Фестивалдә ҡатнашыуымды белгәс, шатланып киттем. Ниһайәт, күптән күрмәгән таныштарымды күреү мөмкинлеге буласаҡ, яңы дуҫтар ҙа табылыр, уларҙың эштәре менән танышырмын, фәһемле фекерҙәр, аҡыллы кәңәштәр ишетермен, тип юлландым унда.
Йәш журналистар фестивале быйыл етенсе тапҡыр уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә уның матур традициялары ла барлыҡҡа килгән. Йыл һайын республикабыҙҙың район, ҡала һәм республика баҫмаларынан йәш журналистар бер ҡор булып туплана. Йәш коллегалар менән аралашыу, тәжрибәле журналист ағай-апайҙарҙың оҫталыҡ серҙәренә төшөнөү, эшлекле осрашыуҙар – быларҙың барыһы ла ысын профессионал булырға теләүселәр өсөн күп нәмә бирә. Йәш журналист ҡыйыуыраҡ та булырға өйрәнә бындай сарала. Президент менән бер «түңәрәк өҫтәл» артында ултырып, республика башлығына һорау бирә алмай, ҡуян йөрәкле булып ҡалыу килешмәй шул. Ә Президентыбыҙ ҡәләм эйәләренә талаптарҙы ҡаты ҡуя – улар власть менән берлектә илебеҙ сәскә атһын өсөн эшләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта фекерҙәр бер төрлө генә була алмай. Бәхәстәр аша ғына хәҡиҡәт тыуа, тип әйткән бит Сократ та. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бөтә проблемалар ҙа асыҡ булырға тейеш. Сөнки халыҡтың шул проблемаға ҡарашы тойола, ул да уны сисеүгә үҙ өлөшөн индерергә, ярҙам итергә теләй башлай. Ә журналист халыҡта шул энергияны уятырға тейеш. Журналистар асыҡ күңелле, кешелекле, үҙ еренең патриоты булһа ғына уларҙың һүҙе халыҡҡа барып етә, үҙҙәренең әүҙемлеге менән генә бүтәндәрҙе әүҙемлеккә этәрә ала, тип фекерҙәрен белдерҙе ул.
Республика башлығы менән осрашыуҙан һуң йәш журналистар үҙ һөнәрендә ҙур тәжрибә туплаған өлкән коллегалары – «Известия – Башкирия» гәзитенән Рита Некрасова, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан Шамил Вәлиев һәм «Коммерсантъ – Башкортостан» гәзитенән Наталья Павлова менән һөйләшеүгә йыйылды. Һорау-яуап рәүешендә ҡоролған әңгәмәгә йәштәр әүҙем ҡушылды. Шуға ла аралашыу бик йәнле барҙы.
Фотография буйынса мастер-класс та уҙғарылды. Фотограф Хәниф Сөнәғәтуллин ябай һәм шул уҡ ваҡытта мөһим дә ҡағиҙәләр менән таныштырҙы. «Йылмайыу кешенең йөҙөн, бөтә эске матурлығын аса. Әммә фото мәҡәләгә тап килергә тейеш, ҡайғылы материалға йылмайып торғанын ҡуйып булмай», – тине ул бер йәш журналистың һорауына яуап итеп.
Кискеһен йәштәрҙе күңелле тамаша, уйындар көтә ине. Бына ошонда күренде лә инде уларҙың бар оҫталығы, әүҙемлеге – йырлаһындармы, бейеһендәрме, йәһәт кенә төрлө сетерекле һорауҙарға яуап бирһендәрме – бөтәһен дә булдырҙылар.
Фестивалдең икенсе көнөндә республика йәштәр гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре Ярослава Голобородько, Артур Дәүләтбәков, Рәдис Ноғоманов менән осраштыҡ. «ҡыйынлыҡтар аша йондоҙҙарға» тип аталған «түңәрәк өҫтәл»дә нисек журналистика үрҙәрен яулау тураһында һүҙ барҙы.
Фестивалдең иң әүҙем ҡатнашыусыларын билдәләгәндән һуң байрам ябыҡ тип иғлан ителде. Ошо ике көн эсендә эҫенеп өлгөргән йәш коллегаларҙан айырылыуы ҡыйын булһа ла, киләһе йылдарҙа тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.