Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы башлығы Юрий Черницев әйтеүенсә, быйыл беҙҙә «ҡара риэлтор»ҙар уғата әүҙемләшеп киткән. 2010 йылдың башынан алып ун кешенән торған енәйәтселәр төркөмө коммуналь хужалыҡтарҙа эшләүселәр аша яңғыҙ, эшләмәгән һәм эсеү менән мауыҡҡан фатир хужаларын асыҡлаған. Шулай уҡ фатир өсөн оҙаҡ ваҡыт түләмәй йөрөгән кешеләр ҙә енәйәтсе төркөмдөң иғтибарын йәлеп иткән. «ҡара риэлтор»ҙар был яңғыҙ кешеләрҙе законһыҙ юл менән фатирҙарынан сығарып, торлаҡтарын һатҡан. Бындай хәлгә тарыған меҫкен кешеләр йыш ҡына Башҡортостанда ла ҡалдырылмай. Күпселек осраҡта уларҙы күрше өлкәләрҙең барактарына алып барып ташлайҙар.
Әлегә «ҡара риэлтор»ҙарҙың эшмәкәрлеге арҡаһында дүрт кешенең фатирынан ҡолаҡ ҡаҡҡанлығы асыҡланған. Әлбиттә, зыян күргән кешеләр тағы ла күберәк, уларҙы асыҡлау ваҡыт талап итә. Фатирынан сығарылған кешеләр араһында үлтерелгәндәре бармы-юҡмы икәнлеге әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа хәбәрһеҙ юғалғандары бар.
Быйыл фатирҙы һатыу буйынса ғына түгел, ҡуртымға биреү буйынса ла күп кенә енәйәт ҡылынған. Классик күренеш – фатир эҙләүсе агентлыҡтарға бара ла, ҡуртымға бирелә торған фатирҙар тураһындағы мәғлүмәтте һатып ала. Ә был мәғлүмәт дөрөҫлөккә бөтөнләй тап килмәй – адрестары ялған. Бындай күңелһеҙ хәлдәр республикала бик йыш күҙәтелә. ҡағиҙә булараҡ, законға таянып эшләгән риэлторҙар ҡуртымға бирелгән фатирҙарға торлаҡ эҙләүселәр менән үҙҙәре лә бара һәм бөтә мәсьәләләрҙе лә урында хәл итә. Ә кешеләр һаман ялған адрестар өсөн аҡса түләүен дауам итә. Был осраҡта торлаҡ эҙләүселәрҙең үҙҙәрен генә ғәйепләргә ҡала. Ауыҙыңды асып йөрөһәң, һемәйтергә теләүселәр көтөп кенә тора!
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы башлығы Юрий Черницев менән ойошторолған матбуғат конференцияһында ришүәтселек тураһында ла һүҙ булды. Дөрөҫөрәге, был мәсьәлә былай ҙа иң көнүҙәк һәм әүҙем ҡаралғандар иҫәбенән. 2010 йылдың ғинуар – октябрь айҙарында Башҡортостанда 436 ришүәт биреү осрағы теркәлгән. Баҡтиһәң, беҙҙең республикала һәр өсөнсө ришүәтте табиптар ала икән! Ә һәр икенсене – чиновниктар. Берәүҙәр вазифаһы, вәкәләттәре менән файҙаланһа, икенселәр кешенең һаулығын, ғүмерен аҡса бизмәненә һала.
Хәҙер шундай күренеш күҙәтелә – кешеләр үҙҙәренән ришүәт талап итеүселәрҙе «урынына ултыртыу» өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. Бигерәк тә эшҡыуарҙар чиновниктарға ҡаршы сыға. Һәр хәлдә, хәҙер вазифалы кешеләр ришүәт алыр алдынан мең тапҡыр уйланырға мәжбүр һәм был дөрөҫ тә. Цивилизациялы дәүләттә ришүәт биреү һәм алыу кеүек кире күренештәр мөмкин тиклем аҙыраҡ булырға тейеш. Бөтөнләй булмаһа, бигерәк тә шәп булыр ине.
Мутлыҡ юлы менән аҡсаға йәки башҡа мөлкәткә эйә булыу осраҡтары бер ҙә кәмемәй. Быйыл республикала 1803 мутлашыу осрағы теркәлгән. Кешеләрҙе 590 миллион һумға алдағандар. Бында пирамидаларға аҡса күсереүселәр инмәй.
Инде нисәмә йыл пирамидалар хаҡында һөйләйбеҙ. Журналистар, башҡа белгестәр был бер ваҡытта ла яҡшыға килтермәйәсәген, уларҙың «тишек кәмә»гә ултыртасағын әллә нисәмә тапҡыр аңлатып, сығыштар яһай. Һәр хәлдә, был мәсьәләгә киң матбуғат саралары ҙур иғтибар бүлә, тип әйтергә мөмкин. Ә финанс пирамидаларынан алданыусылар һаны һис тә кәмемәй. Алтын тауҙар өмөт иткән халыҡ, булған аҡсаһын алдаҡсылар ҡулына тапшырып, хәйерсе көнөнә төшә.
Быйыл республика халҡы пирамидаларға миллиард һумдан ашыу аҡса тапшырып, зыян күргән. Юрий Черницев әйтеүенсә, финанс пирамидаларын төҙөүселәр «кооператив»ын Башҡортостанда теркәһә, беҙҙә үк эшләһә, уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеге бар. Әммә күпселек осраҡта беҙҙәге пирамидалар – Мәскәү йәки Санкт-Петербург ҡалаларындағы ойошмаларҙың филиалдары ғына. Шуныһы ла бар – енәйәтселәрҙе хөкөм иткән осраҡта ла кешеләр уларға тапшырған аҡсаһын кире ҡайтарып ала алмай. Унан елдәр иҫә!
Республиканың эске эштәр органдары быйыл 10 айҙа вазифалы кешеләр вәкәләттәрен ҡулланып ҡылған 1181 енәйәт эшен асыҡлаған. Был үткән йылдағы күрһәткестәрҙән артығыраҡ. ҡайһы бер вазифалы кешеләр артыҡ шаша башлағанмы, әллә инде был йүнәлешкә хоҡуҡ һаҡлау органдары тағы ла нығыраҡ иғтибар бүләме – әйтеүе ауыр. Шулай ҙа хәҙер ришүәт биреү һәм алыуҙы кәметеү, бөтөрөү буйынса күп эш башҡарылыуын билдәләп китергә мөмкин.
Лилиә СИРАЕВА.