-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
20 Ноябрь 2010, 22:20

Аҡсаң артыҡ булһа, алдаҡсыларға ышан

Баш ҡалабыҙҙа мутлыҡ ҡылыусылар һаны ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәк һымаҡ арта бара. Тағы ла бер 76 йәшлек пенсионер әбей шундайҙарҙың (быға тиклем «Меркурий» сауҙа үҙәгендә бер әбей ике миллион һумын аферистарға тоттороп ебәрә) ҡорбанына әйләнә: Сипайлово микрорайонында уның менән таныш булмаған ҡатын һөйләшеп китә лә, йәнәһе, уны һәм ғаиләһен сихырлағандар, ти. Быны раҫлар өсөн оҫта алдаҡсы ҡулындағы йомортҡаны әбейҙең маңлайында йөрөтөп алғас, уны һыта – ул серетке булып сыға. Был, йәнәһе лә, сихырҙы аңлата.

Сихырҙан ҡотолоу өсөн әбейгә һаҡлыҡ банкыһынан бөтә йыйған ғына аҡсаһын алырға ҡуша. Йәнәһе, сихырҙы алып ташлау йолаһын үткәрергә кәрәгәсәк. Әбей 90 мең һумын банкынан ала. ҡатын аҡсаны ҡара тоҡсайға һалыр­ға ҡушып, сираттағы «йолаһын» үткәрә лә, тоҡсайҙы хужабикәһенә кире ҡайтарып бирә. Әбейҙең тоҡсайҙы шунда уҡ тикшерергә башына ла килмәй. Өйгә ҡайтҡас, асып ҡараһа, аҡса урынында гәзиттәр төргәге ята!
Әле милиция хеҙмәткәрҙәре алдаҡсы ҡатынды эҙләй.

Р. Байышева.