Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Әхмәтшин билдәләүенсә, үткән айҙа беҙҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡ артмаған тиерлек. Хаҡтарҙың тотороҡланыуына ауыл хужалығы йәрминкәләре менән республиканың сауҙа селтәрҙәре үткәргән «Социаль кәрзин» акцияһы ла ҙур өлөш индергән.
Мониторинг буйынса, үткән айҙа йәшелсәләргә хаҡ төшкән, әммә уны әллә ни һиҙелерлек тип әйтеп булмаҫ ине – баҡса емештәре бер-ике һумға ғына арзанайған. Дөйөм алғанда, картуфтың килограмы – 22,91, кәбеҫтәнеке – 22,03, һуғандыҡы – 19,06, ә инде кишерҙеке 29,02 һум тәшкил итте.
Нишләптер һыйыр итенең хаҡы саҡ ҡына артып киткән. Хәҙер уның килограмын республикала яҡынса 170,03 һумға алып була. Ә бына һарыҡ ите ике генә һумға булһа ла арзанайған. Әйткәндәй, республиканың аҙыҡ-түлек баҙарын күҙәтеүселәр билдәләүенсә, иң арзан аҙыҡ-түлек Стәрлетамаҡ ҡалаһында һатыла, унда икмәк тә, картуф та арзаныраҡ. Шулай ҙа унда шәкәр башҡа ерҙәгенән ҡиммәтерәк. Ә иң арзан ит алыу өсөн Сибайға барырға кәрәк – унда һыйыр итенең килограмы яҡынса – 163,68, һарыҡтыҡы 180,36 һум тора.
Октябрь айында үҫемлек майы менән аҡ майға хаҡ артҡан.
Быйыл ҡоролоҡ беҙҙе генә түгел, алыҫтағы Бразилияны ла бөлгөнлөккә төшөргән. Был ил донъя баҙарына шәкәр сығарыуы менән билдәле. ҡоролоҡ булғас, шәкәр етештереү өсөн сеймал бик аҙ йыйылған. Шуға ла хәҙер шәкәргә хаҡ артыуы көтөлә. Башҡортостан Бразилиянан ныҡ ҡына алыҫта ятһа ла, хаҡтарҙың үҙгәреше беҙҙе лә урап үтмәйәсәк. Улай ғына тип яҙыу аҙ, беҙҙә шәкәрҙең хаҡы арта башланы ла инде. Мәҫәлән, баш ҡаланың Гурьев баҙарында быға тиклем бер тоҡ шәкәр 1600 һум торһа, хәҙер 1800 һумға етте. Йәй башланып ҡына торғанда, уны 1300 һумға ла алып була ине. Ауыл ерендә бер килограмм шәкәрҙе 40 – 42 һумға уҡ һата башланылар ҙа инде. Өфө лә ҡалышмай – Үҙәк баҙарҙа шәкәрҙең килограмы 37 – 39 һум тора. Йәшелсәләрҙе лә арзан тип әйтеп булмай.
Тиҙҙән республикала ит йәрминкәләре башланасаҡ. Улар иттең хаҡын бер аҙ төшөрөр тигән өмөт бар.
Түбәндәге таблицаға күҙ һалайыҡ. Ул Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында 15 октябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән.
Хаҡтар – һумда
Помидор 95 – 100
ҡыяр 85 – 110
Бер шешә «Злата»
үҫемлек майы 67 – 69
Виноград 90 – 110
Картуф 25 – 32
Һуған 23 – 30
Кишер 35 – 42
Кәбеҫтә 27 -– 32
Һыйыр ите 140 – 220
Һарыҡ ите 220 – 250
Тауыҡ 97–110
Слива 95 – 100
«Бүләк» алмаһы 50 – 55
Дөгө ярмаһы 35 – 43
Макарон изделиелары 30 – 35
ҡарабойҙай ярмаһы 48 – 55
Тары ярмаһы 26 – 36
(һатыусылар уның хаҡы тиҙ арала ҡарабойҙайҙы ҡыуып етәсәк тип фаразлай ине, шөкөр, әлегә был ярманың хаҡы тотороҡло)
Аҡ май 124 – 136
Ауыл эремсеге 100 – 200
0,7 литр ауыл ҡаймағы 140
10 дана йомортҡа 27 – 60