-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
2 Ноябрь 2010, 14:52

Ирҙәрһеҙ донъя һанһыҙ, буш, күңелһеҙ һәм көйһөҙ

Иң тәүҙә шуны билдәләргә кәрәк: был дата Рәсәйҙә «тыуған». Элекке ил етәксеһе Михаил Горбачевтың, ир-егеттәр көнө булдырайыҡ, тигән инициативаһын донъя йәмәғәтселеге күтәреп ала. Демография статис­тикаһына күҙ һалғанда, һөҙөмтәләр ҡыуандырмай – ир-егеттәр кәмей. Шуға ла был датаның барлыҡҡа килеүе урынлылыр. Сөнки ул планетаның көслө заттарын һаҡлауға һәм яҡлауға йүнәлтелгән.

Ирҙәрһеҙ донъя һанһыҙ, буш, күңелһеҙ һәм көйһөҙ
Иң тәүҙә шуны билдәләргә кәрәк: был дата Рәсәйҙә «тыуған». Элекке ил етәксеһе Михаил Горбачевтың, ир-егеттәр көнө булдырайыҡ, тигән инициативаһын донъя йәмәғәтселеге күтәреп ала. Демография статис­тикаһына күҙ һалғанда, һөҙөмтәләр ҡыуандырмай – ир-егеттәр кәмей. Шуға ла был датаның барлыҡҡа килеүе урынлылыр. Сөнки ул планетаның көслө заттарын һаҡлауға һәм яҡлауға йүнәлтелгән.
Михаил Горбачев ошо көндөң президенты итеп тә һайланған булған. Оҙаҡ йылдар «Бөтә донъя ирҙәр премияһы» ла тапшырылып килгән. Уға арҙаҡлы сәйәсмәндәр, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәре лайыҡ булған. Премияға дәғүәселәрҙең иң беренсе сиратта ысын ир-егетлек өлгөләре баһаланған. Премия тигәс тә, ул аҡсанан тормаған, ә лайыҡлыларға киң билдәле «Фекерләүсе» («Мыслитель») һынының бронза күсермәһе тапшырылған. Беҙҙең илдә нисә кешелә ошо бүләк барҙыр – уныһын әлегә асыҡлап булманы, әммә әллә ни күп түгелдәр, буғай. 2006 йылдан премия тапшырылмай. Лайыҡлылар бөткәнме, әллә көрсөк ғәйеплеме? Ир-егеттәр көнө тип, 23 февралдә уларға байрам ойошторабыҙ ҙа ул, етмәһә, 19 ноябрҙә бына ун йылдан ашыу инде АҡШ-та, Бөйөк Британияла, Австралия, Һиндостан, Сингапур, Мальта, Тринидад, Тобаго һәм Көньяҡ Африкала Халыҡ-ара ир-аттар көнө билдәләнә, имеш. Ай-һай, күп булып китмәйме? Юҡ, әлбиттә, сөнки ир-егеттәргә иғтибар кәрәк, уларһыҙ донъя – һанһыҙ! Шулай ҙа ниндәй ул бөгөнгө көслө зат? Нимәһе менән донъя тотҡаһы булырлыҡ?
Ир-егеттең өс һөйкөмлө «һөйәге»

Шаянлығы. ҡатын-ҡыҙ менән аралашҡанда шаярта белеүе ҙур роль уйнай. Ниндәй генә «боҙ йөрәк» булһа ла, эргәһендә шаян ир-егет торһа, гүзәл зат ирей ҙә китә.
Хәстәрлеклелеге. ҡатын-ҡыҙ бүләк тә ярата ла ул. Тик улар өсөн иң мөһиме – хәстәрлек. Һылыуҙар ир-егеттәрҙең үҙҙәре тураһында уйлауын теләһә ниндәй бүләктән дә өҫтөн күрә. Бүләк иһә – шул хәстәрлектең символы ғына.
Үҙ-үҙенә ышаныусанлығы һәм бер аҙ тупаҫлығы. ҡатын-ҡыҙ әхлаҡи яҡтан көслө, үҙ-үҙенә ышанған, әҙерәк кенә әҙәпһеҙ (наглый) ир-атты яҡын күрә.

Ир-егеттең үҙенсәлектәре

1. Ир-егет бөтөнләй башҡаса яралтылған, шуға ла уны үҙгәртеп ҡорорға маташмағыҙ. Нисек бар, шулай ҡабул итеү кәрәк.
2. Ир заттары бик ғорур. Һәр төрлө иҫкәртеү, өйрәтеүҙәрҙе ул шатланып ҡабул итә алмай. Ул ҡатын-ҡыҙҙан «бер башҡа» өҫтөн итеп яралтылған, уны буйһондорорға тырышыу дөрөҫ түгел.
3. Көслө зат ғаилә ғауғаларын яратмай. Йортта тыныс, йылы булһа, уларға еткән. ҡатыны ни тиклем наҙлы булһа, бәхет шул тиклем булыр.
4. Тәнҡитте ир-аттың «ене һөймәй». Маҡтау, хуплауға лайыҡ яҡтарын күрә белеү мөһим.
5. Ир-егет үҙен ышаныслы, лайыҡлы, уңышлы итеп тойорға ынтыла. Был ышаныс аҡланһын өсөн ҡатын-ҡыҙ, һөйгәне, кәләше тулы ҡеүәттә тырышһын.
6. Ир тәбиғәте менән – яулап алыу­сы. Улар һәр ваҡыт ошо маҡсат менән йәшәй.

Әйткәндәй

Африкала амазонкалар ауылы барлыҡҡа килгән. Унда ҡасандыр ир-егеттәр тарафынан ҡыйырһытылған, йә буласаҡ ирҙәренән ҡасып киткән ҡатын-ҡыҙҙар йәшәй. Статистика буйынса, Көньяҡ Африкала һәр ун минут һайын бер ҡатын-ҡыҙҙы көсләй­ҙәр икән. Гүзәл заттар өйҙәренән сығырға ла ҡурҡа, ти. Бына ошо сәбәпсе була ла инде ир-атһыҙ ауыл төҙөргә. «Килешеү» тигән исем менән йөрөтәләр был ауылды. Унда 48 ҡатын кәзә-һыйыр аҫрап, үҙҙәре эшләгән биҙәүестәрҙе һатып көн итә. Туристар ҙа был тирә менән ҡыҙыҡһына башлаған. Шулай ҙа, ир-ат һөжүм итеп ҡуймаһын тип, ауылды сәнскеле тимер сым менән уратып алғандар, имеш. Сөнки ҡатындарҙың ирҙәрһеҙ уңышлы ғына йәшәүе күрше ауылдарҙағы ир-егеттәргә оҡшамай.
Шаян һоҡланыуҙар

«Мин һеҙҙең янда үҙемде шундай аҡыллы иҫәпләйем!»
«Уй, һеҙҙең күлдәк яғаһында ҡалай матур помада эҙе!»
«О-һо, һеҙ тәмәке төпсөгөн шундай итеп иҙәһегеҙ, хатта көл һауыты сатнаны!»
«ҡулығыҙ ғәләмәт ҡытыршы. Бик шәп яҙыусылыр ул һеҙ!»
«Һеҙ хатта икенсе шешәне лә эсеп бөтөрә алаһығыҙмы-ы?!»
«Һеҙҙең менән шундай рәхәт, һеҙ шундай ышаныслы! Аҡсағыҙ күп ҡалдымы әле?»

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.