-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2010, 06:35

Исеме үҙгәрһә лә, есеме шул килеш ҡала

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле «Йәшлек»!ҡайнар сәләмдәр менән һеҙҙе яратҡан, көтөп алған уҡыу­сығыҙ яҙа. Һеҙҙе уҡыһаң, күңелдәр яҡтырып, яҡшырып, тырышып, матур итеп уйлағы һәм йәшәге килеп китә. Күңел ҡыуана, өмөттәр ҡалҡа. Бөтәгеҙгә лә рәхмәт, иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ һәм бәхет, киләсәктә уңыштар теләйем.

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле «Йәшлек»!
ҡайнар сәләмдәр менән һеҙҙе яратҡан, көтөп алған уҡыу­сығыҙ яҙа. Һеҙҙе уҡыһаң, күңелдәр яҡтырып, яҡшырып, тырышып, матур итеп уйлағы һәм йәшәге килеп китә. Күңел ҡыуана, өмөттәр ҡалҡа. Бөтәгеҙгә лә рәхмәт, иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ һәм бәхет, киләсәктә уңыштар теләйем.
Шулай ҙа көнүҙәк һорау­ҙарға күсәйек. Рәсәй етәкселеге беҙҙе ҡайғыртып, илдә тәртип урынлаштырыу теләге менән милицияны полицияға үҙгәртергә булды. Беҙҙең һалым иҫәбенә миллиард һум түгеләсәк ошо реформаны үткәрергә. Беҙҙән һорамайҙар ҙа, өгөтләмәйҙәр ҙә, ә, исеме үҙгәргәс, икенсе көнөнә үк тәртип һәм беҙҙең өсөн бик һәйбәт буласаҡ, тип ҡәтғи ышандыралар. Өҫтән һәйбәтерәк күренәлер инде. Ләкин беҙ беләбеҙ: самауырҙы «һамауыр» тиеү менән ул тиҙерәк ҡайнамай, шулай ҙа башҡортса әйткән һымаҡ була. Улайға китһә, Рәсәйҙең исемен дә «Рәсәй ҡушма губерналары» /РКТ/ тип үҙгәртһәң, беҙ икенсе көндә үк бай, алға киткән, демократик илдә уянырбыҙ, тигән уй килә башҡа. Аҡыллы башҡа бындай уйҙар килмәҫ, тип ышанып булмай. Аҙаҡтан, «бөйөк етәксе» Черно­мырдин әйткәнсә: «Мы хотели как лучше, получилось как всегда», – тиербеҙ инде.
Ярай, хәйерлегә булһын, ил тыныс, донъя түңәрәк, тәбиғәт матур. Үҙебеҙгә ышанып, Аллаһы Тәғәләнең ярҙамына өмөт итеп ҡалайыҡ.

Ислам ӨМӨТБАЕВ.
Күгәрсен районы,
Мәҡсүт ауылы.