ваҡытта тартыусыларҙың 7,4 проценты ғына ошондай ҡаты закондар индерелгән илдәрҙә йәшәй. Әммә был илдәрҙә лә закон тулыһынса үтәлмәй.