Бөтә яңылыҡтар
27 Ноябрь 2010, 16:49

Атына күрә – санаһы, заманына күрә – балаһы

«Йәшлек» ҡунағы Факил Сәлих улы МЫРҘАҡАЕВ – тыумышы менән Миәкә районының ҡаран ауылынан. Дүрт тиҫтәгә яҡын йыл матбуғат өлкәһендә хеҙмәт итә. Бөгөн "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Уның матбуғат эшендәге, әҙәбиәттәге тынғыһыҙ хеҙмәте мәшһүр яҡташы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премия менән билдәләнде. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факил Мырҙаҡаев "Тынғыһыҙ малай" һәм "Яҙмыш фалы – йәшлектә" китаптары өсөн Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Күркәм юбилейын билдәләгән көндәрҙә уҡыусыларыбыҙға яҙыусы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Атына күрә – санаһы, заманына күрә – балаһы
Атына күрә – санаһы, заманына күрә – балаһы
«Йәшлек» ҡунағы Факил Сәлих улы МЫРҘАҡАЕВ – тыумышы менән Миәкә районының ҡаран ауылынан. Дүрт тиҫтәгә яҡын йыл матбуғат өлкәһендә хеҙмәт итә. Бөгөн "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Уның матбуғат эшендәге, әҙәбиәттәге тынғыһыҙ хеҙмәте мәшһүр яҡташы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премия менән билдәләнде. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факил Мырҙаҡаев "Тынғыһыҙ малай" һәм "Яҙмыш фалы – йәшлектә" китаптары өсөн Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Күркәм юбилейын билдәләгән көндәрҙә уҡыусыларыбыҙға яҙыусы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
ҡаты шелтә ғүмерлек һабаҡ булды
– Журналист булыу ижадта, яҙыу­сылыҡ эшендә ярҙам итәме, әллә, киреһенсә, ҡамасаулаймы?
– Уның ярҙамы ла, ҡамасаулауы ла барҙыр инде. "Совет Башҡор­тостаны" гәзитендә эшләгәндә халыҡ шағиры Рәми Ғарипов: "Бар һөнәр­ҙән ауыр һүҙ эше", – тип юҡҡа ғына яҙмағандыр. Үҙ тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам: журналист һөнәре йыйнаҡлыҡҡа, ваҡыттың ҡәҙерен белергә, иң мөһиме – иғтибарлы булырға өйрәтә. Көн дә сыҡҡан гәзит һинең мыштырлағаныңды көтмәй, командировканан йөрөп ҡайтҡас та материалды тапшырырға кәрәк. Бигерәк тә ауыл хужалығы бүлегендә эшләһәң... Мин гәзитебеҙҙең ауыл хужалығы бүлегендә ун йыл хәбәрсе булдым. Үткән быуаттың 70 – 80-се йылдарында партия өлкә комитеты ауыл хужалығына ҙур әһәмиәт бирҙе. Журналистар иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем райондарҙан ҡайтып инмәй торғайны. Миңә лә баҫыу юлдарын күп тапарға, малсылыҡ фермаларында йыш булырға тура килде.
Мәҡәләләрҙе төндә яҙырға ғәҙәтләнгәнмен, берәү ҙә ҡамасауламай. Редакцияла иһә үҙ әйберҙәрең менән ултырырға ваҡыт ҡалмай, үҙ хәбәрселәрҙең мәҡәләләрен эшкәртергә кәрәк. Беҙҙең үҙ хәбәрселәр иһә ул заманда ете төбәктә эшләй ине.
"Иғтибарлы булырға өйрәтә" тигәндән, бер ваҡиға иҫкә төштө. 1975 йылда, гәзиттә тәүге йыл эшләгәндә, "Хат юлға саҡыра" рубрикаһында сыҡҡан мәҡәләмдә партия район комитеты бүлек мөдирҙәренең вазифаларын бутағанмын. Шул арҡала редакцияла оло ғауға ҡупты, үҙемә ҡаты шелтә сәпәнеләр. Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды. Башҡаса ундай тупаҫ хаталарҙан Хоҙай араланы.
