-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2010, 15:34

ӘРМЕГӘ ӘСӘЙ МЕНӘН БАРҺАҢ ДА БУЛА!

Фекерҙәр ҡаршылығыИлдә көҙгө саҡырылыш кампанияһы бара. Ул 1 октябрҙә башланды һәм 31 декабргә тиклем дауам итә.1 миллион һум аҡса түләп, әрмегә барыуҙан азат булыу бәхете теймәне инде беҙҙең егеттәргә – илдең хәрби хеҙмәт тураһындағы законына «азатлыҡ»ты һатып алыу тураһындағы үҙгәрештәр индерелмәне. Бөтәгеҙ ҙә ҡыҙыҡһынып күҙәткәндер: ЛДПР ағзалары, әрмегә барырға теләмәгәндәргә «азатлыҡ»ты һатып алырға тәҡдим итергә кәрәк, тип шау-шыу ҡуптар­ҙы. Был партия ағзаларының фекеренсә, һалдат йәшендәге егет 1 миллион һум аҡсаны дәүләт ҡаҙнаһына күсерә лә, бер ваҡытта ла әрмегә саҡырылмай! Был тәҡдим төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы, ҡыҙыу бәхәстәргә килтерҙе. Берәүҙәр был тәҡдимде «мәғәнәле һәм дөрөҫ» тип тапһа, икенселәр «аҡса менән бөтә нәмәне лә һатып алырға мөмкин» булыуын өнәмәне.

ӘРМЕГӘ ӘСӘЙ МЕНӘН БАРҺАҢ ДА БУЛА!
Фекерҙәр ҡаршылығы

Илдә көҙгө саҡырылыш кампанияһы бара. Ул 1 октябрҙә башланды һәм 31 декабргә тиклем дауам итә.
1 миллион һум аҡса түләп, әрмегә барыуҙан азат булыу бәхете теймәне инде беҙҙең егеттәргә – илдең хәрби хеҙмәт тураһындағы законына «азатлыҡ»ты һатып алыу тураһындағы үҙгәрештәр индерелмәне. Бөтәгеҙ ҙә ҡыҙыҡһынып күҙәткәндер: ЛДПР ағзалары, әрмегә барырға теләмәгәндәргә «азатлыҡ»ты һатып алырға тәҡдим итергә кәрәк, тип шау-шыу ҡуптар­ҙы. Был партия ағзаларының фекеренсә, һалдат йәшендәге егет 1 миллион һум аҡсаны дәүләт ҡаҙнаһына күсерә лә, бер ваҡытта ла әрмегә саҡырылмай! Был тәҡдим төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы, ҡыҙыу бәхәстәргә килтерҙе. Берәүҙәр был тәҡдимде «мәғәнәле һәм дөрөҫ» тип тапһа, икенселәр «аҡса менән бөтә нәмәне лә һатып алырға мөмкин» булыуын өнәмәне.
Әлбиттә, ике яҡты ла аңлап була. Йәш кешенең әрмегә барғыһы килмәй икән, ҙур ғына сумма аҡсаһын ҡаҙнаға күсерһен дә, рәхәтләнеп «гражданка»ла йәшәһен, эшләһен. Ни тиһәң дә, әрмегә барырға теләмәүселәр ҡасып ҡалыу юлын нисек тә булһа таба кеүек. Бөгөн Рәсәйҙә яҡынса 198 меңдән ашыу егет, төрлө юлдарын табып, барыбер ҙә ҡасып йөрөй, тигән мәғлүмәт бар.
Эксперимент үткәреп ҡарағандар – рәсми рәүештә әрменән ҡотолоп ҡалыу өсөн Рәсәйҙә 832 кеше шундуҡ бер миллион һум аҡсаһын күсерергә теләүен белдергән.

Улар биргән аҡсаға контрактниктарҙы саҡыр­ғанда, «һарыҡ та иҫән, бүре лә туҡ» булыр ине! Донъяның 17 дәүләтендә әрмегә барырға теләмәүселәр аҡса түләп тороп ҡалыу мөмкинлегенә эйә. Тик шуныһы – бындай юл һалдат­ҡа яраҡлы егеттәр әрмегә кәрәк булған тиклем хәрбиҙәр һанынан артығыраҡ булған илдәрҙә ҡулланыла. Мәҫәлән, Төркиәлә. Ә Рәсәйгә был юл уңайлы түгел. Сөнки беҙҙең илдә ҡораллы Көстәр һалдаттарға йылдан-йыл нығыраҡ ҡытлыҡ кисерә.
Тик күпселек депутаттар аҡса түләү фекерен яҡлап сыҡманы, уларса, цивилизациялы дәүләттә бындай ҡағиҙәләр булырға тейеш түгел. Был беҙҙең әрменең ҡеүәтен бөтөрә, Тыуған ил алдындағы изге бурыстың бәҫен төшөрә.
Нимә генә булһа ла, 1 миллион һум түгел, 1 миллион долларҙы ҡаҙнаға күсерһәң дә, һаулығың, йәшең, ғаилә хәлең тура килә икән, әрмелә хеҙмәт итергә тейешһең.

Нимә үҙгәрҙе?

Быйыл әрмене реформалар ҙа урап үтмәне. Хәҙер ата-әсәләр улдарын әрмегә ебәргәндә хәрби часҡа тиклем оҙатып барыу хоҡуғына эйә. Быны әлегә эксперимент тип кенә аңларға кәрәк. Әгәр уның һөҙөмтәләре һалдатҡа алынған егеттәр, ата-әсәләр һәм хәрбиҙәр өсөн аңлайышлы, уңайлы була икән, гарнизонға ғаилә менән бергәләп барыу дауам итәсәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, хәрби офицерҙар өсөн егеттәрҙең часҡа ата-әсәләре менән килеүе ҡыуаныслы хәл. Сөнки егеттәр йыш ҡына әрмегә, шау-шыулы табындар үткәреп, иҫерек килеш йүнәлә. Етмәһә, өйгә ҡасып ҡайтырға ниәтләнеп, юлда әллә күпме проблема тыуҙыралар. Яндарында яҡындары булған осраҡта, улар үҙҙәрен тәртиплерәк тотор, тип ышанғы килә. Атә-әсәләрҙең дә күңеле тыныс буласаҡ.
Ләкин ата-әсәләрҙең гарнизонға тиклем барып етеүе еңел генә ойошторорлоҡ эш түгел. Транспортта буш урындар булыуы ла шарт. Рәсәй – ҙур ил, шуға ла хәрби часҡа барып етеү өсөн әллә күпме ваҡыт үтеүе ихтимал. Әгәр поезда һалдаттар өсөн ҡуртымға алынған вагондың буш урындары ҡалһа, ата-әсә гарнизонға тиклем балаһы менән бер вагонда барып етәсәк. Ә инде ҡалмаһа, башҡа вагонға билет алырға тура киләсәк. Тимәк, ул икенсе вагонда барасаҡ. Ә һалдаттарға бер вагондан икенсеһенә йөрөү ҡәтғи тыйыла, тимәк, улар ата-әсәһе менән барып еткәнсе туҡталыштар­ҙа ғына күрешәсәк. Билет хаҡын кем түләйәсәге лә аныҡ ҡына билдәләнмәгән.
Юлда йөрөргә мөмкинлеге, ваҡыты булмаған әсәйҙәр ҙә ҡурҡып ҡалмаһын. Улдарының ҡайҙа хеҙмәт итәсәге тураһындағы мәғлүмәт улар­ҙың өйҙәренә бер аҙна эсендә ебәреләсәк. Быға тиклем ата-әсәләр менән интернет йәки кеҫә телефондары аша ғына бәйләнеш булдырыу­ҙы яҡлаусылар бар ине. Ләкин, төрлө ғаиләләрҙә төрлө хәлдәр булыуын иҫәпкә алып, мәғлүмәтте хат аша ла ебәрәсәктәр.
ҡасып йөрөүселәр һаман кәмемәй

Буласаҡ һалдаттар өсөн яңынан-яңы шарттар тыуҙырыла, тик әрменән ҡасып йөрөүселәр бер ҙә кәмемәй. Эксперттар фекеренсә, сәләмәтлеге насар булыуы сәбәпле әрменән ваҡытлыса йәки ғүмерлек­кә азат ителгәндәрҙең 40 проценты ялған документтар ҡуллана. Улар документтарҙы үҙҙәре эшләмәй, әлбиттә, законһыҙ рәүештә һатып ала. Шуға ла әрмегә яңы ғына саҡырылғандарҙы военкоматтарҙа өҫтәмә рәүештә бик күп белгес тикшерәсәк. Әлбиттә, закон боҙған табип-белгестәрҙе хәрби кеше булараҡ хөкөм итә алмайҙар. Ләкин уларға ҡаршы саралар ҡулланырлыҡ мөмкинлектәр ҙә табыласаҡ.
Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә шул асыҡланған: һалдатҡа саҡырылыу­сыларҙың 62 проценты ғына хәрби бурысына аңлау, хөрмәт менән ҡарай.
Быйылғы яҙғы саҡырылыштан һуң әрменән ҡасып йөрөүселәргә ҡаршы 200 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ләкин дөрөҫөн билдәләргә кәрәк: судта һалдат булырға теләмәүселәргә ҡарата әллә ни ҡаты яза сығарырға ашыҡмайҙар, йыш ҡына бындай эштәрҙе ҡарауҙан баш тарталар. Был аңлашыла ла. Хәрбиҙәр алдына ҡуйылған маҡсат – әрменән ҡасып йөрөүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу түгел, хәрби хеҙмәткә ебәреү.
Ә бына әрмегә саҡырылған егеттәр иҫәбенә ниндәйҙер шәхси файҙа күрергә тырышыусыларға, ошо тармаҡта закон боҙған чиновниктарға ҡаршы яза ҡаты. Уларҙы берәү ҙә йәлләмәй. Бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ – ағымдағы йылдың яҙ, йәй айҙарында юғары вазифа биләүсе 12 етәксегә ҡаршы енәйәт эше асылды, уларҙың бөтәһе лә әрме, хәрби бурыс йүнәлешендә закондарҙы боҙоуҙа ғәйепләнә. Уларҙан тыш, башҡа күп кенә военкоматтар, хәрби частарҙың командирҙары иҫкәртеүҙәр алды. ҡайһы бер кешеләр Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға ла ҙур өмөттәр бағлағайны, йәнәһе, улар әрменән ҡасып йөрөүселәрҙе асыҡларға, табырға ярҙам итәсәк. Тик был мөмкин булмаған хәл. Иҫәп алыусылар алдына 18 – 27 йәшлек егеттәрҙе эҙәрлекләү бурысы ҡуйылманы.

Әрме яҡында ғына!

Ата-әсәләре ауырыған йәки ныҡ ҡартайған, өйләнгән егеттәрҙе өйҙәренә яҡыныраҡ ерҙә хеҙмәт иттереү эше яҙғы саҡырылышта уҡ әүҙем ойошторолғайны. Әле лә был дауам итәсәк.
һалдатҡа яңынан ике йылға алалар икән, тигән имеш-мимеш хәбәр­ҙәр йөрөй. Тик был дөрөҫ түгел – егеттәр бер йыл ғына хеҙмәт итәсәк. Шулай уҡ студенттарҙы ла бер кем дә көсләп әрмегә ебәрергә йыйынмай, бөтәһе лә диплом алырға хоҡуҡлы. Ә инде дипломы булғандар, рәхим итеп, хәрби бурысын үтәп ҡайтырға тейеш. Етмәһә, уларҙы «гражданка»лағы һөнәрҙәренә яҡыныраҡ эш менән шөғөлләндерергә тырышасаҡтар.
Билдәле булыуынса, быйыл ҡайһы бер военкоматтар әрмегә саҡырыу ҡағыҙҙарын сентябрь айында уҡ тарата башлап, йәмғиәттә шау-шыу, бәхәстәр тыуҙырҙы. Әрмегә саҡырылыусыларҙы алдан уҡ хәрби комиссариаттарға саҡырып, медицина тикшереүе үткәрергә, һөйләшергә ниәтләгәндәр. Етмәһә, әллә нисәмә йыл дауамында военкоматҡа барыуҙан ҡасып йөрөгән егеттәр саҡырылыусыларҙың исемлектәренә беренсе булып индерелгән.
Тик быны ла, хәҙер көҙгө саҡырылыш оҙонайтылған, тип аңларға ярамай. Эш шунда – хәрби комиссариаттарҙа бик күп хеҙмәткәр «ҡыҫҡартылған», ҡалғандар, ай-ай ярым эсендә көҙгө саҡырылышты ойоштороп булмаҫ, тип хәүефләнеп, повесткаларҙы алдан ебәрә башлаған. Шул ғына.
Егеттәрҙе әрмегә саҡыра башлағас, йыш ҡына уларҙың да, ата-әсәләренең дә төрлө һорауҙары тыуыуы – йыл һайын ҡабатланып килгән тәбиғи күренеш. Кемдер хәрби бурысын үтәүҙе кисектереп торорға теләй, кемдер медицина тикшереүе менән риза түгел. Шуға ла хәрби комиссариат Рәсәйҙең төрлө урындарында 120 консультация үҙәге ойошторған.
Тағы ла шуныһы – Рәсәй әрмеһендә контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр кәмейәсәк. Был аҡса етмәүгә бәйле, тигән мәғлүмәт бар.
Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенә ҡараған илдәрҙән килеүселәр ҙә Рәсәй Федерацияһы әрмеһендә хеҙмәт итә ала. Улар, хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөп, өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң, Рәсәй гражданлығын алырға хоҡуҡлы була. Бөгөн ошо илдәрҙән 308 егет илдең ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә лә инде.

Былары – тәҡдим генә

РФ Оборона министрлығы хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға по­вестка ебәреүҙе туҡтатырға тәҡдим итте. Уның урынына егеттәр билдәле бер көндә саҡырыу комиссияһына килергә тейеш.
Әрмелә хеҙмәт итмәгәндәрҙе мөһим дәүләт органдарына эшкә алмаҫҡа ла теләйҙәр.
Егеттәрҙе әрме сафына 27 йәшкә тиклем түгел, 30 йәшкә тиклем алыр­ға тәҡдим итеүселәр ҙә бар.
Билдәле сәйәсмән Владимир Жириновский үҙ «репертуар»ында – ул, әрме сафына үҙҙәре теләгәндәр­ҙе генә ебәрергә кәрәк, тип тылҡыуын дауам итә. Әммә улар айына кәмендә 30 мең һум аҡса алып хеҙмәт итергә тейеш. Уныңса, ауылдар­ҙа, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә йәшәүсе егеттәр өсөн был бик кәрәкле һәм уңайлы булыр. Шулай уҡ Жириновский хәрби бурысты үтәү ваҡытын тағы ла ҡыҫҡартырға, ярты йыл самаһы ғына ҡалдырырға кәрәк, тип тә белдерә.

Лилиә СИРАЕВА.