Бөтә яңылыҡтар
23 Октябрь 2010, 16:34

Сиратта – тары ярмаһы

ҡарабойҙай ярмаһы тирәһендә тыуған шау-шыу онотолоп та өлгөрмәне, күптән түгел тарының хаҡы ҡапыл күтәрелде. ҡарабойҙай менән дөгөнөң хаҡы артыуы кешеләрҙе аптыратты, хәүефләндерҙе. Ни тиһәң дә, улар халыҡ күпләп ҡулланған ярмалар иҫәбенә инә. Ә бына тары ярмаһын халыҡ барыбер һирәгерәк ҡуллана. Шуға ла уның хаҡы ҡапыл ғына күтәрелеп китһә лә, әллә ни ығы-зығы ҡупманы, был яңылыҡты кешеләр еңел генә ҡабул итте.Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында һатыу­сылар әйтеүенсә, тары ярмаһының хаҡы ҡарабойҙайҙыҡын ҡыуып етеүе лә ихтимал. Ни тиһәң дә, ул әле дөгөнән саҡ ҡына ҡалышып килә.Аҙыҡ-түлек баҙарында тағы ла ниндәй үҙгәрештәр буласағын ваҡыт күрһәтер. Ә түбәндәге таблицала хаҡтар Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында 21 октябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән.

ҡарабойҙай ярмаһы тирәһендә тыуған шау-шыу онотолоп та өлгөрмәне, күптән түгел тарының хаҡы ҡапыл күтәрелде. ҡарабойҙай менән дөгөнөң хаҡы артыуы кешеләрҙе аптыратты, хәүефләндерҙе. Ни тиһәң дә, улар халыҡ күпләп ҡулланған ярмалар иҫәбенә инә. Ә бына тары ярмаһын халыҡ барыбер һирәгерәк ҡуллана. Шуға ла уның хаҡы ҡапыл ғына күтәрелеп китһә лә, әллә ни ығы-зығы ҡупманы, был яңылыҡты кешеләр еңел генә ҡабул итте.
Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында һатыу­сылар әйтеүенсә, тары ярмаһының хаҡы ҡарабойҙайҙыҡын ҡыуып етеүе лә ихтимал. Ни тиһәң дә, ул әле дөгөнән саҡ ҡына ҡалышып килә.
Аҙыҡ-түлек баҙарында тағы ла ниндәй үҙгәрештәр буласағын ваҡыт күрһәтер. Ә түбәндәге таблицала хаҡтар Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында 21 октябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән.

Хаҡтар – һумда
Дөгө ярмаһы 38 – 45
ҡарабойҙай ярмаһы 55 – 56
Тары ярмаһы 26 – 35
(Башҡортостанда етештерелгәне арзаныраҡ, әммә ул сүпле, шуға ла уны алыусылар һирәк, ҡиммәтерәге күрше өлкәләрҙән килтерелә)
Шәкәр 35 – 36
Макарон изделиелары 25 –35
Шишмә үҫемлек майы 60
Кәбеҫтә 28 – 30
Кишер 35 – 40
ҡыҙыл сөгөлдөр 20 – 45
Картуф 25 – 35
ҡыяр 65 – 88
Томат 60 – 78
Һуған 24 – 35
Һарымһаҡ 188 – 200
Виноград 72 – 78
Тоҙло кәбеҫтә 100 – 200
Йылҡы ите 180 – 230
Йәш мал ите 180 – 240
Һыйыр ите 140 – 230
Һарыҡ ите 220 – 250
Тауыҡ ите 95 – 125
Тауыҡ боттары 120 – 130
Өйрәк ите 180 – 250
Ауыл майы 280
Ауыл ҡаймағы (0,7 литр) 150
Аҡ май 160 – 195
Лилиә СИРАЕВА.
Читайте нас в