Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь 2010, 18:14

Журналистар ҡор йыйҙы

«Тамға – 2010. МедиаИндустрия. Полиграфия. Реклама» XIII махсуслашҡан күргәҙмәһенә 80-дән ашыу ҡатнашыусы килде. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре генә түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә массмедиа, полиграфия һәм реклама баҙарының иң шәп ойошмалары булды. Быйылғы сара Республика йылына арналыуы менән әһәмиәтле.Күргәҙмәлә республикабыҙҙың мәғлүмәт һәм нәшриәт-полиграфия комплексы үҫешенең һуңғы ҡаҙаныштарын күрергә була ине. Бынан тыш, «түңәрәк өҫтәл»дәр, мастер- кластар, семинарҙар ҙа ойошторолдо. Шулай уҡ төрлө конкурстар ҙа ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Журналистар ҡор йыйҙы
Журналистар ҡор йыйҙы
Читайте нас: