-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2010, 16:05

Юл ҡағиҙәләренә ете үҙгәреш

Юл ҡағиҙәләренә, закондарға үҙгәрештәр, ай-һай, бик йышайҙы түгелме? Әле быға тиклемгеләренә өйрәнеп бөтөп тә өлгөрмәйбеҙ, яңылары өҫтәлеп кенә тора. Бына 21 ноябрҙән юл ҡағиҙәләрендә мөһим үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. «Йәшлек» биттәрендә был хаҡта яҙылғайны, шулай ҙа ҡабатлауҙың һөҙөмтәһе лә ыңғай. Дүрт тәгәрмәсле «дуҫы» булғандар түбәндәгеләрҙе хәтер янсығына һалып ҡуйһын:

Автомобилең менән ҡайҙа ғына йөрөүеңә ҡарамаҫтан, фарҙар һәр саҡ тоҡандырылған көйө ҡала. Был ҡағиҙәне боҙған хәлдә штраф – 100 һум.
Хәүефһеҙлек ҡайышын бөтәһе лә мотлаҡ эләктерергә тейеш. Быға тиклем «оперативниктар», автомәктәп инструкторҙары уҡыусыһы менән «дәрес» үткәргәндә таҡмаһа ла мөмкин ине. Хәҙер ул «бәхет» бөттө. Буйһонмаусыларға 500 һум штраф һалыу ҡаралған.
Юлдар киҫелешендәге ҡулсала үҙгәрештәр бар. Хәҙер унда инеүселәр ҡулсалағыларға юл бирергә тейеш. Әйткәндәй, бындай юл сатында «ҡулсалы хәрәкәт», «Юл бир» тигән кеүек билдәләр ҡуйыласаҡ.
Юлда тыйыусы һыҙыҡ, билдә булып, алдағы транспорттың тиҙлеге сәғәтенә 30 километрҙан артмай икән, ҡаршы яҡ юлға сығып, уны уҙырға мөмкин. Йөк машинаһынан башҡа мопедты, мотоциклдарҙы ла үтергә ярай.
Юлдағы «зебра»лар үҙ көсөнә инә! Бынан ары йәйәүле уға аяҡ баҫыу менән автомобиль туҡтарға тейеш. Был юл билдәһе янында бер автомобиль тиҙлеген кәметһә, икенсеһенә уны уҙыу тыйыла.
Юл билдәләре эленеп тә (ергә ҡаҙалып та) ҡуйыла, ергә лә төшөрөлгән. ҡайһы саҡта уларҙың бер-береһенә ҡаршы килгәне лә осрап ҡуя. Ошо осраҡта яңы ҡағиҙә буйынса үрҙәгеһе, йәғни эленгәне дөрөҫөрәк, тиҙәр.
Күперҙәрҙә, эстакадала, тоннелдәрҙә, юл сатында алдан барған автомобилде уҙыу тыйыла. Әйткәндәй, хәҙер рельслыһынан башҡа транспортты уңдан да уҙырға мөмкин, тик хәүефһеҙлек тулыһынса ышаныслы булғанда.

А. ЗИННУРОВА.