Бөтә яңылыҡтар
25 Август 2010, 00:29

Камиллыҡтың сиге юҡ

Уҡыусылары уҡытыусыһынан:– Һеҙ шундай аҡыллы, хөрмәтле. Һеҙҙе бөтәһе лә ярата һәм һеҙгә оҡшарға теләй, артығыҙҙан эйәрә. Әммә беҙҙә бер һорау тыуҙы: «Ни өсөн һеҙҙең ҡатынығыҙ юҡ?» – тип һорай.Остаз тәүҙә көлөп ебәрә, әммә аҙаҡ һөйләй башлай.

Уҡыусылары уҡытыусыһынан:
– Һеҙ шундай аҡыллы, хөрмәтле. Һеҙҙе бөтәһе лә ярата һәм һеҙгә оҡшарға теләй, артығыҙҙан эйәрә. Әммә беҙҙә бер һорау тыуҙы: «Ни өсөн һеҙҙең ҡатынығыҙ юҡ?» – тип һорай.
Остаз тәүҙә көлөп ебәрә, әммә аҙаҡ һөйләй башлай.
– Беләһегеҙме, – ти ул. – Мин һәр ваҡыт бөтә яҡтан да камил ҡатын-ҡыҙҙы эҙләнем. Бик күп илдәрҙе гиҙҙем. Бер ваҡыт иҫ киткес матур ҡыҙҙы осраттым. Матурлығына бар ир-егеттәр ҙә шаҡ ҡатты, һәр береһе уны үҙенеке итергә теләне. Әммә, үкенескә күрә, күңеле бик таҙа түгел ине. Шуның өсөн беҙгә ташлашырға тура килде. Аҙаҡ мин тағы бер йәш ҡыҙҙы осраттым. Ул бик сибәр, аҡыллы һәм белемле ине. Үкенескә күрә, характерҙарыбыҙ менән тап килмәнек. Һәм бергә йәшәй алманыҡ.
Мин бик күп яҡшы ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрҙем, әммә үҙемә ҡатынлыҡҡа бөтә яҡтан да камил булғанын алырға теләнем.
– Шулай итеп, һеҙ ундай ҡатын-ҡыҙҙы осратманығыҙ инде?
– Осраттым. Бер ваҡыт ул миңә осраны. Һоҡланғыс ҡатын – аҡыллы, матур, юғары рухлы, мөләйем, изге, бер һүҙ менән әйткәндә, тап үҙе!
– Шунан, һеҙ уға өйләндегеҙме һуң?
– Юҡ. – Үкенескә күрә, ул да бөтә яҡтан да камил ир-егетте эҙләй ине.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.

Читайте нас: