-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2010, 16:03

Был аҙнала беҙҙе...

...өмөтләндерҙе2016 йылға торлаҡ төҙөлөшө 100 миллион квадрат метрға тиклем үҫергә тейеш. Был хәҙерге күләмгә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Вла­димир Путин фекеренсә, властың төп бурысы – халыҡты мөмкин тиклем яңы фатирҙарға күсереү. Ул ғына ла түгел, төҙөлгән торлаҡ заман талаптарына яуап бирергә тейеш. Мәсьәләне хәл итеү өсөн төбәктәрҙә торлаҡ төҙөү буйынса программалар эшләү зарур. Владимир Путин, улар­ҙың иң лайыҡлылары хөкүмәт тарафынан билдәләнәсәк, тип белдерҙе. Йәғни еңеүселәр федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса алып, уны төҙөлөш киң йәйелдерелгән райондарҙа юл төҙөү, коммуналь инфраструктура өсөн алынған кредит проценттары өсөн иҫәпләшеүгә тотона аласаҡ.

...өмөтләндерҙе
2016 йылға торлаҡ төҙөлөшө 100 миллион квадрат метрға тиклем үҫергә тейеш. Был хәҙерге күләмгә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. РФ Хөкүмәте Премьер-министры Вла­димир Путин фекеренсә, властың төп бурысы – халыҡты мөмкин тиклем яңы фатирҙарға күсереү. Ул ғына ла түгел, төҙөлгән торлаҡ заман талаптарына яуап бирергә тейеш. Мәсьәләне хәл итеү өсөн төбәктәрҙә торлаҡ төҙөү буйынса программалар эшләү зарур. Владимир Путин, улар­ҙың иң лайыҡлылары хөкүмәт тарафынан билдәләнәсәк, тип белдерҙе. Йәғни еңеүселәр федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса алып, уны төҙөлөш киң йәйелдерелгән райондарҙа юл төҙөү, коммуналь инфраструктура өсөн алынған кредит проценттары өсөн иҫәпләшеүгә тотона аласаҡ.

...уйландырҙы
РФ Дәүләт Думаһы ил хөкүмәтендә үҙ-ара туғандарса, ғаилә мөнәсәбәттәрен тыйыуҙы индереүҙе күҙ уңында тотҡан федераль конституция закон проектын теркәне. «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тураһындағы» 11-се федераль конституция законына үҙгәрештәр Дәүләт Думаһының Конституцион закондар һәм дәүләт ҡоролошо комитеты рәйесе урынбаҫары Виктор Илюхин тарафынан индерелде. Документта, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте коррупцияға ҡаршы көрәшә, ә хөкүмәт етәкселеге араһында туғанлыҡ, әшнәлек, яҡташлыҡ, бүтән төр яҡынлыҡ мөнәсәбәттәре булмаҫҡа, төп критерий профессионализм, намыҫ һәм выждан булырға тейешлеге хаҡында әйтелә. Күреүегеҙсә, закон проекты тәү сиратта дәүләт мәсьә­ләләрен хәл иткәндә ниндәйҙер коррупция күренештәренә юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Ә бына нәҡ ниндәй туғандар тураһында һүҙ барыуы әлегә аңлашылмай. Хәйер, министрҙар араһында ирле-ҡатынлылар ҙа бар. Улар – һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова менән энергетика министры Виктор Христенко.

...шомландырҙы
Ингушетияла ҡарабулаҡ бандаһы төркөмө башлығы, Владикавказ баҙарындағы шартлауҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнгән Йосоп Дзангиев ҡулға алынды. Ул йәнә бер террористик акт әҙерләгән булған. Ингушетияның Сунженск районында табылған енәйәтсе әле Мәскәү изоляторҙарының береһендә тотола. ҡулға алынған саҡта ул ҡаршылыҡ күрһәтеп, йәшенеп ҡалырға ла тырыш­ҡан. Махсус операция барышында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һәм ябай граждандар араһында зыян күреүселәр булмаған. Әле Тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәре тарафынан әлеге енәйәткә бәйле биш ғәйепләнеүсе тотолған. Уларҙың барыһы ла иң ҡаты язаға тарттырыласаҡ.

...ҡыҙыҡтырҙы
Украинала эске паспорттар урынына ID-карталар сығарылыуы ихтимал. Илдең Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был бөгөн актуаль мәсьәлә һанала. Сөнки Украинала эске паспорт тип файҙаланылған документ техник яҡтан иҫке, замандан бик артта ҡалған. Әле бер юлы эске һәм сит ил паспорты булып хеҙмәт итәсәк паспортты ғәмәлгә индереү мәсьәләһе өйрәнелә.