Яҙыусылыҡ эшендә хәбәрсе булыу­ҙың файҙалы йоғонтоһо бар, тип иҫәпләйем. Командировкаларға йөрөү, кешеләр менән аралашыу ҡайһы берҙә яҙыласаҡ әҫәрҙәрҙең геройҙары менән дә осраштыра. "Һайлау", "Оҙайлы сәфәр" повестары, "Юлдағы осрашыуҙар" шәлкеменә ингән хикәйәләр ана шулай тыуҙы.
– Әҫәрҙәреңде оҙаҡ һәм ауыр яҙаһыңмы? Сөнки балалар өсөн повестарыңды ҡайта-ҡайта ҡабат эшләгәнеңде беләм...
– Төрлөсә була. Миҫалға "Имгәк" повесын килтерәм. Был әҫәрҙе бүленә-бүленә йыл буйы яҙҙым. Төп герой Мусаның образы мин теләгәнсә килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Һөҙөмтәлә әҫәр­ҙең өс-дүрт варианты барлыҡҡа килде. Күрәһең, эшкә тулы әҙерлек менән тотонмағанмындыр. Башта ҡулдан яҙам, әҫәр "бешеп" еткәс кенә компьютерға индерәм. Көнөнә өс бит текст яҙһам – был минең өсөн оло ҡыуаныс. ҡараламаларҙы һаҡламайым, сөнки почергымды үҙемдән башҡа "эт тә танымай". Берҙән-бер һаҡлаған ҡараламам – "ҡиблалар буталғанда" повесы, уны әҙәм танырлыҡ хәрефтәр менән аҡҡа күсергәнмен. Әҫәрҙе компьютерға индергәс тә, эш дауам итә, күңелдә теге йәки был персонаждың холоҡ-фиғелен көслөрәк асыҡлаусы деталдәр тыуа, кәрәк тип тапһам, уларҙы ла өҫтәп ҡуям. Әҫәрҙе яҙып бөткәс, уны "онотоп" торорға тырышам. "Онотоп торам" тиһәм дә, иҫтән сыҡмай инде ул яҙған әйберең, гел күңелдә йөрөй. Аҙна-ун көн үткәс, яңынан уҡып сығам. Тәнҡит күҙлегенән. Әҫәрҙәге бөтә персонаждар ҙа уҡыусыны ышандырамы? Ышандырмаһа, яңынан эшкә тотонам. "Күңел ҡошом" повесында Эдик образы менән шулай килеп сыҡты. Уның битарафлығының сәбәбен асыу өсөн яңы эпизодтар индерергә тура килде. "Хушлашыу вальсы" повесына өҫтәмә бүлек индереп, Искәндәрҙең образын тулылан­дырҙым. Әҫәремде редакцияға тапшырғас, уны мөхәррирләүселәрҙең дә кәңәштәренә ҡолаҡ һалам. ҡайһы берҙә бик урынлы кәңәш бирә мөхәррирҙәр! Үҙең беләһең, Зөһрә, "Йәншишмә" гәзитендә баҫыласаҡ "ҡайын һуты" повесындағы Эдгар образы хаҡында һинең менән дә, Зөбәржәт Миңлебаева менән дә күпме бәхәсләштек! (Көлә).

Тәүге китабын баҫмаға 13 йыл буйы тәҡдим итмәй
– Әҫәрҙәреңдә күберәк үҫ­мерҙәр һәм йәштәр темаһына мөрәжәғәт итәһең. Бының сәбәбе нимәлә?
– Мин әҙәбиәткә өлкәндәр өсөн яҙылған хикәйәләр һәм повестар менән килдем. Улар "ҡамғаҡ" һәм "Аҙашҡан болан балаһы" тигән китаптарға тупланған. Үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн яҙа башлауымдың сәбәбен асыҡлау өсөн алыҫта ҡалған 1975 йылға әйләнеп ҡайтыу урынлы булыр. Йәғни минең "Совет Башҡортостаны" гәзите редакцияһында эш башлаған осорға.
Штатында тиҫтәләрсә хеҙмәткәр, Матбуғат йортоноң тотош бер ҡатын биләгән редакция, гөр килеп эшләп ултырған заманса типография менән танышҡас, күңелемдә балалар өсөн әҫәр яҙыу теләге тыуҙы. Нимә ул гәзит? Уны ҡайҙа, кемдәр сығара? Тәүге гәзиттәр ҡасан сыға башлаған? Улар башта ниндәй булған? Бөтә кеше лә мәҡәләләр яҙа аламы? Ошо һәм шуға оҡшаш башҡа һорау­ҙарға яуап бирергә тейеш ине ул әҫәр. Киләсәктә йәш хәбәрселәрҙең айырылмаҫ юлдашына әйләнәсәк был әйберҙе яҙҙым да… һалып ҡуйҙым. 13 йыл үткәс, ҡайтанан эшләнем. "Йәш хәбәрсе" 1993 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә айырым китап булып баҫылып сыҡты. Үҙем жанрын "Журналист дәрестәре" тип билдәләгәйнем, Яҙыусылар союзына ағза булып ингәндә миңә фатиха биргән Булат ағай Рафиҡов китапты: "Йәш хәбәрсе тураһында мауыҡтырғыс повесть", – тип атаны.
"Аҡтүш-Пират һәм Рөстәм менән Марат" тигән повесты яҙырға иһә "Аманат" журналының ул саҡтағы баш мөхәррире Камил ағай Яйыҡбаев "ҡотортто". Үҙемдең дә балалар тормошонан берәй ҙур ғына әҫәр яҙыу уйы юҡ түгел ине. Сираттағы ялға сығыу менән, бар эшемде ташлап, өҫтәл артына ултыр­ҙым. ҡыҙым Нурияға арнап яҙылған был повесть 1996 йылда "Аманат" журналында баҫылды.
Әҫәрҙең нигеҙендә үҙем шаһит булған ваҡиға ята. Автобуста командировканан ҡайтып киләм. Мин дә, башҡа пассажирҙар ҙа йоҡомһорап бара. Көтмәгәндә салонды яңғыратып бер эт өрөп ебәрмәһенме! Пассажирҙар бер-береһенә ҡарашты, автобусҡа бер кем дә эт менән инмәгән кеүек ине лә баһа. Сер тиҙ асылды: артҡы рәттә ултырған малай сумкаһынан көсөк килтереп сығарҙы ла ғәйепле төҫ менән атаһының күҙҙәренә баҡты. Малайҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул көсөктө автовокзал янынан табып алған икән.
Мине, бөтәһенән элек, балалар­ҙың эскерһеҙлеге әсир итә. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, тиҙәр бит. Ана шул аҡтан-аҡ, пактан-пак күңелдәренә нимә яҙа балалар? Әҫәрҙәремде ҡағыҙға төшөргәндә шуны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышам. Йәнә "атына күрә – санаһы, заманына күрә – балаһы" тип әйтәләр. Хәҙерге заман балаһы бер уҡыу менән генә мәшғүл түгел. Уның күңелен әүрәтер­ҙәй әйберҙәр һанап бөткөһөҙ. Йомшаҡ күңеллеләре яңылыш юлға ла баҫып ҡуя. "Яҙмыш фалы – йәшлектә" повесының төп геройы Динисты алайыҡ. ҡалала үҙ иркендә йөрөп өйрәнгән, физик эштең ни икәнен дә белмәгән, үҙ көсө менән бер тин аҡса эшләп тапмаһа ла, уны уңлы-һуңлы туҙҙыр­ған үҫмер, эшһеҙлектән интегеп урам тапай торғас, наркомандар ҡулына барып эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Наркотик алыу өсөн урлашыуға тиклем барып етә. Замана шауҡымына бирелеп, Инсаф та ("Хушлашыу вальсы") уйындан уймаҡ сығара: үҙе белем алған мәктәпкә шартлатҡыс һалынған тип шылтырата. Уларҙың икеһе лә аҙаҡ үкенеүен-үкенә, тәүбәгә килә. Яҙыусы булараҡ бурысым шулдыр тим: әҫәрҙәремдә геройҙарымдың эске кисерештәрен, күңел донъяһын яҡтыртырға, ҡатмарлы уй-кисерештәрен уҡыусыларға еткерергә ынтылам.
– Кеше бүтәндәргә шатлыҡ, изгелек килтермәйенсә тулыһынса бәхетле була алмай. Һинең бөтә әҫәрҙәреңә лә тиерлек ошо фекер һалынған. Төп геройҙарың ҙур шәхестәр ҙә түгел, ә матурлыҡты күрә белгән, изге күңелле ябай кешеләр. Был фекер­ҙе махсус рәүештә шулай үткәрәһеңме, әллә һинең үҙеңде уратып алған донъя, мөхитең шулай булыуынан килеп сығамы?
– Буласаҡ геройҙарымдың тормошон, нимәләр менән ҡыҙыҡһыныуын, нисек йәшәүен төрлөсә асыҡларға тырышам. Хәҙер йәш быуын бик мәғлүмәтле. Мәктәптәрҙә уҡыусылар менән осрашҡанда уларҙың килеш-килбәтенә, кейем-һалымына, сәс-башына, үҙҙәрен нисек тотоуҙарына, бер-береһе менән аралашыуҙарына, телефондан һөйләшеүҙәренә иғтибар итәм. Яҡшы ғәҙәтмелер, насармылыр: туҡталышта транспорт көткәндә, автобуста барғанда үҫмерҙәр менән бергә тура килһәм, һиҙҙермәй генә уларҙы күҙәтәм, ҡылыҡтарын өйрәнәм.
Әҫәремде яҙырға тотонор алдынан, теге йәки был һорауҙы асыҡлау өсөн, белгестәргә лә мөрәжәғәт итәм, махсус әҙәбиәтте лә өйрәнәм. "Яҙмыш фалы – йәшлектә", "Хушлашыу вальсы", "ҡайын һуты" повестарын яҙғанда шулай булды. Яңы әҫәреңде баҫтырыр алдынан балаларға һәм уҡытыусыларға уҡытып алыуҙың да файҙаһы бар, минеңсә. Уларҙың фекерҙәре, тәҡдимдәре минең өсөн бик әһәмиәтле, сөнки балаларҙы уҡытыусыларҙан да яҡшыраҡ белгән, аңлаған кеше юҡ. Был йәһәттән мин уңдым. Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлимә Ғәлиева әҫәрҙәремә баһа биреп кенә ҡалмай, улар буйынса уҡыусылары менән әңгәмәләр, кластан тыш уҡыу дәрестәре, китап уҡыусылар конференциялары үткәрә. Уларҙың бер нисәһендә үҙемә лә ҡатнашырға, һорауҙарына яуап бирергә насип булды.

Тәржемә тел байлығын өйрәнеү өсөн кәрәк
– Һин рус телендә ижад иткән башҡорт яҙыусыларының, Рәсәйҙең рус, башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡортсаға ауҙарыу менән дә шөғөлләнәһең. Рустарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙең мохтажлығы нимәлә – хәҙер бөтәһе лә русса уҡый бит? Шәхсән һиңә нимә бирә тәржемә эше?
– Тәржемә тел даръяһын байҡау, тел байлығын байытыу, өйрәнеү өсөн кәрәк. Тәржемә эшендә "Китап" нәшриәтенең заказдарын да үтәргә тура килгеләне. Сергей Аксаков исемендәге премия лауреаты Валерий Ганичевтың хикәйәләрен, татар әҙибәһе Нәбирә Ғиматдинованың по­вес­тарын, яҡташым Азат Мағазовтың трилогияһын башҡортсаға ауҙар­ҙым. Дәреслектәр ҙә тәржемә иткәнем бар. Рус әҙиптәренең әҫәрҙәрен башҡортса тәржемә итергә кәрәк, тигән фекерҙәмен. Талха Ғиниә­туллинды ғына алайыҡ. Уның Мәскәү нәшриәттәрендә нәшер ителгән китаптары менән бөтә уҡыу­сылар ҙа, айырыуса ауыл ерендә йәшәүселәр, таныша алмай, сөнки Мәскәүҙә сыҡҡан китаптар бөтә китапханалар­ға ла таратылмай, ә Әмир Әминев тәржемәһендә Талха Ғиниәтул­линдың повестарын теләгән бер кеше уҡый алды һәм ала, нәшриәттә дәүләт заказы менән сыҡҡан китаптар тотош Башҡортостанға тарала.
– Әҙәби ижадтан тыш, һин бына нисә йыл инде башҡортса йыртма календарҙар, һүҙлектәр, "Фәһемле фекерҙәр донъяһында", "Батыр хаҡында һүҙ", "Тарих шаңдауы", "Үлемһеҙҙәр" кеүек йыйынтыҡтар төҙөү менән мәшғүлһең. Был эштәргә тотоноуға нимә этәрҙе? Яҙыусы кеше өсөн ваҡытты күп ала торған, түҙемлек, тәфсирлек талап иткән мәшәҡәтле шөғөл бит юғиһә...
– Мин Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында ситтән тороп уҡыным. Башта диплом эшен әҙәбиәт буйынса яҡларға йыйынғайным, һуңынан телгә өҫтөнлөк бирҙем. "Башҡорт телендә ауыл хужалығы терминдары" тигән темаға диплом эше яҙып, "отлично"ға яҡланым. Үткән быуаттың 70-се йылдарында ауыл хужалығына ҡараған терминдар ныҡлап өйрәнелмәгәйне. Журналистар ҡулында 1964 йылда сыҡҡан берҙән-бер дөйөм русса-башҡортса һүҙлек кенә бар. Терминдарҙы кем нисек теләй, шулай алып йөрөттө. Был хәл айы­рыу­са руссанан башҡортса тәржемә итеп сығарылыусы район гәзиттәрендә ныҡ күҙәтелде. Диплом эше яҙғанда терминдарҙы берәмтекләп йыйып, улар­ҙы башҡорт әҙәби тел нормаларына яраҡлы итеп бирҙем. Гәзиттә лә бер нисә мәҡәлә баҫтыр­ҙым. Башҡор­тостан Республикаһы ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте тарафынан раҫланғандан һуң, шул терминдар ике тапҡыр китап булып сыҡты. Һүҙлектәрҙең тәүгеһенә 7500-ҙән ашыу термин индерелде, икенсе баҫмала уларҙың һаны 11 мең 300 самаһына етте.
Мин гәзит-журналдарҙы, китап­тар­ҙы ҡулыма ҡәләм тотоп уҡыр­ға ғәҙәтләнгәнмен. Үҙемә оҡшаған фекерҙәр­ҙе билдәләп барам, күсереп тә алам. Тупланған "хазина"ны күҙҙән үткәргәс, был байлыҡҡа башҡаларҙың да иғтибарын йүнәлткем килде. Башҡа шундай уй төштө: рус телендә ниндәй генә афоризмдар китабы юҡ, ә ниңә башҡорт яҙыу­сыларының афоризмдар йыйынтығы булмаҫҡа тейеш? Һөҙөмтәлә, 2003 йылда "Фәһемле фекерҙәр донъяһында" тигән китап һатыуға сыҡты. Тиҙҙән уҡыусылар башҡорт яҙыусыларының афоризмдарынан төҙөлгән икенсе китапты ҡулына аласаҡ. Китаптар бер-береһен ҡабатламай, авторҙары бер үк булһа ла (араларында яңылары ла бар, әлбиттә), быныһы өр-яңы афоризмдарҙан тора.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы азаматы – ҡаһарман Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейы беҙҙең "Башҡортостан" гәзитендә киң яҡтыртылды. Мин махсус рубрикалар алып барҙым. Гәзиттә баҫылған материалдар һуңынан китап булып сыҡты.
– Өлкән ҡәләмдәштәрең араһынан кемдәрҙең ниндәй әҫәрҙәре оҡшай?
– Өлкән тигәндән, үҙебеҙ ҙә олоғай­ҙыҡ инде, Зөһрә. Мостай Кәрим, Ноғман Мусин, Рәшит Солтангәрәев, Талха Ғиниәтуллин­дарҙың әҫәрҙәре менән күптән таныш булһам да, ваҡыт тапҡанда ҡат-ҡат уҡыйым. Рәшит ағайҙы остазым тип иҫәпләйем. "Ағиҙел" журналында баҫылған бөтә повестарыма ла ул фатиха бирҙе. Бүләк иткән китаптарын ҡәҙерләп һаҡлайым. "Оло юлдың туҙаны" китабына: "Факил мырҙама, әле үҙен тереләй күрмәҫ борон уҡ яҡын иткән ҡәләмдәшемә ихтирамына ихтирам менән яуап итеп Рәшит ағай. 22 октябрь 1995 йыл. Яңы әҫәрҙәр көтәм һинән", – тип автограф биргән.
Ғөмүмән, "Китап" нәшриәтендә донъя күргән китаптарҙы, гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәрҙе, ул проза булһынмы, шиғриәтме, драматургиямы, публицистикамы, уҡып барырға тырышам. Быуындаш ҡәләмдәштәрем әҫәрҙәренә айы­рыу­са иғтибарлымын. Әйткән­дәй, Гөлнур Яҡупованың "Ағиҙел" журналында баҫылған "ҡатындар" трилогияһының тәүге ике китабы йотлоғоп уҡыла!

60 тигән үрҙе яулағанда ла әсәй кәрәк икән
– Түбәләр күккә тейерлек иң бәхетле һәм ҡанаттар ҡайырылырлыҡ, йәнде тетрәндерерлек мәлең ҡасан булды?
– Тормошомдоң иң бәхетле мәле – ейәнемде тәүләп ҡулға алып һөйгән көнөм. Иң бәхетһеҙе – әсәйемде ер ҡуйынына һалған көн. Аллаға шөкөр, әсәйем яҡты донъяла 96 йыл йәшәп күсте баҡыйлыҡҡа. Бер быуатҡа яҡын ғүмер... Шулай ҙа барыбер әсәйһеҙ донъяның бер сите китек... Алтмыш тигән үрҙәрҙе яулағанда ла әсәй кәрәк икән.
– Ейән, әсәй тураһында һүҙ сыҡҡас, үҙеңдең ғаиләң менән дә таныштырып үт инде.
– Улыбыҙ Камил да, ҡыҙыбыҙ Нурия ла Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһында уҡыны, Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алды. Нурия мәктәпте алтын миҙалға, вузды ҡыҙыл дипломға тамамланы. Үҙ белгеслектәре буйынса эшләйҙәр. Камил – ғаиләле, әйткәнемсә, ейәнебеҙ – күңел ҡыуанысы. ҡатыным Динә Ғәйнелбаян ҡыҙы – Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Башҡортостан халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөдире. Бер-беребеҙҙең эше менән ҡыҙыҡһынып, ярҙамлашып йәшәйбеҙ. Тәьҫораттар, кисерештәр – уртаҡ. Динә үҙе лә яҙыша – хеҙмәттәштәре, китап нәшерләү хаҡында һүрәтләмәләре ваҡытлы матбуғатта сыға килә. Уның "Китап: Рухиәт шәжәрәһе" йыйынтығы "Рәсәйҙең иң яҡшы китаптары – 2010" бәйгеһендә лауреат исеменә лайыҡ булды. Был республикабыҙ өсөн дә, нәшриәт өсөн дә, беҙҙең ғаилә өсөн дә – мәртәбәле күренеш.

Зөһрә ҡОТЛОГИЛДИНА
әңгәмәләште.

Читайте нас в