«Йәшлек»тә ҡунаҡта – Башҡортостандың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фирҙәт ҒӘЛИЕВ.
– Нимә һуң ул бала саҡ? Бала саҡта Фирҙәт кем ине? Һүҙҙе шунан башлайыҡ булмаһа.
– Бала саҡ – ул зәңгәр күк. Салҡан ятып алаһың да ергә ҡарашың талғансы төпһөҙ күккә бағаһың. Батмус ҡояш һиңә ялтырап күҙ ҡыҫа. Төпсөк мин ғаиләлә, әллә шуға бигерәк шуҡ булдым. Дөрөҫөрәге, ирекле ҡош. Офоҡтан-офоҡҡаса осҡан, күкте иңләгән ҡош. Тыйыусы ла, ауыҙын йырыусы ла юҡ.
Бала саҡ – йылға буйы. Бер мәл, алты-ете йәштәлерме инде, Иҫмаил йылғаһының өҫ яғында күрше малай-ҡыҙҙар май байрамына йыйылдыҡ. Яҙын иреп бөтмәгән ҡарҙан эстәкәнгә туңдырма «эшләп» ялайбыҙ. Нисек тамаҡ шешмәгән? Унан алдағы көндә, мунсанан сәлдергән тасҡа ултырып, урам-яландарҙан йыйылып килгән йырғанаҡтарҙан ҙурыраҡ Көйөргәҙегә тиклем ағып төшәбеҙ. Боҙло һыуға ҡолап та китәбеҙ. Лыс һыубыҙ, кискә һыуыта, салбар балаҡтары торба булып туңа. Рәхәт беҙгә, хәстәр ҙә юҡ, атай-әсәй ҙә орошмай. Ах, шунда йылғаға төшөп китһәк. Ғаиләлә алты бала, урамда ике тиҫтәнән ашыу, шулай сыр-сыу килеп үҫелгән. Ә хәҙер ике бала өсөн ҡайҙа баҫһалар ҙа борсолоп бер булабыҙ: «ҡайҙа йөрөйһөң?», «ҡасан ҡайтаһың?».
Бәпкә үлән сығып, ҡоро ергә аяҡ баҫҡас та әрсеп, нисә көн ҡыйыҡта киптереп, шартына килтереп тал сыбығын елкәгә һалаһың да китәһең балыҡҡа. Һәм ҡара көҙ еткәнсе шул кәсеп менән йәшәйһең. Йылғанан ҡайтмайһың. Күҙҙәр ҡыҙарғансы, бит алмалары күгәргәнсе һыу инәһең. Аяҡтар ҡайышҡа әйләнеп, бер нисә тапҡыр «сепейләп» өлгөрә. Көнөнә алтмыш-етмешләп балыҡ тотоп ҡайта инек. Бешерҙекме икән – уныһын иҫләмәйем. Балыҡ мин, йылғаһын яратҡан, үҙен унда азат һәм ирекле тойған балыҡмын.
Бала саҡ – ул ат. Совхоз етәкселәренең атайым ҡараған йылҡылдап торған аттары. Конюшня өй артында ғына. Бөтә урам малайҙары беҙҙең тирәлә өйрөлә. Бала саҡта ат ене ҡағылмаған малай-шалай бармы инде, Ғәзиз олатай, бөгөн ат эсерергә мин барайым әле, тип атайҙың артынан ҡалмайҙар. Мин, атайҙың улы, ҡәҙерҙе белеп кәртә бағанаһы башында ултырам, миңә һорайһы түгел, һыулауға көн дә бара-бара ялҡҡанмын инде. Мин ҡолон, болонда сабып-һикереп уйнаған, хәсрәтһеҙ, серһеҙ-керһеҙ бер ҡолон, әсәһенә һыйынған, атаһының ышаныслы ҡарашын тойған ирекле ҡолон.
– Бала саҡ хыялға ла бай. Ул тормошҡа аштымы?
– Артислыҡты күҙ уңында тотһаң, яңылышаһың. Һин нимә, мин ирекле балыҡ, мин подводник буласаҡмын, тинем. Ысынлап та, хыялым диңгеҙ төбөн иңләү ине. Һәйбәт хыял... ҡалһын шулай.
Беҙҙең Яҡшымбәт – ҙур ауыл. Клуб бар, артистар йыш килә. Өлкән апайым Хәмдиә, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлап, унда эшләгәс, клуб мөхите таныш ине. Бер мәл уның дәфтәренән бер скетчты күсереп яҙып алдым да, дуҫыма күрһәттем. «Әйҙә уйнайбыҙ» – «Дауай». Икебеҙ ҙә әбей булып кейендек тә киттек клубҡа. Шыршы байрамына. Унда мәктәп балаларын индермәйҙәр бит инде, ә беҙҙе туҡтатыусы ла булманы. Әле уйлайым да хайран ҡалам: шуҡлыҡ менән иреклек үҙенекен иткәнмелер, һис тә ҡаушау булманы, скетчты рәхәтләнеп уйнап сыҡтыҡ. Үҙебеҙҙән дә өҫтәп ебәрҙек. Халыҡ тәгәрәп ятып көлә, дәррәү ҡул саба. Йүгереп клубтан сығып киттек. Кемдәр булды ул, тип ҡарап ҡалдылар, ысынлап та, бер кем таныманы. Шундағы уңыш, бәлки, киләсәк һөнәремә орлоҡ булып та ятҡандыр.
– Ә нисек?..
– Сер итеп кенә әйтәм, мәктәптә уҡығанда, бер тапҡыр сәхнәгә сығып, шиғыр ҙа һөйләп ҡараманым. Мине бер кем дә артист булып китер тип күҙ алдына ла килтермәне. Ә унды бөтөп, аттестат алырға йөрөгән көндәрҙә гәзит битендәге, сәнғәт институтына уҡырға саҡырабыҙ, тигән иғлан күҙемә салынды. Оят булһа ла, тағы бер сер – ул ваҡытта шундай институт булыуын да белмәй инем. Баяғы орлоҡ һәм күңелдәге ирекле осош үҙенекен итте, әтей-әней, беҙҙең яҡта шулай тип өндәшәләр, мин Өфөгә киттем, тинем дә, дуҫ егет менән әллә ҡайҙа ятҡан баш ҡалаға сыҡтыҡ та киттек. Юлым уңды, бер айҙан мин студент инем.
– Хәҙер халыҡ артисыһың. Уңыштарыңды ата-әсәйең, яҡындарың нисек ҡабул итә?
– Атайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм инде. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, улар минең һәр аҙымымды, уңышлымы ул, уңышһыҙмы, тыныс ҡабул итте. Был ирекле алаша үҙе белә, тип ышанғандарҙыр, тим.
– Ирекле толпар, тип әйтәйек.
– Уңыштың башында иң тәүҙә остаздар тора. Үҙ эшен белгән иҫ киткес күркәм шәхестәр, аҡыллы педагогтар Фәрдүнә ҡасимова, Илшат Йомағолов, Тамара Хоҙайбирҙина, Ғабдулла Ғиләжев, Гөлли Мөбәрәкова, Фәтих Иҡсанов һәм башҡалар үҙ ҡанаттары аҫтына алып, сәхнәгә сығарҙы, аяҡҡа баҫтырҙы. Күптәре мәрхүм инде, яҡты хәтер менән һәр береһен һағынып иҫкә алам.
– Сәхнәгә тәүге тапҡыр сығыуыңды иҫләйһеңме һуң?
– Юҡтыр. Икенсе курста уҡығанда, сәхнә телен өйрәнерһегеҙ, тип, беҙҙе, биш студентты, филармонияға ебәрҙеләр. Гастролгә сыға башланыҡ. Кемдәр менән бит әле?! Әйтһәм, хайран ҡаласаҡһың. Фәриҙә ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Илфаҡ Смаков, Филүс Гәрәев... Йыр сәнғәтенең алтын бағаналары менән бергә сәхнәгә сыға торғайныҡ. Мөғжизә был! Шиғыр уҡыйбыҙ. Рәхәтләнеп, кинәнеп. Нисек ҡаушамағанбыҙҙыр?
– Ә уҡыу, театр?
– Уҡыуыбыҙ һәйбәт барҙы. Тырыш булдыҡ, спектаклдәр ҙә әҙерләп өлгөрә инек. Йәштәр театры асылыры билдәле булғас, Ғабдулла Ғиләжев курсыбыҙҙы махсус рәүештә шуға әҙерләне. Шуныһы ҡыҙыҡ, сәнғәт институтында, ғәҙәттә, дүрт йыл уҡыйҙар, ә беҙҙең курс биш йылдан һуң ғына диплом алды. Сәбәбе ябай, бер йыл театрҙың асылырын көтөп, спектаклдәр әҙерләнек. Театрҙағы тәүге эшем «Иҙеүкәй менән Мораҙым» (Мөхәмәтша Буранғолов) спектаклендә ҡадирбирҙе Шахзада роле булды. Тулҡынланып уйнай торғайным. Олег Ханов, Әхтәм Әбүшаһманов, Сәүиә Сираева, Роза Кәримова, Анфиса Хафизова кеүек данлыҡлы актерҙар менән бер сәхнәлә уйнау, уйлап ҡара, кисәге студент өсөн бер мәртәбә булһа, күпме яуаплылыҡ та. ҡаушата ине.
– Һуңғараҡ филармонияла, академтеатрҙа ла эшләп алғаныңды иҫләйем. Бөгөн театр һағындырамы? Әллә телевидение-радиола һәйбәтерәкме?
– Сәхнәнән, театрҙан киткәнем дә юҡ. Тик айырма шунда ғына, айырым театрҙа ғына хеҙмәт итмәйем. Әле хөкүмәт концертын алып барам, Тыр-тыр менән байрам да ойоштороп ҡуябыҙ, йә берәй сәнғәт әһеле үҙенең ижад кисәһенең дилбегәһен миңә ышанып тапшыра, туй-юбилейҙарға ла саҡыралар... Тик ятҡан таш мүкләнә, тиҙәр. Мин һәр саҡ хәрәкәттә, һәр саҡ эштә, ижадта. Таңғы сәғәт биштә тороп китәм яратҡан дикторлыҡ эшемә, таң менән республика халҡын сәләмләйем, изге хәбәрҙәр еткерәм, ә бындай бәхет һәр кемгә лә эләкмәй.
– Нишләп бөгөн театр сәнғәтендә Мөбәрәков – Бикбулатова, Ғафаров – Ирсаева кеүек сағыу ғына «йондоҙ»ҙар юҡ икән?
– Хәҙер театрҙар ҙа бик күп бит, элекке кеүек түгел. Халыҡ һайлап йөрөй ала. Тағы бөйөк таланттар йыш та тыумайҙыр. Унан һуң «йондоҙ»ҙарҙы халыҡ үҙе тыуҙыра бит. Йәшәү юлында йәм, яҡтылыҡ табыр өсөн. Заман да бүләк итеп ҡуя табыныр кумирҙарҙы.
Мөбәрәков – ҡудашев, Бикбулатова – Янбулатовалар һәр быуында тыуып торһа, киреһенсә, ынйыларҙың ҡәҙере китер ине.
Нурия апай әле лә ҡыҙҙар кеүек һылыу, сағыу тауышлы, Фидан ағай әле лә мөһабәт кәүҙәле, ҡыҙҙарҙы ғашиҡ итерҙәй күркәм – икеһе лә һоҡланғыс, шундай таланттарҙың замандашы булыу үҙе бер ҡыуаныс та баһа. Уларҙың бөйөклөгө – ябайлыҡта, халыҡ мөхәббәтенә кешелекле, кеселекле итеп яуап ҡайтара белеү һәләтенә эйә улар.
Бөгөнгө заманда ла һәр театрҙың үҙ Мөбәрәковы, үҙ Бикбулатовалары бар. Халыҡ, тамашанан тыш, яратҡан актерын, уның уйынын да күрергә ашыға. Шулай булған, шулай буласаҡ та. Театр «йондоҙ»һоҙ йәшәй алмай.
– Театр бөгөнгө тамашасы зауыҡтарын, рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәме? Әллә хәҙерге заман кешеһенең «әпитеты» ТВ-ға ғына көйләнгәнме?
– Телевидениеның кешенең иғтибарын йәлеп итер өсөн мөмкинлеге күберәк. Тик был ихтыяжды ҡәнәғәтләндерәсәк тигән һүҙ түгел. Минең өйҙә, мәҫәлән, кабель телевидениеһы 70 – 80-ләп каналды күрһәтә. Ул тиклем каналды ҡарау өсөн физик мөмкинлек тә юҡ. Һүҙ ҙә юҡ, театр-кино каналдарына ла, балыҡ тотоусыларға, туп тибеүселәргә, хайуандарҙы яратыусыларға ла... барып сығыуың бар. Тик ул да тиҙ үк ялҡыта. Миңә 7 – 8 канал да етә.
Театр – матурлыҡ, изгелек ҡорамы. Шуға ынтылғандар аса уның ишеген... Ә кемдер диванға һуҙылып ятып, пульт төймәһенә баҫа һәм үҙен донъя үҙәгендә торам тип хис итә. Тик ҡайһыһы үҙен бәхетлерәк тоялыр – аңлауы ҡыйын. Замандың үҙенең ихтыяжын да аңлауы ауыр бит.
– Нисек һин Тыр-тыр булып киттең әле?
– 1994 йылдың көҙөндә беренсе тапҡыр сыҡты ул «зәңгәр экран»ға. ҡарасәле, минең Тыр-тырыма ун алты йәш тә булып киткән. Гөлназ ҡолһарина тапшырыуға сценарий яҙған да мине саҡырҙы. Ул – Тыр-тырҙың әсәһе, мин атаһы булып сыҡтым. Геройыма үҙем кейем һайларға булдым. Ҙур эшләпә алдым, ҡара кейем, ә ҡаш һуң... ул ҡашты йәбештереүе бер этлек, ә аҡтарыуы – ярты башың ҡушылып ҡубып бөтә. Эре-эре һипкелдәр. Нишләп шулай күҙ алдына килтергәнмендер?..
– Герой түгел, бапаҡ был.
– Шулай шул. Тыштан ҡурҡыныс геройыбыҙҙы балалар нисектер тиҙ үк үҙ итте. Ни өсөн? Балалар күңеле – барометр, бигерәк һиҙгер, уларҙы алдап булмай. Улар Тыр-тырҙың эсен яратты. Ихласлыҡты, эскерһеҙлекте бәләкәстәр ныҡ һиҙә. Тыр-тыр насар эштәрҙе үҙе белмәй йә, вайымһыҙлығы арҡаһында ҡылһа ла, бер «Сәңгелдәк» тапшырыуында хатаһын аңлап, һәйбәт халәткә ҡайта. Балаларҙың мөхәббәтенә яуап итеп, ул һәр тапшырыу һайын малай-ҡыҙҙарға аҡыл һәм яҡшылыҡты һеңдерә барҙы.
– Шифоньер эсендә йәшәүе ҡыйын түгелме һуң?
– Мөғжизә инде ул ҙур ҡумта. Студияға килеүселәр иң тәүҙә шул шифоньерҙы асып ҡарай, ысынлап та Тыр-тыр ултырмаймы икән, йәнәһе. Нисек унда һыя икән ул, тип балалар аптырай. Өлкәндәр ҙә ярата Тыр-тырҙы. Урамда йә берәй кисәлә ҡайһы бер ағай-апайҙар, йә, Хоҙай, Тыр-тыр бит был, ҡайҙа, үҙеңде тотоп булһа ла ҡарайым әле, тип һөйөп йә семетеп ала. Уға посылка, хаттар, һүрәттәр ҙә килә. Хөрмәте хәт-т-әр. Беҙҙең телевидение тарихында ун биш йыл йәшәгән герой юҡтыр ҙа әле. Тыр-тырҙы мин үҙем дә бик яратам.
– Тыр-тыр хәҙер был образды тыуҙырыусы билдәле актер Фирҙәт Ғәлиев түгел инде. Шкафта йәшәүсе был йән эйәһе актерҙан күпкә популяр. Киреһенсә, Фирҙәт Тыр-тыр бөгөн, тип яҙғайным. Килешәһеңме?
– Халыҡ артисы исемен алғанда Президент Мортаза Рәхимовҡа үҙем тураһында, актер ҙа, диктор ҙа, кәрәк саҡта Тыр-тыр ҙа, тигәйнем. Бер һөйләмдә шулай бар булмышымды асып биргәнмендер.
Икенсеһе менән килешмәйем. Теге быуын, хәҙер үҙҙәре атай-әсәй булған күптәр, беҙгә барыбер Аҡбайың яҡыныраҡ, ти. Беҙ – Аҡбайҙы, балаларыбыҙ Тыр-тырҙы ҡарап үҫә, тип тә өҫтәйҙәр. Заманында Милли йәштәр театрында «Ауыл эте Аҡбай» (Туфан Миңнуллин) тигән спектакль шаулап барҙы. Һуңынан «Тәмлетамаҡ менән Аҡбай мажаралары» исемле телевизион тапшырыу менән республика буйлап йөрөнөк. Балалар менән уйнай, сана, саңғы шыуа, өмәләрҙә ҡатнаша торғайныҡ. Балалар арттан ҡалмай, ҡайтармай бер булыр ине. Аҡбай ҙа ҡәҙерле, хатта йәшлек хәтирәһе кеүек ҡабул ителә.
Аҡбай менән Тыр-тырҙы нимә берләштерә һуң? Эйе, ихласлыҡ, ябайлыҡ, ышандыра белеү, ярҙам итергә әҙер булыу һәм, әлбиттә, үҙенсә асҡан керһеҙ донъяны яратыу. Тимәк, беҙҙә ошо сифаттар күберәк булһа, тормош шул тиклем сафыраҡ һәм яҡтыраҡ буласаҡ.
– «Тыр-тырҙа – ҡунаҡта», «Тыр-тырҙың тыуған көнө» исемле берәй байрам ойоштороп булмаҫмы киләсәктә?
– Булыр. «Тамыр» студияһы йыл һайын балаларға байрам ойоштороп тора бит. Ә миңә шәхсән ҡағылһа... Фирҙәткә – 100, Тыр-тырға – 70 йәш, тигән осрашыу ҙа булыуы ихтимал. (ихлас көлә).
– Ашарға бешерергә яратаһыңмы? Әллә башҡалар бешергәне тәмлерәкме?
– «Тәмле» тапшырыуын бешерә белмәгән кешегә ышанып тапшырмаҫтарҙыр инде (мут ҡына йылмая). Мин гурман: бешерә лә беләм, тәмле итеп ашарға ла яратам. Биш йыл «Тәмле»лә теге йәки был шәхес бешеренгәндә ярҙам итешеп, тегене һүҙгә әүрәтеп, аш-һыуға ғына ҡағылышлы түгел, башҡа эс серҙәрен дә асып ҡалам. Бығаса саҡырған һәр ҡунағым эшендә лә, ижадында ла – оҫта, аш-һыу тирәһендә килешле булды. Тик тапшырыуҙың бер үкенесле яғы ғына бар – телевизор ҡараусыға студиялағы тәмле еҫтәрҙе һәм, әлбиттә, өҫтәлдәге телеңде йоторлоҡ аштарҙы алып барып еткерә алмайбыҙ. Туранан-тура. Ә былай тамашасы йөрәгенә барып етә алдыҡ шикелле, килгән йылы хаттар, телефон аша әйтелгән матур теләктәр шул турала һөйләй.
– Бешергән аштарығыҙҙы һуңынан нишләтәһегеҙ?
– Нишләтәһең, ну, һорау – бергәләп, тәмләп тороп ашайбыҙ. Музейға ҡуяһы түгел бит инде. Әйткәндәй, аш бешерә белеү үҙе бер оҫталыҡ булһа, уны ҡунаҡтарға тәҡдим итә белеү – тағы бер һәләт.
– Һары көҙ урамда. Ниндәй хәстәр менән йөрөйһөң, ниндәй уйҙар килә башыңа?
– Бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙә билдәле диктор Зөһрә Бәхтизина менән, иртәнге эфирҙан сығып, Өфө урамы буйлап алтынға мансылған донъяға һоҡланып киләбеҙ. Урам һепереүселәр үҙ эше менән мәшғүл. Зөһрә апай, түшәлеп ятҡан япраҡтарға ҡарап, ҡалай матур, табан аҫтыбыҙҙа торғаны менән илаһи балаҫ бит, ниңә уны һепереп, алтынды сүпкә әйләндерәләр икән, тип ҡуйҙы. Һәр миҙгел үҙенсә матур, үҙенсә алтын. Ғүмер миҙгелдәре лә! Тик йәшәгән алтын йылдарыбыҙҙы Ваҡыт һәм Киләсәк сүпкә әйләндермәһен!
Мөнир ҡУНАФИН әңгәмәләште.