Бөтә яңылыҡтар
7 Сентябрь 2010, 15:52

Егәрлеләр елде лә егер

Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов: «Ауыл ерендә йәшәүселәр эшһеҙ була алмай», – ти торғайны. Ысынлап та, ныҡышмалдар, егәрлеләр үҙҙәренә шөғөл табып, йәшәү сығанағы өсөн аҡса эшләү мөмкинлеге булдыра. Күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ҡорт тотоп, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп һатып көн итеүселәр байтаҡ. Түбәндәге мәҡәлә шундай ғаиләләрҙең береһе хаҡында.

Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов: «Ауыл ерендә йәшәүселәр эшһеҙ була алмай», – ти торғайны. Ысынлап та, ныҡышмалдар, егәрлеләр үҙҙәренә шөғөл табып, йәшәү сығанағы өсөн аҡса эшләү мөмкинлеге булдыра. Күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ҡорт тотоп, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп һатып көн итеүселәр байтаҡ. Түбәндәге мәҡәлә шундай ғаиләләрҙең береһе хаҡында.
Ғаилә башлығы Салауат Арыҫланов менән уның тормош иптәше Рима Елистратова Яңғыҙҡайын ауылына бер нисә йыл элек күсеп ҡайта. Урта Азия тарафтарында йәшәгән Салауат Әнүәр улы, ул яҡтарҙа тормош ауырлашҡас, ата-әсәһенең (атаһы – Туғай, әсәһе Яңғыҙҡайын ауылынан) тыуған яғына ҡайтып төпләнергә була. Тормош юлында Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе, тыумышы менән Яңғыҙҡайындан булған Рима Сөләймән ҡыҙын осратып, ҡауышып, бергә йәшәй башлайҙар. Яңғыҙҡайында, иҫкерәк булһа ла, йорт һатып алып, донъя ҡороп ебәрәләр. Эре мал тотмаһалар ҙа, кәзә, ҡуян аҫрайҙар. Ә төп шөғөлдәре – баҡсасылыҡ.
– Үҙем электән баҡса үҫтерергә яраттым. Үзбәкстанда йәшәгәндә лә ошо шөғөл менән булыштым. Ерҙе тәрбиәләһәң, ул һине ашата ла, кейендерә лә. Теплица ҡороуға киткән сығым­дарҙы ла тиҙ ҡапларға була, тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк. Миҙгел ваҡытында барлыҡ эшеңде шуға биреп, төн йоҡоларыңды онотоп торорға ла тура килә, – ти Салауат Әнүәр улы, үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырып.
Ысынлап та, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү күберәк Салауат иңенә төшә. Рима иһә яҙлы-көҙлө колхоз эшенән бушамай. Ул һуңғы йылдарҙа Ленин исемендәге хужалыҡта алмаштырғыһыҙ ашнаҡсы ла. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем эшселәрҙе, механизаторҙарҙы тәмле-тәмле аштар менән һыйлай.
Салауат менән Риманың ихатаһында ике теплица ҡоролған. Уның ҡап уртаһына ғаилә башлығы кирбестән мейес эшләп ҡуйған. Мейестең торбаһы, өй мейесенеке кеүек, ҡапыл ғына өҫкә күтәрелмәй, ергә горизонталь йүнәлештә ике метр самаһы бара биргәс кенә өҫкә турая. Был ут ялҡынының йылыһын теплица эсендә күберәк ҡалдырыу өсөн эшләнә. Мөрйә торбаһы өҫтөнә, 50 – 60 сантиметр ара ҡалдырып, кәштә эшләп ҡуйылған. Башта йәш үҫентеләрҙе (үрсетмә) бәләкәй һауыт-йәшниктәрҙә ошонда үҫтерәләр. Тамырҙары, һабаҡтары нығынғас, түтәлгә күсерәләр. Салауат теплица эсендәге түтәлдәрҙе лә ыҡсым, матур итеп эшләгән. Ундағы тупраҡты ике йыл һайын яңыһына – ашланғанына алмаштырып торор­ға кәрәк, тип аңлата ул. Был теплицаларында, башлыса, ҡыяр, помидор үҫтерә. ҡыярҙың тәүге уңышын май баштарында уҡ йыйып, халыҡҡа һатып, байтаҡ аҡса эшләгәндәр. Икенсе уңышты октябрь айҙарында алырға иҫәп тоталар. Икенсе теплицаларында (3х10 метр ҙурлығында) тырыш ғаилә халыҡҡа һатыр өсөн помидор үҫентеләре үҫтерә. Үрсетмә һатып та байтаҡ килем алалар. Ауыл халҡы уларҙың үрсетмәһен, хаҡына ҡарап тормай, теләп һатып ала. Мәҫәлән, бер көлтә (10 төп) помидорҙы 70 һумға һатҡандар. Помидор үҫентеләренең орлоғон Салауат үҙе әҙерләй. Йәғни был тәңгәлдә ул күптән «ғалим-агроном»ға әйләнгән. Ә ҡыярҙың «Маша», «Германь», «Щедрик» сорттарына өҫтөнлөк бирәләр.
– Теплицаны көпләүгә 2 мең һумлыҡ пленка, йылытыуға 2 трактор йөгө утын һатып алғайным, уның хаҡы күптән ҡапланды инде, – ти Салауат.
– Беҙ ҙур табыш артынан ҡыуып, байырға иҫәп тотмайбыҙ. Үҙебеҙгә йәшәрлек, балаларға бер аҙ ярҙам итерлек булһа, шул еткән. Тырышһаң, ауылда йәшәргә була. Йәшелсә-емеш, ит-һөт (ҡуян, кәзә) үҙебеҙҙеке, – ти Рима, тормош иптәшенең һүҙҙәренә ҡушылып. Емеш тигәндән, уларҙың баҡсаларында бынан дүрт йыл элек ултыртылған төрлө емеш ағастары (алма, груша һ. б.) теремек булып үҫеп килә. Бер нисә йылдан улары ла уңыш биреп һөйөндөрөр әле хеҙмәт һөйгән хужаларын.
Эйе, ауылда эш юҡ, тип һәлпәңләп йөрөүселәргә үрнәк булырлыҡ Салауат менән Риманың тормошо. Күптән түгел генә ауылға күсеп ҡайтыу­ҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең тырышлығы, егәрлелеге менән гөрләтеп йәшәйҙәр.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Ғафури районы.
Читайте нас: