Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2010, 15:58

.Килер быуындарға хеҙмәт итәсәк

Башҡортостан – автомобиль юлдары селтәре буйынса Рәсәйҙә иң үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Рес­пуб­лика­ның юл сел­тәре йылдан-йыл киңәйә һәм камиллаша. Был уңай­ҙан «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалдарының өлөшө ғәйәт ҙур. Һөнәри байрамдары алдынан Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы коллективының эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштыҡ.

.Килер быуындарға хеҙмәт итәсәк
.Килер быуындарға хеҙмәт итәсәк
Шул арала элек балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән Валентина Абрамова ла һүҙгә ҡушылды. «Балаларға уйнау, ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылды, тик майҙансыҡҡа һаҡсыл ҡараш булһын ине», – тигән теләк белдерҙе ул.
Әлеге ваҡытта бер бригада баш ҡаланың Затон ҡасабаһын төньяҡтан урап үтеүсе магистраль юл төҙөлөшөндә эшләй. Унда 8 миллион һум самаһы күләмендә эш башҡарыу ҡаралған. Бер үк ваҡытта механик Жәүит Мәүлийәров етәкселегендәге икенсе бригада үҙҙәренең производство базаһы майҙанын төҙөкләндерә.
Ниндәй генә эш йөкмәтелһә лә, һәр кемдән ҙур яуаплылыҡ талап ителә. Ғөмүмән, йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә физик көс һәм сыҙамлылыҡ талап иткән юл хеҙмәтен башҡарыу ысын ир-егеттең генә ҡулынан килә. Нәҡ шундайҙар туп­ланған коллективта. Шофер, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Николай Жнейкин, Филүс Нәсхетдинов, аталы-уллы Владимир һәм Юрий Диргуновтар, экскаваторсы Сергей Озерин, тейәгес машинисы Риф Хәйруллин үҙҙәренең уңғанлыҡтары менән айырылып тора.
Халыҡта «Етәксеһе ниндәй – донъяһы шундай» тигән әйтем бар. Предприятие ихатаһына килеп ингәс, ундағы тәртипкә, төҙөклөккә, эштең теүәл ойошторолоуына иғтибар итәһең. Райондың юл хужалығында ла шул үҙенсәлектәр төҫмөрләнә. Быны хаҡлы рәүештә идаралыҡ начальнигы Альберт Ибраһимовтың үҙенә һәм хеҙмәттәштәренә ҡарата талапсанлығы, хеҙмәтте юғары ойоштороу оҫталығы, һөнәренә бирелгәнлеге һәм хеҙмәттәштәрендә лә шул сифаттарҙы күрергә ынтылышы тип аңлатырға кәрәк. Ә берҙәм ынтылыштың һөҙөмтәһе һәр саҡ ышаныс­ты аҡлай.
Гөлназ ҒИЛӘЖЕВА.
Әлшәй районы.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.


Читайте нас: