Бөтә яңылыҡтар
18 Сентябрь 2010, 21:00

«Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһе асыласаҡ

ХII «Алтын көҙ – 2010» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмәләр үҙәге биләмәһендә 1 – 11 октябрҙә үтәсәк – ул Рәсәй агросәнәғәт аҙнаһы сиктәрендә ойошторола. Сара барышында күргәҙмә үҙәгенең үҙәк майҙанында ауыл хужалығы продукцияһы йәрминкәләре үтәсәк. 9 – 11 октябргә ауыл хужалығы техникаһының «АгроТек Рәсәй – 2010» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһен үткәреү ҙә ҡаралған.Башҡортостан аграрийҙары «Алтын көҙ – 2010» күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әүҙем әҙерлек алып бара.

Читайте нас: