-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
28 Август 2010, 20:56

Йондоҙнамә 30 август-5 сентябрь

Ылаҡ (22.12 – 20.01) Һуңғы ваҡытта эштәрегеҙ һәйбәт кенә барған һымаҡ. Юҡ-юҡ та, ҡулығыҙға аҡса ла инеп тора. Шулай ҙа һәр саҡ былай булмаҫ, киләсәгегеҙ тураһында етди уйланырға кәрәк.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Һуңғы ваҡытта эштәрегеҙ һәйбәт кенә барған һымаҡ. Юҡ-юҡ та, ҡулығыҙға аҡса ла инеп тора. Шулай ҙа һәр саҡ былай булмаҫ, киләсәгегеҙ тураһында етди уйланырға кәрәк.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Кәйефегеҙ күтәренке, әүҙемлегегеҙ ҙә юғары кимәлдә буласаҡ. Был арала үҙегеҙгә билдәле маҡсат ҡуйыу бик мөһим, юғиһә бар тырышлығығыҙ юҡҡа сығыр. Шәмбелә бик кәрәкле әйберегеҙҙе юғалтыуығыҙ бар.
Балыҡ (20.02 – 20.03)

Һуңғы айҙарҙа тормошҡа ашыра алмаған эштәрегеҙҙе барлап сығыу файҙалы булыр. Йондоҙҙар был йүнәлештә һеҙгә ярҙам итергә уйлай шикелле. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм кесе йома.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Өйөгөҙҙәге хәл бер аҙ борсоп торор. Хужалыҡ эштәренән баш тартмағыҙ. Ләкин үҙ иңегеҙгә артығын да алмағыҙ. Шаршамбыла ниндәй ҙә булһа дәғүәләрҙән ситтәрәк торорға ҡушыла.
Буға (21.04 – 21.05)

Был арала бәйләнештәр булдырыу ниңәлер ауырыраҡ барыр. Яҡын кешеләрегеҙ менән дә үпкәләшеүегеҙ ихтимал. Башығыҙҙа бик өмөтлө фекерҙәр тыуыр. Тик уларҙы әлегә сер итеп һаҡлауығыҙ хәйерле.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Аҙнаны күтәренке кәйеф менән үткәрер­һегеҙ. Үҙегеҙгә яңы маҡсаттар ҙа ҡуйырһығыҙ, бәлки. Шулай ҙа шаршамбыла аҡса менән бәйле ниндәйҙер дәғүәгә инеүегеҙ бар.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Осор еңелдән булмаҫҡа оҡшай. Алдау, алдашыу осраҡтары күп булыр. Был арала бигерәк тә аҡса менән бәйле эштәрҙә бер кемгә лә артыҡ ышанмаҫҡа кәңәш ителә. Төрлө күрәҙәселәрҙән дә арыраҡ йөрөгөҙ.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)

ҡәҙимге яҡшы белгән эш тә ҙур көс талап итер. Шишәмбелә, нимәгәлер ҡыҙығып, аҡсаны саманан тыш тотоноуығыҙ ихтимал. Шәмбе бик өмөтлө көтөлә. Ниндәйҙер хыялығыҙ бойомға ашыр.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Аҙна тыныс булмаҫ. Шишәмбелә ниндәй­ҙер ҡытыршы мәсьәлә буйынса фекер алышырға ла тура килер, моғайын. Был арала бер ҙур эшегеҙ төрлө сәбәптәр арҡаһында ваҡытлыса туҡтар кеүек.
Үлсәү (24.09 – 23.10)

Икеле һәм көтөлмәгән ваҡиғалар ҡәҙимгенән йышыраҡ осрар. Шулай ҙа күптәнге ҡаршылыҡты еңә алырһығыҙ. Ысынында, ул тәү ҡарауҙа ғына хәл ителмәҫлек күренгәндер.
Саян (24.10 – 22.11)

Барлыҡ ваҡиғалар яйланған һымаҡ тойолор. Тормошта­ғы хәлдәргә еңелерәк, төп эшегеҙгә етдиерәк ҡарай башлар­һығыҙ кеүек. Элек борсоп торған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын еңел генә таба алырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)

Аҙна башында элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе еңел генә ялғай алырһығыҙ. Тик был йүнәлештә тәүге аҙымды яһарға кәрәк булыр. Был арала рәсми ҡағыҙҙар менән бәйле эштәр яҡшы барыр.
Иң өмөтлө көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.