ҡыҫҡаһы, уның шифалы үҙенсәлектәре баһалап бөткөһөҙ. Предприятиела шифалы минераль эсәр һыу (газландырылған һәм газһыҙ) 0,5 һәм 1,5 литрлы полимер шешәләргә тултырыла. Һыу тултырыу цехы – юғары камиллыҡтағы производство. Цехта заманса йыһаздар урынлаштырылған, тултырыу процесы берҙәм цикл булараҡ башҡарыла. Йәғни технологик процесс 12-се сығанаҡ һыуын, дауалау үҙенсәлектәрен тулыһынса һаҡлап, тәбиғи хәлендә ҡулланыусыларға еткереүгә ҡоролған.
Һыу тултырыу тулыһынса автоматлаштырылған. Минераль һыу өс этапта таҙартыу үтә. Үткәргестән килгәс, тәүҙә картриджтар аша үтеп, ҡаты ҡатнашмаларҙан арындырыла. Унан мембраналы фильтр аша үткәрелә. Ә инде өсөнсө этапта һыу бактерицид лампалар ярҙамында бактерияларға ҡаршы эшкәртелә. Һыуҙың сифаты көнөнә ике тапҡыр үҙҙәренең лабораторияһында анализлана.
– Иң мөһиме – һыуҙың юғары сифатлы булыуы һәм ҡулланыусыларҙың ышанысы, – тип һөйләй директор Вячеслав Лоскутов. – Технологик процестарҙы ҙур теүәллек менән башҡарған бер ваҡытта, фильтрҙарҙы даими алмаштырып торабыҙ һәм уға аҡсаны ҡыҙғанмайбыҙ. Сөнки таҙартыу системаһының сифатлы эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә.
Нәҡ шуға ла «Красноусол» һәм эргәләге балалар шифаханалары дауалау маҡсатында «Живая вода» предприятиеһы эшләп сығарған «Красноусольская» һыуын ала. Был үҙе үк уларҙың продукцияһына ышаныстың ни дәрәжәлә ҙур булыуын дәлилләй.
«Красноусольская» һыуы ҡулланыусылар баҙарын ышаныслы яулай. Тәү сиратта республика халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән бер ваҡытта, ул Ырымбур, Силәбе, Пермь өлкәләренә, Удмуртияға, Татарстанға оҙатыла. Себерҙән, хатта Сәғүд Ғәрәбстанынан, Африка илдәренән дә һорап сығалар.
ҡулланыусыларҙың географияһы киңәйгәндән-киңәйә. Был үҙ сиратында предприятиеға яңы бурыстар йөкмәй. 2000 йылда, әле ул яңы ғына эшләй башлаған саҡта, тәүлегенә 1,5 литрлы ун мең шешә һыу етештерелһә, хәҙер был күрһәткес 100 мең шешә тәшкил итә.
ҡулланыусыларҙың үҫә барған ихтыяжын күҙ уңында тотоп, быйыл апрель айында яңы линияны эшкә ҡушҡандар. Һөҙөмтәлә һыу реализациялау 30 процентҡа артҡан.
Директорҙың уй-ниәттәре киләсәккә йүнәлтелгән. Производствоны тағы ла киңәйтеп, 19 литрлы һауыттарҙа эсәр һыу сығарыу өсөн бөгөн үк иҡтисади саралар күрелә.
– Был иһә производствоны йылдың барлыҡ миҙгелдәрендә лә тотороҡло итергә, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк, бюджетҡа өҫтәмә аҡса инәсәк, – тип фекере менән уртаҡлашты Вячеслав Анатольевич.
Әйткәндәй, «Живая вода» йәмғиәте районда, «Красноусол» шифаханаһынан ҡала, икенсе булып урындағы бюджетҡа иң ҙур керемде бирә һәм барлыҡ дәрәжәләге түләүҙәрҙе лә ваҡытында ғәмәлгә ашырып бара.
Коллективта даими рәүештә 70 кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнгәс һәм хеҙмәткәрҙәр социаль яҡлаулы булғас, предприятиеға эшкә урынлашырға теләүселәр күп. Күпселекте предприятие асылған көндән башлап эшләүселәр тәшкил итә.
«Красноусольская» минераль һыуы күп тапҡыр республика һәм Рәсәй кимәлендәге күргәҙмә-йәрминкәләрҙә дипломдар, миҙалдар менән бүләкләнгән. Ағымдағы йылдың февралендә Кавказ шифаханаларының Көньяҡ Рәсәй форумы сиктәрендә «Рәсәйҙең тере һыуы» конкурсында гран-приға лайыҡ булған.
Эйе, «Живая вода» йәмғиәте маркаһы менән сығарылған һыуҙың шифаһы ла, даны ла юғары.
Лира КӘРИМОВА.
Ғафури районы.
.