-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
18 Сентябрь 2010, 16:35

Йондоҙнамә 20-26 сентябрь

Ылаҡ (22.12 – 20.01)Аҙнаның көсөргәнешле башланыуы ихтимал. Күңелһеҙ һөйләшеүҙәрҙән һәм өнәп етмәгән кешеләрҙән ары тороғоҙ. Шулай ҙа матди хәлегеҙ яҡшырыр һымаҡ. Бында ышаныслы дуҫтарығыҙҙың ярҙамы тейер.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаның көсөргәнешле башланыуы ихтимал. Күңелһеҙ һөйләшеүҙәрҙән һәм өнәп етмәгән кешеләрҙән ары тороғоҙ. Шулай ҙа матди хәлегеҙ яҡшырыр һымаҡ. Бында ышаныслы дуҫтарығыҙҙың ярҙамы тейер.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төп эшегеҙҙе әүҙемерәк ойоштороп ебәрер мәл етте. Хәҙер ҡуҙғалмаһағыҙ, аҙаҡтан һуң булыр. Ваҡы­тығыҙ етмәгәнгә күрә яҡын кешеләрегеҙгә ҡарата иғтибарҙы кәметерһегеҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Көткән аҡса аҙна аҙағында ғына ҡулығыҙға инер, моғайын. Уға тиклем бер аҙ түҙергә тура килер. Шар­шамбылағы ваҡиғалар бер аҙ өмөт уятыр. Йомалағы ваҡиға ла һеҙҙең өсөн мөһим буласаҡ.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор еңелдән булмаҫ. Йыш ҡына дөйөм фекергә килеүе ауырлашыр. Етди хаталаныуығыҙ ҙа ихтимал. Был бигерәк тә дүшәмбе һәм кесе йомаға ҡағыла.
Буға (21.04 – 21.05)
Барыһы ла һәүетемсә барған кеүек. Шулай ҙа йыш ҡына ҡәнәғәтһеҙлек кисерерһегеҙ, моғайын. Был арала ниндәйҙер элек башҡарған эшкә кире әйләнеп ҡайтырға тура килер. Был хәл һеҙҙе ҡыуандырыр ғына.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Элек яҡшы белгән кеше менән арағыҙҙы яңыр­тырһығыҙ һымаҡ. Был икегеҙ өсөн дә файҙалы булыр. Аҙна барышында ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер һатып алырһығыҙ, бәлки.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
ҡатмарлы саҡтарҙа тәжрибәле кешеләрҙең кә­ңәштәренә таянырға тырышығыҙ. Аралашыу, кү­мәк эш яҡшы, һөҙөмтәле барыр. Кесе йомалағы сәфәрегеҙ көтөлмәгәнсә тамамланыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор шәхси, ғаилә мөнәсәбәттәрен яйға һалыу өсөн уңайлы. Йүнселдәр, алыпһатарҙар өсөн шишәмбе һәм шәмбе килемле көтөлә. Кесе йомала ғына юҡ ерҙән ҡайһы бер мәсьәләләрҙең килеп сығыуы ихтимал.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала эшләйһе эштәрегеҙ ҡапыл күбәйер. Уларҙы бөтөрмәйенсә алға китеү тотҡарланыр. Етди ҡағыҙҙар менән бәйле мәшәҡәттәр ҙә өҫтәлер. Йомала ҙур уңыш йә отош көтөгөҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙнаның тәүге яртыһында әүҙем аҙымдар яһарға ярамай. Күберәк күҙәтегеҙ, фекер туплағыҙ. Шаршам­была алдығыҙҙа хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәлә килеп сығыуы ла ихтимал.
Саян (24.10 – 22.11)
Осор башы уңышлыраҡ булыр. Шәхси мөнәсәбәттәр тәүге урынға сығыр, моғайын. ҡәҙимгенән күберәк аралашырһығыҙ. Тик ҡайсаҡ бынан файҙа урынына зыян күреүегеҙ бар.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала һаулығығыҙға иғтибарҙы кәметмәүегеҙ хәйерле. Кәрәк булһа, табиптарға барырға ла йыбанмағыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа нин­дәйҙер яңылыҡ төҫмөрләнә.