Аҡсаһыҙлыҡтан тамам йонсоно Рәзифә. Егерме йылға яҡын уҡытыусы булып эшләһә лә, ус тултырып эш хаҡы алғаны булманы. Кешесә йәшәйем, булған ғына донъямды гөл итеп тотайым, тип, кредитҡа сумды. Ғүмер һыу кеүек аға торҙо, шул арала йәш аралары бер тигеҙ тиерлек ҡыҙҙары ла буй еткерҙе. Улары институттың да, колледждың да бюджет бүлегенә үтә алмағас, икеһен дә түләүле уҡыуға урынлаштырҙы. Уҡыуҙы түләп уҡығас, исмаһам, дөйөм ятағы булһасы! Аҡсаһы булмаған кеше уҡымай, тимәк, мөмкинлеге бар, тиҙәрҙер инде. Фатир эҙләй торғас, мең бәлә менән ике ҡатлы ағас өйҙән бер бүлмә таптылар. ҡала әбейҙәре лә бигерәк мыжыҡ, ҡыҙҙарының “яман” яҡтарын күреп, ризаһыҙлығын белдереп кенә тороусандар. Фатир өсөн аҡсаны ла сәғәте-минуты менән түләү кәрәк. Теге банкынан да, быныһынан да ссудалар алып, бурысын түләй алмайынса алйыны. Таянырлыҡ туғандары ла юҡ, исмаһам. Ире лә башына сир генә булды. Колхоздар бөтөрөлөүгә ни заман, эш юҡ, тип һылтауланып, донъяға булған бөтә асыуын Рәзифәнән алырға күнегеп китте. Ситкә китеп эшләп тә ҡараны, магазинда араҡынан башҡа бер тауарҙы ла күрмәгән кешене кем тотһон? Бер-ике ай йөрөй ҙә, ике ҡулын һәлберәтеп, тағы ауылға ҡайтып йығыла. Фермерҙарға сығып ярҙамлашһа ла, буш итмәҫтәр ине лә, елкә яғы йоҡа. ҡатын елкәһендә әҙергә-бәҙер йәшәү рәхәт бит. Донъя уның исемендә булғас, аяҡ тибеп тора. “Оҡшамаһа, ана бара юлың”, – тип ебәрә хатта Рәзифәгә.
Ире уңайы сыҡҡан һайын был һүҙҙәрҙе ҡабатлағас, ҡатын уйлана төштө. Мәктәбендә лә “оптималләштереү” башланды, сәғәт өсөн уҡытыусылар үҙ-ара ығы-зығы килә. Кәрәкмәгән яҙыу-һыҙыуы күбәйҙе, үткәргәнде лә, үткәрмәгәнде лә яҙ ҙа яҙ. Компьютерҙа баҫып ултырыу ҙа ваҡытты ала, дәрестәргә ентекле әҙерләнеп, дәфтәр тикшереп тә өлгөрөргә кәрәк. Өҫкә ауып килмәһә лә, донъяһын да көтөргә, малын, ҡош-ҡортон да тәрбиәләргә. Беткә үсегеп, тунды утҡа яғып булмай бит инде, нисек тә ҡыҙҙарҙы аяҡҡа баҫтырырға ине.
Шулай ни эшләргә, ҡайһылай итеп аҡса табырға белмәй йөрөгәндә, институтта бергә уҡыған курсташын осратты. Төҫкә-башҡа ла артыҡ үҙгәрмәгән, һаман да элеккесә шаталаҡ Мәүлиҙә. Мәктәптә лә эшләп тормаған, эш артынан эш алмаштырып, “бәхетен” һынап ҡараған да, Испанияға сығып олаҡҡан.
– Әйҙә, минең менән. Эшкә урынлашырға ярҙам итешермен. Гел иҫерек иреңде көйләп йәшәмә, әҙерәк донъя күрерһең, күҙең асылыр. Былай ҡытай кейеме кейеп, бисура кеүек йөрөмәҫһең. Бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ бит, – тип күңеленә ҡотҡо һалды.
Оҙаҡ уйланғандан һуң тәүәккәлләргә булды Рәзифә. Рәсәй граждандарын сит илдәргә эшкә ебәреү менән шөғөлләнгән ойошманың ишеген ҡаҡты. Сит ил паспортын, башҡа документтарҙы әҙерләргә ҡуштылар. Әпәй-тоҙлоҡ белергә кәрәк, тип, йоҡа ғына рус-испан һүҙлеген дә тотторҙолар.
Мал-тыуарын һатыштырып, аҡсаһын ҡыҙҙарына тотторҙо ла, эш хаҡын төйнәп юлға билетлыҡ йыйҙы. Уғаса “осар ҡош” Мәүлиҙә лә Испанияны урап ҡайтты.
“Мәскәү – Мадрид” самолетына ултырғас, бисмиллаһын әйтеп, белгән доғаларын ауыҙ эсенән ҡабатланы ла ҡабатланы Рәзифә. Мәүлиҙә лә, ниңәлер моңайып, бер нөктәгә текәлеп уйланып ултырыуҙан бушаманы.
Испан еренә аяҡ баҫҡан Рәзифә үҙен ҡанаты ҡайырылған ҡош кеүек тойҙо. Өфөнән дә ҙурыраҡ ҡаланы белмәгән ябай ҡатынға был ил кешеләре генә түгел, хатта урамдарға йәйелгән таш плиталары, үлән-ағастары ла ят һымаҡ тойолдо. Мәүлиҙәгә эйәреп, яҡ-яғына алан-йолан ҡаранып барған Рәзифәгә бөтәһе лә сәйерһенеп ҡараған кеүек. Мәүлиҙә испанса һәйбәт һөйләшә, үҙен иркен тота. Автобустан-автобусҡа күсеп, урам гиҙә торғас, ҡаланан ситтәрәк урынлашҡан ике ҡатлы матур ғына коттедждың ҡапҡа төбөндә туҡталдылар.
ҡапҡаны оло йәштәрҙәге ҡатын асты. Мәүлиҙә менән ни тураһындалыр шәп-шәп һөйләшкәс, ҡатын, үтегеҙ, тигәндәй, Рәзифәгә юл бирҙе. Тимер ҡапҡа ябылыу менән уның йөрәге өҙөлөп төшкәндәй булды. Сит илдә, сит кешеләр ҡулында уның яҙмышы. Ни көтә уны, барыһына ла түҙә, йырып сыға алырмы?
Мәүлиҙәнең һөйләшеүе буйынса Рәзифә хеҙмәтсе булып эшләй башланы. Тәүҙә ҡайҙа тотонорға, теге йәки был эште нисек башҡарырға белмәй яфаланды. Хужабикәнән тыш был йортта уның улы, килене, ейән-ейәнсәре йәшәй икән. Телде аңламағас, асыуланып та бөттөләр. Йыйыштырып-йыуыуы бер ни түгел, өйрәнелгән эш. Бына ашарға әҙерләүе үҙе бер бәлә. Һәр ризыҡты бешергәндә рецепты теүәл үтәргә, кәстрүлгә артыҡ грамм да төшөрөргә түгел. Бер аш төрөн әҙерләү өсөн дә дүрт-биш төрлө таба-кәстрүл кәрәк. Испан кухняһы бөтөнләй беҙҙекенә оҡшамаған, ит янына йәшелсәһен дә, еләк-емешен дә ҡуяһың, десерт әҙерләү ҙә мотлаҡ. Соустарҙың да төрлөһөн ҡарайҙар. Өҫтәлде лә матур итеп биҙәп, ап-аҡ салфеткалар, ҡул таҫтамалдарын һалып, хужалар ашап бөткәнсе яндарында өйрөләһең. Һауыт-һабаны, керҙе “автомат” йыуа. Иҙәнде көнөнә ике тапҡыр һөртөп, саң һурҙыртҡыс менән таҙартып тораһың. Көн дә кер йыуыу, үтекләү, иртәнге сәғәт биштән тороп иртәнге, ваҡытына төшкө, киске ашты әҙерләп хәле бөттө ҡатындың. Тағы ла хужаларҙың балаларын мәктәпкә оҙатыу, уларҙы аҙаҡ ҡаршы алыу, ашап-эскәндән һуң төрлө түңәрәктәргә барғанда оҙата барыу бурысын да уға йөкмәттеләр. Улар менән арып-талып ҡайта ла, киске аш әҙерләргә тотона. Аҙ ғына һуңлаһаң да, оло хужабикәнең асыуы йөҙөнә сыға.
“Эшләргә килгәнһең бит, эшлә, рус хәйерсеһе!” – тигән һүҙҙәрҙе йыш ысҡындыра. Хатта бәләкәй балалары ла, һеҙҙә, Рәсәйҙә хәйерселек, һеҙҙең ашарығыҙға ла юҡ, шуға күрә һеҙ бында киләһегеҙ, тип мыҫҡыллы йылмая. Килтереп һуғыу, тибеү ҙә улар өсөн тәбиғи хәл. Бер тапҡыр шулай теләһә ҡайҙа ташланған кейемдәрҙе йыйыштырғанда, Рәзифә яңылыш шкафтарҙы бутаны. Һигеҙ йәшлек ҡыҙ оло ғауға ҡуптарҙы, ата-әсәһе, әлбиттә, баланы яҡлашты... Хужаларға урынды ла хеҙмәтсе йәйергә тейеш. Уларҙың барыһы ла тәмле йоҡоға талғас, һауыт-һабаны, аш бүлмәһен йыйыштырып, Рәзифә лә үҙенең беренсе ҡаттағы, ашхана эргәһендәге бүлмәһенә сума...
Ни эшләмәк кәрәк, түҙергә инде, үҙем теләп килдем бит, тип үҙен тынысландырырға тырыша. Ауылда ҡалған донъяһы, ҡыҙҙары өсөн борсола. Хоҙай ҡушҡанын күрермен әле, аҡса алһам, бурыстарымдан сығып, кешесә йәшәп китмәмме, тип үҙен сабыр булырға күндерә. Башҡалар түҙә бит, байҙарға хеҙмәт итеүселәр бер мин генә түгел, тип күңелен баҫа. Башҡалар, тигәндән, хужаларҙың ҡәҙерле балаларын мәктәпкә, төрлө түңәрәктәргә оҙатып барғанда, Рәзифә Рәсәйҙән килгән үҙе кеүектәрҙе осратып, хәл-әхүәл белешергә ваҡыт тапты. Кемдер түшәктә ятҡандарҙы ҡарай, кемдер өй йыйыштыра, ашнаҡсы, кемдер оло йәштәге бабайҙың һөйәркәһе. Өфөнән килгән Сәкинә лә яңғыҙ әбейҙе ҡарай.
– Бер мең евро эш хаҡы алам, эргәһенән бер минутҡа ла ебәрмәй. Бына дарыуҙар, кәрәк-яраҡ алырға ғына сыҡҡайным. ҡайта һалайым, юғиһә, бәҙрәфкә бармай, түшәктә генә эшен бөтөрөп ултырыр. Ашауға ла таҙа, үҙ аяғында йөрөй, әллә тотанаҡһыҙ, әллә мыҫҡыл итеүе шулай, оло ярауын да ултырған ерендә башҡара ла ҡуя. Йыуындыра, аҫтын алмаштыра-алмаштыра тамам ялҡтым, – тип һөйләп китергә генә өлгөрҙө. Ғүмер буйы шәфҡәт туташы булып эшләһә лә, әбейгә укол һалырға рөхсәт итмәйҙәр. Әсәйҙәре янына онотҡанда бер килгән балалары әбейҙең “аһ-зар”ын өндәшмәйенсә генә тыңлап, Сәкинәгә яңы эштәр ҡушып китә икән.
Наташа исемле 30 – 35 йәшлек ҡатындың тормошо көйлө генә кеүек. Биҙәнеп-төҙәнеп, үҙен ҡарап ҡына йөрөй. Бабай ҡарайым, уға “общение”ға кеше кәрәк, ҡайҙа барһа ла үҙе менән алып йөрөй, айына мең евро алам, ундай аҡсаны мин Рәсәйҙә төшөмдә лә күрмәнем, тип тормошонан ҡәнәғәт икәнен белдергәндәй булды. Тик ниңәлер Рәзифәгә уның күҙҙәре моңһоу кеүек тойолдо...
Хужалары Рәзифәгә айына 600 евро түләне. Ошо аҡса өсөн иртә таңдан ҡара төнгә тиклем йүгерҙе лә йүгерҙе ҡатын. Телде лә яйлап аңлай башланы, аш-һыуға ла оҫтарҙы. Йыйнаҡ булыуы, зауыҡлы итеп өй йыйыштыра, өҫтәл әҙерләй белеүе хужаларға оҡшаны, ахырыһы, эш хаҡын ярты йылдан 200 евроға арттырҙылар. Ай һайын 150 евроһы налог түләүгә китһә лә, ҡалғаны – үҙеңдеке. Ашау-эсеүгә хужалар һүҙһеҙ, оло хужабикә генә ҡайһы саҡта һөйләнеп алғылай. Улы менән килене былай ыңғай ғына кешеләр, тик улар көнө буйы эштә. Балалары менән дә телефон, интернет аша һөйләшәләр. Бай, етеш йәшәһәләр ҙә, ғаилә йылылығы юҡ. Һәр кемдең үҙ уйы, үҙ эше, үҙ тормошо...
ҡыҙҙарына ла аҡса һалып торҙо Рәзифә. Былай оҙаҡ эшләй алмаҫын белә ул. Уҡып, балалар үҫтереп, донъя йөгөн яңғыҙ тиерлек тартып, көсөн нығыраҡ бөтөрөп ташлаған шул. Әле теге ере, әле был ере ауырта, ашауы ла турғай сүпләнгәндәй генә. Сит илдә кем һинең хәлеңә инһен, кемдәргә барып башыңды һалмаҡ кәрәк? Бер йыл эшләгәндән һуң илеңә ҡайтып килерһең, тип йәш хужа әйтеп ҡуйғайны ла. Ай-һай, ҡайтыуын-ҡайтһа, Рәзифә ҡабат килерме икән? Галина исемле мәрйә, үҙеңә икенсе эш эҙләштер, тынысыраҡ, еңелерәк урын белеш, тигәйне лә. ҡайҙа барһаң да, шул бер донъялыр инде, яңы хужаларға өйрәнергә, ярарға кәрәк. Эш алмаштырып өйрәнелмәгән бит, гел шулай баш баҫып бер урында эшләп күнегелгән.
ҡулына аҡса ингәс, үҙен ышаныслыраҡ тойҙо ҡатын. Аҡсаһының тинен дә әрәм итмәй, бик кәрәк әйберен генә алғылай. ҡыҙҙарының уҡыуына ла түләргә кәрәк, ҡайтҡас, Өфөлә йә Мәскәүҙә эш эҙләргә тура килер. Бындай ҡара эш үҙебеҙҙә лә күп, аҡсаһы аҙ булһа ла, ризалашырға тура килер. Ауылдағы мәктәпте лә туғыҙ йыллыҡҡа ҡалдырып ҡуйғандар, әллә күпме уҡытыусы эштән ҡыҫҡартылған. Уҡытыусы һынлы уҡытыусының да ҡәҙере бөтөр икән? Күпме белемле, сабыр, тырыш кешеһен сит ерҙәрҙә тилмертер беҙҙең Тыуған ил? Күңеле тулышҡанда Рәзифә шым ғына күҙ йәштәренә лә ирек ҡуя. Көндәлек яҙып, эс серен ҡағыҙға һөйләй. Еңелерәк булып ҡала. Йыл тигәндә Башҡортостанға ялға ҡайтты Рәзифә. Күңеле менән тағы ла барып, аҡса эшләгеһе килә лә, һаулығы насарыраҡ булыуы тотҡарлай. Донъяһы ла бер йыл эсендә бөтөнләй сүккән, аслы-туҡлы йәшәгән ире лә баҡса ҡарасҡыһына әйләнгән...
Беҙ булмаған ерҙә тормош яҡшы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Бер ҡайҙа ла бәхетте мөлдөрәмә тултырып, мул тормошто әҙерләп ҡуймағандар. ҡайҙа ла тырыш, сабыр булырға, иҙелеп эшләргә кәрәк. Ағиҙелдең аръяғында бер энәгә – бер һыйыр, тип башың һуҡҡан яҡҡа бәхет, байлыҡ эҙләп сығып китеүгә башҡалар нисек ҡарайҙыр? Алтын тауҙар вәғәҙә итеп, үҙе менән эйәртеп алып китергә өгөтләгән Мәүлиҙә кеүектәргә Рәзифә хәҙер ышанмай. Евроның әсе тир түгеп табылыуын үҙ елкәһендә татығас ҡына белде. Ул да алтын кеүек, тыштан ғына ялтырауыҡлы...
Клара ҒӘЙФУЛЛИНА.